Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы ошо көндәрҙә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә тағы бер объектты – һөйәк оно һәм техник май етештереү предприятиеһын индерҙе.

Ит эшкәртеү тармағының ҡал­дыҡтарын файҙаланыуға иҫәп тотҡан был предприятиеның дөйөм инвестиция күләме 1,5 миллиард һум тәшкил итәсәк, ул 77 өҫтәмә эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Благовар районы үҙәге Языков ҡасабаһында төҙө­ләсәк объект йылына 40 мең тонна продукция бирергә һәләтле буласаҡ.
Бөгөнгә республиканың ошондай өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына 44 объект инә, улар 12,2 мең яңы эш урыны бирәсәк.

* * *

Нефтекама ҡалаһындағы бер предприятиеның директоры эшселәргә йыл буйы хеҙмәт хаҡы түләмәгән. Тәфтишселәр тикшергәс, 145 кешенең аҡса ала алмауы асыҡланған.

Етәксе эшселәрҙең үтенесенә һис ҡолаҡ һалмаған, эш хаҡы өсөн тә­ғә­йенләнгән аҡсаны кредиттар тү­ләүгә һәм тауар биреү­селәр менән иҫәп-хисапҡа тотон­ған. Хеҙмәтсән­дәрҙең тәүге мөрә­жәғәтенә ҡара­ған­да, бурыс 11 мил­лион һум булып кү­рен­һә, тәфтишселәр документ­тар­ҙы тикшергәндән һуң был бурыстың ғәмәлдә 24 миллион һумға яҡын икәнлеге беленә. Әлеге ваҡытта 58 йәшлек ошо етәксегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уға йорттан сыҡ­маҫҡа ҡушылған, тәфтиш­селәр бу­рыстың тупланыуында ғәйепле кешеләрҙе асыҡлай.

* * *

Беҙҙең илдең еңел сәнәғәтенә сит ил етештереүселәре менән ярышыуы ауыр. Шуны иҫәпкә алып, дәүләт уға төрлөсә ярҙам күрһәтергә тырыша. Күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәте ошо тармаҡ предприятиеларына субсидия биреү тәртибен раҫланы.

Был аҡсалата ярҙам сеймал һатып алыуға киткән сығымдың 50 процентын ҡайтарыуҙы күҙҙә тота. Ошо тәртипкә ярашлы, был субси­дияға республика биләмә­һендә урынлашҡан һәм кәмендә ике йыл туҡыманан, тиренән продукция етештергән предприятиелар өмөт итә ала. Улар сит ил фирмаларына ҡараған ойошмалар иҫәбенә инмәҫкә һәм ҡаҙнаға, ҡаҙнанан тыш фонд­тарға бурыстары булмаҫҡа тейеш.

* * *

Рәсәйҙә быйылғы 1 ғинуарҙан алып иң түбән эш хаҡы 9,5 мең һум кимәлендә билдәләнде. Был миллион ярым кешенең хеҙмәт хаҡын ҙурайта төшәсәк.

Ошо халыҡтың 900 меңе бюджет ойошмаларында эшләй. Быға саҡлы иң түбән хеҙмәт хаҡы 7 мең 500 һум тәшкил итә ине. Окладты һәм уға өҫтәп түләүҙәрҙе һәр ойошма үҙаллы хәл итә. Ти­мәк, окладтың үҙен “минималка”ға еткереү мотлаҡ түгел, фәҡәт һәр кеше айына 9 489 һумдан да кә­мерәк алырға тейеш түгел. Был ҡанунды боҙған ойошманы 50 мең һум штраф көтә, ә айырым осраҡ­тарҙа етәксене енәйәт яуаплы­лы­ғына тарттырыуҙары ла мөмкин.

* * *

Владимир өлкәһендә яңы автобус заводы сафҡа инде. Ул етештергән продукцияның яртыһы самаһын газ яғыулығы һәм электр менән йөрөгән машиналар тәшкил итәсәк.

Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа ми­нистрлығы был объектты төҙөү өсөн ярты миллиард һумлыҡ ташламалы займ бирҙе. Завод быйыл уҡ тулы ҡеүәтенә эшләй башларға тейеш, шул саҡта ул йылына 1 200 автобус етештерә аласаҡ, предприятиела халыҡ өсөн 650 яңы эш урыны асыла. Яңы булғас, тимәк, ул башҡа транспорт сараларынан өҫтөнөрәк булырға бурыслы. Рәсәй Президен­тының тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәр­леге һәм экология буйынса махсус вәкиле Сергей Иванов белдере­үен­сә, был автобустарҙың газ яғыу­лы­ғын файҙаланыуы ҙур ҡалаларҙың һауаһы таҙараҡ булыуына ярҙам итәсәк.

* * *

Нефттең бер барреле хаҡы ошо көндәрҙә ике йыл ярым эсендә тәүге тапҡыр 68 долларға етте. Уның күтәрелеүенә Иран­дағы сыуалыштар сәбәпсе.

Был юҡтан ғына түгел – ошо ил нефть сығарыу буйынса донъяла өсөнсө урынды биләй. “Ҡара алтын”­ға ихтыяж артыуына шулай уҡ долларҙың осһоҙлана төшөүе, АҠШ-та һауа торошоноң насарайыуы һәм быйыл донъя иҡтиса­дының әүҙеме­рәк үҫә башлаяса­ғын күҙаллау ҙа булышлыҡ итте. Был хәлгә Яңы йыл башланыр алдынан ғына Ливияла нефт үткәргесте шартлатыуҙары һәм кәмендә 90 мең баррель шыйыҡ­лыҡтың юҡҡа сығыуы ла эҙемтә яһамай ҡалмағандыр.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә