Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡытай Американы ҡыуып етерме?
Ҡытай Американы ҡыуып етерме?Бөтә донъяны иҡтисади көрсөк яулауы һәм йәшәү кимәленең ҡырҡа насараясағы тураһындағы хәбәрҙәр хәҙер бер кемде лә аптыратмай, шикелле. Иң мөһиме – бер кем дә был яңылыҡты иғтибарға алмай тиһәң дә, яңылыш булмаҫ кеүек. Ғәмәлдә донъя иҡтисадының былтырғы хәленә ниндәй баһа бирергә мөмкин һәм быйыл нимәләр көтөргә?

Күрһәткестәр, күрһәткестәр...

Донъя иҡтисады. Иҡтисади хеҙмәт­тәш­лек һәм үҫеш ойошмаһының докладынан күренеүенсә, 2017 йылда донъя иҡтисады яҡшырҙы һәм һуңғы һигеҙ йылдағы иң юғары кимәлгә етә алды. Ләкин быйыл һәм киләһе йылда ла ошо үҫеште кәметмәү өсөн шәхси инвестиция күп талап ителәсәк. Был ойошма былтырғы үҫеште йыл башында 3,5 процент булыр тип күҙаллай ине, йыл аҙағында уны 3,6 процент тип төҙәтте.
Быйылғы үҫеш 3,7 процент булыр тип көтөлә. Баш иҡтисадсы Кэтрин Манн белдереүенсә, иҡ­тисадтың яҡшырыуына бер нисә шарт сәбәпсе булды. Беренсенән, был – аҡса сәйәсәтенең дөрөҫ алып ба­рылыуы. “Икенсенән, ҡайһы бер кешеләр ошо сәйә­сәт системаһында һалым ташла­маларының күп булыуын аңғармай ҙа, ахыры, – тип аңлата К. Манн. – Өсөн­сөнән, сауҙа элекке әүҙем кимәленә ҡайтты һәм әлеге мәлдә бик тиҙ үҫешә”.
Әйләнештә евро булған илдәр һуңғы ун йылдағы иң юғары кимәлгә өлгәште һәм, йәнә килеп, элекке күҙаллауҙарҙы уҙып китте. Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы Европаның үҫе­шен былтырғы йомғаҡтар буйынса – 2,4, ә быйыл 2,1 процент тип күҙаллай. Евро­паның ошо зонаһына ингән ете ил (“G7”) араһында Британия ғына үҫеште һүлпә­нәйтте, үткән йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткес 1,5 процент ҡына булмаҡсы. Был хәл инглиз банктарының эшмәкәр­легенә ҙур ғына зыян килтерер, ахыры. Үҫештең аҡрынайыуы йорт хужалыҡ­тарының килеме кәмеүе һәм уларҙың кредит бурысының артыуы менән аңлатыла.
Иҡтисад белгестәре белдереүенсә, халыҡтың һа­тып алыу һәләте тигеҙлегенә нигеҙләнгән ысул менән иҫәпләгәндә, һуңғы биш йылда донъяның иң тиҙ үҫә барған илдәре тип түбәндәге дәүләттәр танылған: АҠШ, Ҡытай, Япония, Һиндос­тан, Германия, Рәсәй, Франция, Бөйөк Британия, Бразилия, Италия.

Сауҙа әйләнеше арта,
эшһеҙлек кәмей


Рәсәй. Тулайым эске продукт былтырғы өсөнсө кварталда (дүртенсе өс айлыҡ буйынса һәм йыллыҡ тулы мәғлүмәт әлегә әҙер түгел) 1,8 процентҡа артты, тип хәбәр итә “Росстат” агентлығы. Был күрһәткес икенсе квартал менән сағыштырғанда 2,5 процентҡа түбәнерәк һәм йылдың тәүге өс айлығы менән сағыш­тырғанда 0,5 процентҡа юғарыраҡ. Илдең Үҙәк банкы был күрһәткесте йыл йомғаҡтары буйынса – 2,2, ә Иҡтисад министрлығы 2,1 процент булыр тип күҙал­лай. Сәнәғәт тармаҡтары етештереүҙе, 2016 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда бер сама һаҡлап ҡала алды, шулай ҙа ҡулланыу баҙары көткән кимәл­дән 1,1 процентҡа түбәнерәк булып сыҡты. Сәбәбе – йылдың тәүге яртыһында эшкәртеү тармағында һәм сеймал сығарыуҙа, шулай уҡ электр энергияһы һәм газ менән тәьмин итеүҙә күрһәткестәрҙең кәмеүе. Былтырғы йыл аҙағында етештереү йәнләнә төшкән: сентябрҙә ул бер процентҡа артһа, октябрь һөҙөмтәһе буйынса 5,7 процентҡа күтәрелеүе асыҡланған.
Рәсәйҙең сауҙа балансы, “Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтырғы сентябрҙә 37,1 процентҡа (10,22 миллиард долларға) артҡан һәм баҙар эксперттары күҙаллаған кимәлдән туғыҙ миллиард һумға юғарыраҡ булып сыҡҡан. Анығыраҡ әйткәндә, сит илдәргә тауар һатыу 20,7 процентҡа (30,65 миллиард долларға), ә сит илдәрҙән Рәсәйгә килтереү 13,9 процентҡа (20,43 миллиард долларға) күбәйгән.
Ә ил эсендәге ҡулланыу хаҡтары? Рәсәйҙә улар октябрҙә 2,7 процентҡаса тү­бәнәйҙе, сентябрҙә өс проценттан ашыуыраҡ ине. Эксперттар билдәләүенсә, был –1991 йылдан алып ошо һан бил­дә­ләнә барған осорҙағы иң түбән күрһәткес. Ул төп ҡулланыу даирә­ләре булған аҙыҡ-түлеккә, торлаҡҡа һәм кейем-һа­лымға хаҡтарҙың үтә аҡрын күтәрелеүе менән аң­латыла.
Илебеҙҙәге эшһеҙлек кимәле 2016 йылдың октябрендә 5,4 процент тәшкил итһә, былтырғы октябрҙә ул 5,1 процентҡа төштө, ә сентябрҙә хатта теүәл 5 процент ине.

Ғәрәсәттән ҡурҡа бәрәкәт

АҠШ. Бер-бер артлы булып үткән ғәрәсәттәр был илдең сәнәғәтенә ҙур ғына зыян килтерҙе, ә “Нейт” ғәрәсәте файҙалы ҡаҙылма сығарыу тармағының эшен дә һүлпәнәйтте. Фәҡәт былтырғы йыл аҙағын­да ғына эшкәртеү тармағы, автомобилдәр етештереү һәм металл иретеү предприятиелары эшмәкәрлегенең йәнләнә төшөүе дөйөм күрһәткестең 0,9 процентҡа артыуына килтерҙе. Октябрҙә АҠШ-тың сауҙа дефициты ҙурайҙы һәм йылдың тәүге туғыҙ айындағы иң юғары кимәлгә етте, сөнки нефткә хаҡ­тарҙың үҫеүе арҡаһында сит илдәрҙән тауар килтереү күләме күбәйҙе.
Илдең Хеҙмәт статистикаһы бюроһы хә­бәр итеүен­сә, ҡулланыу хаҡтары, миҙ­гел­дәргә хас тирбәлеүҙе иҫәпкә алып, 0,1 процентҡа артҡан. Ошо дөйөм күр­һәт­кескә торлаҡҡа хаҡтың 0,3 процентҡа күтәрелеүе тәьҫир иткән. Яңы автомобилдәр, бензин, ял итеү һәм кейем-һалым бер аҙ осһоҙайған.
Эшһеҙлек кимәле АҠШ-та һуңғы 17 йыл эсендә үҙгәрешһеҙ ҡала тиерлек. Бер сәғәтлек уртаса эш хаҡы, алдағы йылдың туғыҙ айы менән сағыш­тыр­ғанда, 2,5 тапҡырға артты, ләкин был иҡтисадсылар күҙаллағандан 2,7 процентҡа түбәнерәк.

Уларҙы электроника ҡотҡара

Япония. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, был илдең иҡтисады ете квартал рәттән үҫеш кисерә. Быға, эске ихтыяж кәмегәс, сит илдәргә тауар һатыуҙы арттырыу һөҙөмтәһендә өлгәшкәндәр. Шулай ҙа, ил хөкүмәте белдереүенсә, йыллыҡ йомғаҡ буйынса үҫештең 1,4 процент булыуы көтөлә. Былтырғы йылдың икенсе өс айлығында был дәүләттең иҡ­тисады 0,6 процент үҫеш биргән, ә өсөнсө кварталда ошо күрһәткес 0,3 процентҡа ҡалған.
Сит илдәргә тауар һатыуҙы япондар йыл дауамында үҫтерә барған. Бының төп сәбәбе ошо ил етештергән автомобил­дәр һәм электроникаға ихтыяж­дың кәме­мәүе менән аңлатыла. Ә был тауарҙарға һорауҙың йәнләнә төшөүе ил иҡтисадын дүртенсе квар­талда ла ҡотҡарыр тип көтәләр. Финанс министр­лығы экспорттың октябрҙә 14 процентҡа үҫеүе тура­һында белдерҙе. Был – бик ҙур күрһәткес. Автомобил­дәрҙе бигерәк тә Австралия күп һатып алған икән, ә Ҡытайға шыйыҡ кристалл эшләү өсөн ҡорамалдар һәм пластмасса өсөн сеймал ҙур күләмдә оҙатылған. Сит илдәрҙән тауар һатып алыу октябрҙә 18,9 процент­ҡа артҡан, ә йыл йомғағы буйынса был күр­һәт­кес 20,2 процент булыр тип күҙаллана. 2014 йылдың ғинуарынан алып Японияға ситтән тауар ташыу күләме үҫә һәм бының төп сәбәптәре – иенаның осһоҙланыуы һәм нефть продукттарын, күмерҙе күпләп һатып алыу.
Илдең сәнәғәт тармаҡтары араһында эшкәртеү предприятиелары барыһынан да һүлпәнерәк үҫешкән – уларҙың күрһәт­кесе бер процент ҡына тәшкил итә. Шулай ҙа эксперттар уның күтә­релеүен көтә, быны эске ихтыяж дәртләндерәсәк. Ул арала сәнәғәт сауҙа нөктәләренә оҙатҡан тауар күләме 0,5 процентҡа кәмегән, ә тауар запасы 3,1 процентҡа артҡан.
Японияның иҡтисади тикшеренеүҙәр үҙәге хәбәр итеүенсә, илдә инфляция унын­сы ай рәттән үҫә, лә­кин барыбер Япон банкы күҙаллаған маҡсатлы күрһәт­кестән түбәнерәк әле. Ҡулланыу хаҡтары октябрҙә 0,8 процентҡа күбәйгән, ләкин саф аҙыҡ-түлекте һәм электр энергияһын иҫәпкә алмағанда, был күрһәткес 0,2 процент ҡына тәшкил итә.
Эшһеҙлек кимәле былтыр октябрҙә 2,8 процент тәшкил иткән, алдағы айҙар менән сағыштырғанда ул үҙгәрмәгән. Былтырғы октябрҙә Японияла эшләгән кешеләр һаны 65 миллиондан ашыу ине, йыл барышында был күрһәткес 0,9 процентҡа (610 мең ке­ше­гә) артҡан. Ошо уҡ айҙа эшһеҙҙәр һаны 1,81 миллион кеше булған, йыл һөҙөм­тәһе буйынса уның 7,2 процентҡа (140 мең кешегә) үҫеүе көтөлә.

Эшһеҙҙәр –
18 миллиондан ашыу


Европа Советы. Был ойошма илдә­ренең (уға 18 дәүләт инә) тулайым эске продукты былтырғы өсөнсө кварталда 0,6 процент үҫеш бирҙе. “Евростат” бюроһы хәбәр итеүенсә, евро зонаһында һәм Европа союзы ағзаларында ошо күрһәткес унан алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 2,5 процентҡа юғарыраҡ. Беренсе кварталда ла шундай уҡ сағыш­тырыу – 2,3, икенсе кварталда 2,4 процент үҫеш булыуын күрһәткән. Был күтәрелеш­тең сәбәбе – Япония кеүек үк, сит илдәргә тауар һатыу күләменең артыуында: былтыр октябрҙә ошо эшмәкәрлек күрһәткесе алдағы йылдың шул уҡ осорона ҡарағанда 5,6 процентҡа күберәк булып сыҡҡан. Донъяның башҡа илдәренән ошо ойошма ағзалары булған дәүләттәргә тауар кил­тертеү былтырғы өсөнсө кварталда алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыш­тыр­ғанда 3,2 процентҡа артҡан. Икенсе төрлө әйткәндә, был ойошма билә­мә­һенән ситкә һатылған тауар күләме ситтән килте­рел­гәнгә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк.
Был зонала хаҡтарҙың иң ҙур үҫеше энергетика тауарҙарына (4,7 процент) тура килә, унан ҡала – аҙыҡ-түлек, иҫерт­кес эсемлектәр һәм тәмәке (2,2 процент). Сәнәғәт тауарҙарына хаҡтар үҙгәрешһеҙ тиерлек ҡалған.
“Евростат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр октябрҙә был ойошма илдәрендә 18,2 миллион кеше эшһеҙ һаналған. Шулай ҙа, 2016 йылдың шул уҡ айы менән сағыштырғанда, был ҡатлам Европа Советы дәүләттәрендә – ике миллион, ә евро зонаһында 1,4 миллион кешегә аҙайған.

Ҡытай иң алға сығасаҡ

Донъя иҡтисадының киләсәге. Һуңғы тикшере­неү­ҙәр күрһәтеүенсә (нигеҙҙә “PwC” агентлығының “Донъя 2050 йылда” тип аталған тикшеренеүе күҙ уңында тотола), иҡтисади алдынғылыҡ тиҙ үҫешкән илдәргә күсә барасаҡ. Тулайым эске продуктты ха­лыҡтың һатып алыу һәләтенең тигеҙлеге ысулы буйынса иҫәпләгәндә, тиҙ үҫә барған ете илдең (Е7) – Ҡытай, Һиндостан, Бразилия, Рәсәй, Мексика, Индонезия һәм Төркиәнең 2020 йылға донъяның үҫешкән ете илен (G7), йәғни АҠШ, Япония, Германия, Бөйөк Британия, Франция, Италия, Канаданы ҡыуып етеүе ихтимал. Эксперттар киләсәкте күҙалла­ған­да шулай уҡ баҙарҙағы алмашыу курсы ысулын да файҙалана, уның буйынса ҡа­рағанда, иҡтисади тәртип аҡрын үҙгә­рәсәк, ләкин барыбер тиҙ үҫә барған илдәр үҫеш­кән дәүләттәрҙе 2032 йылдан да ҡалмай ҡыуып етә­сәк. Был осраҡта ла Ҡытай беренсе урынға сығасаҡ тип күҙаллана. Ғаи­ләлә бер генә бала тәрбиәләү сә­йәсәте арҡаһында иҡтисади тиҙлеге кәмей төшһә лә, был ил иң алға сығыу һәләтен юғалт­маясаҡ. Ҡытай коммунистар партияһының күптән түгел булып үткән XVIII съезында, мәҫәлән, 2030 йылға илдең бөгөнгө тулайым эске продуктын ике тапҡырға арттырыу маҡсаты ҡуйылды. Был осраҡта донъялағы иң күп халыҡлы дәүләт үҫеште инновацияларға нигеҙләргә ниәтләй. Иҡтисад белгестәре раҫлауынса, үҫешкә күп шарттар йоғонто яһай. Айырыуса уны сәйәси һәм экологик тетрәнеүҙәр ныҡ ҡамасауларға һәм хатта тотҡарларға мөмкин икән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 703