Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Шәм яндырып ҡарабойҙай эҙләмәйбеҙ
Сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе сикләүҙең һөҙөмтәләрен яҡшы тоябыҙ. Бынан бер нисә йыл элек кенә йәй етеү менән шәкәргә хаҡ бер нисә тапҡырға артып китһә, хәҙер бындай шау-шыу тынды. Халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырған ҡарабойҙай ярмаһы ла үҙебеҙҙә артығы менән етештерелеп, сит илдәргә оҙатыла. Ҡыҫҡаһы, Рәсәй һатып алыусы төбәктән үҙе башҡаларҙы тәьмин иткән илгә әүерелә бара.

Күптән түгел ауыл хужалығы министры Александр Ткачев тармаҡтың былтырғы эш һөҙөм­тәләре һәм алда торған бурыстарға арналған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә лә ошо хаҡта бел­дерҙе. “Бөгөн ил аграрийҙары етди һөҙөмтә­ләргә өлгәшә. Ауыл хужалығы ышаныслы аҙымдар менән Рәсәй иҡтисадының алдынғы сафында бара. Эш сәфәрҙәрендә, күсмә коллегияларҙа, кәңәшмәләрҙә төбәктәр менән уңышлы бәйләнеш булдырылды. Үҙ-ара хеҙ­мәттәшлек итеүҙең юғары кимәленә өлгәштек. Был беҙгә киләсәккә ышаныслы рәүештә һөҙөмтәле пландар ҡорорға форсат бирә”, – тине ул.
Министр белдереүенсә, 2017 йыл тармаҡтың эҙмә-эҙлекле алға барыуының бер этабы булған. Һуңғы өс йылда үҫеш 11 проценттан ашыу тәшкил иткән. 130,5 миллион тонна иген йыйып алыу – был әле генә түгел, Рәсәйҙең Совет осорондағы тарихында булмаған хәл. Алдағы йылда ла был йүнәлеш һаҡланыр тип көтөлә. Ҡарабойҙай, соя, рапс етештереү күлә­ме арта. 51 миллион тонна йыйып алынған сөгөлдөр 6,5 миллион тонна шәкәр етештерергә мөмкинлек бирәсәк. Был һан былтырғынан биш процент самаһына күберәк.
Һуңғы биш йылда 600 гектар майҙанда теплица төҙөлгән. Уның 300 гектары – яҡтылыҡ менән үҫтерелгән культуралар. Былтыр иһә 11 айҙа теплицала үҫтерелгән йәшелсәләр 13 процент тәшкил иткән. Шул иҫәптән 26 процент помидор, 10 процент ҡыяр.
Баҡсасылыҡ тармағы ла тотороҡло үҫешә. 14 мең гектар майҙанда яңы үҫентеләр барлыҡҡа килгән. Был һуңғы биш йылдағы уртаса күрһәткестән 18 процентҡа күберәк. Аҙаҡҡы алты йылда виноград плантациялары һаны 1,4 тапҡырға артҡан.
Малсылыҡта ла яҡшы уңыштарға өлгәшел­гән. Мал һәм ҡош ите етештереү дүрт процентҡа күберәк теркәлеп, 14,6 миллион тоннаға еткән. Әйткәндәй, ауыл хужалығы ойошмаларында, фермер хужалыҡтарында үҫеш ете процент самаһы. Йомортҡа алыу һөҙөмтәләре лә ҡыуандыра.
Әлбиттә, агросәнәғәт өлкәһендәге яҡшы күрһәткестәр экспортҡа продукция һатыу мөм­кинлеген ышаныслы арттыра. 11 айҙа аҙыҡ-түлек экспорты 19 процентҡа үҫеп, 14 мил­лиард һумға еткән. Шул иҫәптән шәкәр 17 про­центҡа артып, 316 мең тоннаға, сусҡа ите 62 процент тирәһе булып, 19 мең тоннаға еткән. 1,6 миллион тонна көнбағыш майы (36 процент), 113 мең тонна ҡош ите (39 процент) сит илдәргә оҙатылған.
Игенде экспортҡа йүнәлтеү йәһәтенән дә күр­һәткестәр яҡшы. Декабрь уртаһына 24,5 миллион тонна иген башҡа дәүләттәргә ебә­релгән. Тимер юл буйлап иген ташыу сығым­дарын субсидиялауҙы тиҙләткәндә, был эште йәнә көсәйтер тип көтөлә.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә