Крәҫтиән өсөн яҙҙың һәр сәғәте ҡәҙерле. Айырыуса, әлеге мәлдәге кеүек, көндәр эҫе торғанда, ерҙә дым булған саҡта. Уҙған аҙнала Федоровка районы игенселәре лә яҙғы баҫыу эштәренә тотондо. “Нива”, “Азат”, “Родина”, М. Фрунзе исемендәге һәм тағы бер нисә хужалыҡта дым ҡаплауға, тырматыуға, ужымдарҙы өҫтәмә туҡландырыуға төштөләр.
“Родина” ауыл хужалығы кооперативына барып еткәндә, райондың баш агрономы Илнур Хәлитов менән юлдағы әңгәмә барышында сәсеүгә әҙерлек кимәле, атап әйткәндә, орлоҡ, уның сифаты, яғыулыҡ, мөһим агротехник сарала ҡатнашасаҡ техника һаны, механизаторҙар менән тәьмин ителеш, сәселәсәк культураларҙың майҙаны тураһында беҙ бер ни тиклем мәғлүмәткә эйә инек инде. Орлоҡ етерлек, өҫтәп юғары сифатлыһын да алғандар. Яғыулыҡ та хәстәрләнә. Эшсе көс туплана. Ун мең гектарҙан ашыу сәсеүлекте биләгән арыш имен ҡышлаған.
Ҡыҙыу эш мәлендә егәрле хужалар кабинетта ултыра буламы. Кооператив рәйесе Анатолий Русаков үҙенең төп ярҙамсыһы баш агроном Моисей Михайлов менән әле генә баҫыуҙан ҡайтып тора ине.
— Анатолий Дмитриевич – беҙҙең иң “йәш” етәксе, — тип таныштырҙы уның менән Илнур Зиннур улы. — Рәйес итеп һайланғанына бер нисә ай ғына, уға тиклем ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләне.
Идараға инеп торманыҡ, шунда уҡ яланға йүнәлдек. Новоселка ауылынан йыраҡ булмаған Юрка баҫыуына туҡтайбыҙ. Бында бер тракторсы тырмата ине. Хужалыҡтың алдынғы механизаторы Александр Семенов икән. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 2010 йылда Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған.
— 33 йыл элек тракторға ултырғайным, шунан бирле унан төшкән юҡ, — ти яңы танышыбыҙ.
— Әле ниндәй эш башҡараһығыҙ?
— Кәзә үләне сәсеүлеген тырматам. Был мал аҙығын беҙ күптән үҫтерәбеҙ, әллә ни ҙур көс талап итмәгән культура уңышы менән йыл да һөйөндөрә.
— Бына һеҙҙе универсал тиҙәр. Кәрәк икән, тейәгескә лә ултыраһығыҙ, ҡышҡыһын да ял белмәйһегеҙ. Тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашырлыҡ йәштәр бармы һуң бергә эшләгән иптәштәрегеҙ араһында?
— Хәҙер йәштәр ауылда ҡаламы ни?! Төп көс шул 70–80-се йылдарҙа хеҙмәт юлын башлаусылар инде.
Александр тракторсылар Николай Федоров (Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре), Анатолий Михайлов, Геннадий Караскин, Виктор Русаков, водителдәрҙән Михаил Петровты телгә алып үтте.
— Ошондай егеттәребеҙ бар саҡта “Родина” йәшәйәсәк, ер эшендә лә, малсылыҡта ла яҡшы һөҙөмтәләр буласаҡ, — тине хужалыҡ рәйесе.
Көн ҡыҙҙыра төштө. Беҙ ҙә бында оҙаҡ торманыҡ, хужаларға рәхмәт әйтеп, уңайлы һауа шарттары, юғары уңыш теләп, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ
Федоровка районы.