Шәм яндырып ҡарабойҙай эҙләмәйбеҙ09.01.2018
Сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе сикләүҙең һөҙөмтәләрен яҡшы тоябыҙ. Бынан бер нисә йыл элек кенә йәй етеү менән шәкәргә хаҡ бер нисә тапҡырға артып китһә, хәҙер бындай шау-шыу тынды. Халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырған ҡарабойҙай ярмаһы ла үҙебеҙҙә артығы менән етештерелеп, сит илдәргә оҙатыла. Ҡыҫҡаһы, Рәсәй һатып алыусы төбәктән үҙе башҡаларҙы тәьмин иткән илгә әүерелә бара.
Күптән түгел ауыл хужалығы министры Александр Ткачев тармаҡтың былтырғы эш һөҙөмтәләре һәм алда торған бурыстарға арналған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә лә ошо хаҡта белдерҙе. “Бөгөн ил аграрийҙары етди һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ауыл хужалығы ышаныслы аҙымдар менән Рәсәй иҡтисадының алдынғы сафында бара. Эш сәфәрҙәрендә, күсмә коллегияларҙа, кәңәшмәләрҙә төбәктәр менән уңышлы бәйләнеш булдырылды. Үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙең юғары кимәленә өлгәштек. Был беҙгә киләсәккә ышаныслы рәүештә һөҙөмтәле пландар ҡорорға форсат бирә”, – тине ул.
Министр белдереүенсә, 2017 йыл тармаҡтың эҙмә-эҙлекле алға барыуының бер этабы булған. Һуңғы өс йылда үҫеш 11 проценттан ашыу тәшкил иткән. 130,5 миллион тонна иген йыйып алыу – был әле генә түгел, Рәсәйҙең Совет осорондағы тарихында булмаған хәл. Алдағы йылда ла был йүнәлеш һаҡланыр тип көтөлә. Ҡарабойҙай, соя, рапс етештереү күләме арта. 51 миллион тонна йыйып алынған сөгөлдөр 6,5 миллион тонна шәкәр етештерергә мөмкинлек бирәсәк. Был һан былтырғынан биш процент самаһына күберәк.
Һуңғы биш йылда 600 гектар майҙанда теплица төҙөлгән. Уның 300 гектары – яҡтылыҡ менән үҫтерелгән культуралар. Былтыр иһә 11 айҙа теплицала үҫтерелгән йәшелсәләр 13 процент тәшкил иткән. Шул иҫәптән 26 процент помидор, 10 процент ҡыяр.
Баҡсасылыҡ тармағы ла тотороҡло үҫешә. 14 мең гектар майҙанда яңы үҫентеләр барлыҡҡа килгән. Был һуңғы биш йылдағы уртаса күрһәткестән 18 процентҡа күберәк. Аҙаҡҡы алты йылда виноград плантациялары һаны 1,4 тапҡырға артҡан.
Малсылыҡта ла яҡшы уңыштарға өлгәшелгән. Мал һәм ҡош ите етештереү дүрт процентҡа күберәк теркәлеп, 14,6 миллион тоннаға еткән. Әйткәндәй, ауыл хужалығы ойошмаларында, фермер хужалыҡтарында үҫеш ете процент самаһы. Йомортҡа алыу һөҙөмтәләре лә ҡыуандыра.
Әлбиттә, агросәнәғәт өлкәһендәге яҡшы күрһәткестәр экспортҡа продукция һатыу мөмкинлеген ышаныслы арттыра. 11 айҙа аҙыҡ-түлек экспорты 19 процентҡа үҫеп, 14 миллиард һумға еткән. Шул иҫәптән шәкәр 17 процентҡа артып, 316 мең тоннаға, сусҡа ите 62 процент тирәһе булып, 19 мең тоннаға еткән. 1,6 миллион тонна көнбағыш майы (36 процент), 113 мең тонна ҡош ите (39 процент) сит илдәргә оҙатылған.
Игенде экспортҡа йүнәлтеү йәһәтенән дә күрһәткестәр яҡшы. Декабрь уртаһына 24,5 миллион тонна иген башҡа дәүләттәргә ебәрелгән. Тимер юл буйлап иген ташыу сығымдарын субсидиялауҙы тиҙләткәндә, был эште йәнә көсәйтер тип көтөлә.