Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү урта сроклы комплекслы программаһының ҡабул ителеүе был яҡтарға яңы һулыш өрҙө. Төбәктәге яңылыҡтар менән яҡындан танышыу маҡсатында сәфәргә юлландыҡ.Салауаттар ниндәй пландар ҡора?Тәүге туҡталыш – Салауат районы. Бында инвестициялар индереү, күрше өлкәләр менән иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү ниндәй кимәлдә? Ошо һорауҙар менән район хакимиәтендә туҡталдыҡ.
Район хакимиәте башлығы Марс Фәррәх улы КАШАПОВ башҡарылған эштәре һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
– Марс Фәррәх улы, тиҙҙән төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү буйынса төбәк-ара форум була. Был сараны ниндәй ҡаҙаныштар менән ҡаршылайһығыҙ?
– Район иҡтисадын модернизациялау һәм иҡтисади базаны киңәйтеү, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һөҙөмтәһендә ойошмаларҙың бөтә иҡтисади күрһәткестәре буйынса тауар әйләнеше былтыр, 2015 йыл менән сағыштырғанда, 11,6 процентҡа артып, 4 миллиард 600 миллион һум тәшкил итте. Шулай уҡ 2 миллиард 600 миллион һумға үҙебеҙҙә етештерелгән тауар тейәлгән. 2015 йыл менән сағыштырғанда, был 114,5 процентҡа тиң. Был йәһәттән һуңғы өс йылда үҫеш 30 процент тәшкил итә. Әлбиттә, быға төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү буйынса комплекслы программа ҙур этәргес булды. Программа сиктәрендә Нәсибаш ауылында Марат Илдус улы Хәйруллин хужалығында 200 баш малға һөт-тауар фермаһы төҙөлә, инвестициялар күләме – 10,9 миллион һум. Ошо уҡ ауылда йәшәгән Әлфиә Фидәрис ҡыҙы Сөләймәнованың крәҫтиән (фермер) хужалығында 200 башҡа иҫәпләнгән ғаилә малсылыҡ фермаһы барлыҡҡа килде, ошо маҡсатта һалынған инвестиция күләме 17,5 миллион һумға тиң.
Лағыр ауылында 1000 башҡа тәғәйенләнгән ҡошсолоҡ фермаһы яңыртылды. Был эштәрҙе Луара Баязит ҡыҙы Фәхретдинованың крәҫтиән (фермер) хужалығы үҙ көсө менән атҡарып сыҡты. 700 мең һум күләмендә аҡса һалынды. Торналы ауылында мал һуйыу цехын төҙөү эштәре тамамланды. Уны Антон Викторович Кулаков крәҫтиән (фермер) хужалығы үҙ өҫтөнә алды. Ошо маҡсатта 1,5 миллион һум тотонолған.
Балыҡ үрсетеү эшен асыу буйынса ла документтар әҙерләнә. Проект тормошҡа ашһа, Марат Миңлебаев хужалығы бағырҙы – 25 тонна, бәкре төрөндәге балыҡтарҙы биш тонна самаһы етештереүҙе күҙ уңында тота. Инвестиция күләме 12,5 миллион һум тәшкил итә. Умартасылыҡты үҫтереү буйынса ла программала ҡатнашҡандарҙың үҙ иҫәбенә һәм урындағы бюджет сараларынан маҡсатлы эштәр алып барыла. Әле дүрт эшҡыуар ҡатнаша.
Ҡортсолоҡта тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыу бурысы ла тора. Шәхси эшҡыуар, умартасы Сергей Николаевич Гусев ошо йүнәлештә эшләй. Лаҡлы ауылындағы крәҫтиән (фермер) хужалығы 50 баш малға иҫәпләнгән бинаны яңыртып ҡорорға йыйына. Был проект буйынса эштәр 2018 йылға иҫәпләнгән.
“Янғантау” шифаханаһының ярҙамсы предприятиеһы һыйыр малы үрсетеү буйынса ферма төҙөү уйы менән яна. 250 миллион һумға иҫәпләнгән был проект инвестициялар һалыуҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ.
Ауыл хужалығы өлкәһендә перспективалы йүнәлештәрҙең береһе – заманса фермалар булдырыу. Алдағы йылдарға районда ошондай ике ферма төҙөү маҡсатын ҡуйғанбыҙ, улар Артем Федоров һәм Александр Пономарев хужалыҡтары нигеҙендә сафҡа инәсәк. Эштәрҙе Екатеринбург ҡалаһынан “Альянс” ойошмаһы башҡарасаҡ.
– Марс Фәррәх улы, уй-ниәттәрегеҙ бик шәп. Уларҙы бойомға ашырыуҙа тотҡарлыҡтар юҡмы?
– Ауыл хужалығы тармағында үҫешен тотҡарлаған факторҙар – унда ҡатнашыусыларҙың ирекле финанс сығанаҡтарының булмауы. Шулай уҡ кадрҙарҙың тәжрибәһе, квалификацияһы, профилле белеме юҡ. Ауыл хужалығын алып барыуға тәғәйен пай ерҙәрен ҡуртымға биреү мәсьәләһе лә бар. Әле халыҡ уларҙы бесән әҙерләү өсөн файҙалана, был иһә сәсеү майҙандарының кәмеүенә килтерә.
– Бөгөн ауылда етештерелгән аҙыҡты һатыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн кооперативтар булдырырға кәрәк, тине республика етәксеһе. Һеҙҙә ошо маҡсатта ниндәй эштәр атҡарыла?
– Эйе, Рөстәм Зәки улы, һәр ауыл биләмәһендә иң кәмендә ике кооператив булырға тейеш, һәм был башланғыс күрһәткес, тине. Әле беҙҙә һөттө йыйыу, һаҡлау һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән “Лаҡлы” ҡулланыусылар кооперативы ойошторолдо. Уның тотороҡло эшләүен тәьмин итеү өсөн һөт заводы бинаһын үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла. Ошо маҡсатта Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығына 3,5 миллион һумлыҡ грантҡа документ тапшырылды.
2016 йылдан “Салауат” ҡулланыусылар кооперативы ит, тире, дарыу үләндәре, йәшелсә, картуф йыйыу менән шөғөлләнә. Халыҡ мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндереү, предприятиеның тотороҡло эшләүен тәьмин итеү, дәүләт программаларында ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләнгән.
Кооператив эшен ойоштороуҙа ла проблемалар бар. Төп мәсьәлә – әүҙем кадрҙарҙың етешмәүе. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы 2018 йылда бындай йүнселдәр өсөн уҡыу курсы ойошторасаҡ, әлеге мәлдә кооперативтарға етәкселек итерлек лидерҙар эҙләйбеҙ.
Кафе һәм ресторандар һаны арта. Әле районда 17 кафе эшләй, ул бер юлы 682 кешене хеҙмәтләндереү ҡеүәтенә эйә. 2011 йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡыр үҫеш күҙәтелә. Мәҫәлән, быйыл шәхси эшҡыуар Яна Ғәйнетдинова М-5 УРАЛ автотрассаһында, Ишембай ауылы янында, ҙур кафе-ҡунаҡхана комплексы төҙөнө. Яҡын арала ул сафҡа индереләсәк.
Шулай ҙа эшҡыуарҙар ҡунаҡхана, кафе, ресторан асыу эшенә әле һағайып ҡарай. Бюджеттан тыш социаль фондҡа страховка иғәнәләре күләменең артыуы, эшҡыуарлыҡтың ауыр ҡуҙғалыуы, эшсе һөнәрҙәр буйынса квалификациялы кадрҙарҙың етешмәүе, кредит проценттарының юғары булыуы, энергия сығанаҡтарына хаҡ артыуы ҡулланыусылар баҙарындағы үҫеште тотҡарлай.
– Районда уңайлы көнкүреш шарттары булдырыуҙың, лайыҡлы эш хаҡы түләнгән мәшғүллекте тәьмин итеүҙең мөһимлеген һәр етәксе яҡшы аңлай. Һеҙҙә ошо бурыстарҙы хәл итеү өсөн ниндәй саралар күрелә?
– Инвесторҙар менән маҡсатлы эшләү өсөн районда инвестиция майҙандары булдырылды. Силәбе өлкәһе менән сиктәш Мөрсәлим ауыл хакимиәте биләмәһендәге майҙандар инвесторҙарҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ. Газ, һыу үткән, тауарҙы тейәү һәм бушатыу өсөн тимер юл бар. Мөрсәлим ауылында инвесторҙарҙы логистика үҙәге булдырыуға йәлеп итә алдыҡ. Был пункт тимер юл транспорты тармағында терәк станцияһы буласаҡ, унда ағас материалдарын бушатыу, сортҡа айырыу һәм составтарҙа “Кроношпан” йәмғиәтенә һәм Өфө фанера комбинатына оҙатыу ҡаралған. Был логистика үҙәген ойоштороу буйынса “Боксит” йәмғиәте шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта Ҡыйғы, Балаҡатай, Дыуан һәм Салауат райондарының ағас эшкәртеүселәре менән килешеү төҙөлгән. Шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Усть-Ҡатау ағас әҙерләүселәре менән дә һөйләшеүҙәр алып барыла.
Ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа сит ил инвесторҙарын йәлеп итеү эше алып барыла. Мөрсәлим цемент заводын төҙөү буйынса сит ил инвесторҙары менән килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Был проект республика Хөкүмәте Аппаратының махсус программалар бүлеге күҙәтеүендә. Тағы ла бер ҙур проект – район биләмәһендә Геопарк ойоштороу. Уны булдырыу үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ тәбиғәт объекттарын, үҫемлек донъяһын, матур еребеҙҙе һаҡлау мөмкинлеге тыуҙырасаҡ. Геопарк булһа, урындағы халыҡта туристарға төрлө ҡул эштәрен, сувенирҙар һәм башҡа ижад өлгөләрен һатыу мөмкинлеге тыуасаҡ.
Әлеге ваҡытта проект-смета документтары әҙерләү мәсьәләһе килешелгән, объекттың проекты менән “Янғантау” шифаханаһы шөғөлләнә. “Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап” һәм Геопарк туристар картаһы маршруттары тап килгәс, был ике объект бер-береһен тулыландырып торасаҡ. Геопарк ойоштороуҙың төп шарттары булараҡ, районда географик объекттар талап ителә. Беҙҙең районда бындай объект булып Янғантау һаналһа, икенсе объект – ул Мәсетле киҫелеше. Мәсетле ауылы янында тау ҡатламы киҫелешендә Ер шарының үҫеш эраларын дәлилләгән ҡабатланмаҫ эҙҙәр бар. Ошо ҡатламды өйрәнгән ғалимдар әле беҙ йәшәгән урында бынан 285 мең йыл элек диңгеҙ булғанын дәлилләй. Геопарк туристарға был объекттарға юл аса һәм район үҫешенә этәргес буласаҡ, инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Ғөмүмән, әлеге ваҡытта район биләмәһендә ауыл хужалығы, балыҡсылыҡ, туризм эшмәкәрлеге буйынса ун бер инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.
Яңы ҡаҙанлыҡ тарифтарҙы ауыҙлыҡлағанЭлектр уты сығанаҡтарына, яғыулыҡҡа хаҡ көндән-көн артҡан заманда нисек сығымдарҙы кәметергә тигән һорау һәр кемде борсой. Малаяҙҙа иһә был мәсьәләне бик уңышлы хәл иткәндәр – күп фатирлы йорттарҙы, учреждение биналарын йылытҡан төп ҡаҙанлыҡты реконструкциялағандар. Был иһә сығымдарҙы ике тапҡырға тиерлек кәметеүгә булышлыҡ иткән. Проект төбәкте үҫтереү программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған.
– Ҡаҙанлыҡта дүрт йыл эшләйем. Мин килгәндә реконструкцияның беренсе этабын үтеп, ике ҡаҙанлыҡ алмаштырылғайны. Үҙгәрештәр барышында кирбестән һалынған һигеҙ ҡаҙанлыҡтан бары алтыға ҡалдырылды. 2016 йылда яңы ҡаҙанлыҡ, насостар, электр ҡорамалдары, торбалар ҡуйылды. Хәҙер авария булған осраҡта ике универсаль ҡаҙанлыҡ дизель яғыулығы менән дә йылыта ала. Шулай уҡ дизель яғыулығында эшләгән электр станцияһы бар. Ул ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә бер ҡаҙанлыҡты электр уты менән тәьмин итеү ҡеүәтенә эйә. Ҡаҙанлыҡтар газды аҙ сарыф итә, бик отошло, ҡулланыуҙа ла хәүефһеҙ. Элекке кеүек ватылып тормай. Элек һауаны йылытһаҡ, хәҙер йылы юғалтыуһыҙ тиерлек ҡулланыусыға барып етә, – ти мастер Азамат Ғәйнетдинов.
Рәсәйҙә етештерелгән RC–D 2500 ҡаҙанлығы, Италиянан алынған газ горелкаһы тулыһынса автоматлаштырылған. Әйләнеште тәьмин иткән насостар Германиянан килтерелгән. Аҡыллы заман ҡорамалдары сығымдарҙы 40 процентҡа кәметеп, торлаҡ-коммуналь хаҡтарҙы ла ауыҙлыҡлаған. Элек ҡаҙанлыҡты 12 кеше хеҙмәтләндерһә, хәҙер туғыҙ ҡалған.
Көҫәпәйҙәрҙең юллы булғаныБыға тиклем ҙур донъяға яҡын йәшәп тә юлһыҙ интеккән Көҫәпәй ауылы халҡы ошо көндәрҙә күтәренке кәйеф менән йәшәй, тип әйтһәк та, хата булмаҫ. Ниһайәт, ауылға юл килде. Был иһә көҫәпәйҙәр тормошона яңы һулыш өҫтәне.
Көҫәпәй ауылын Кропачево – Мәсәғүт – Красноуфимск юлы менән тоташтырған 4,5 саҡрым арауығындағы юл “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” федераль маҡсатлы программаһы буйынса тормошҡа ашырылған. Ошо маҡсатта 107 миллион һум аҡса бүленгән. Төҙөлөштө “Башкиравтодор” предприятиеһы алып бара.
Әйткәндәй, салауаттар юл төҙөү буйынса федераль программаларҙа уңышлы ҡатнаша. Былтыр “Бәләкәй ауылдарға юл” федераль программаһы буйынса Ташауыл ауылына 2,7 саҡрым оҙонлоғонда юл һалыуға өлгәшкәндәр. Был ошо төбәккә килгән туристар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырған.
Кәзә ҡымыҙы файҙалыКөҫәпәй ауылынан фермер Алһыу менән Фәнис Ғәлимовтар төбәктә быуат төҙөлөшөнә тиң юл һалынғанға ҡыуанып бөтә алмай, сөнки улар өсөн ҙур пландарҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге лә арта.
Һөнәре буйынса ғаилә башлығы – ветеринар. Был йүнәлештә ике йыл ғына эшләй. Хужалыҡ тарҡала, мал бөтөрөлә. Ул махсус белем алып, Малаяҙ урман хужалығында умартасы була. 2004 йылда умарталыҡ ябыла. Фәнис Марат улы күп уйлап тормай, ошо уҡ йылда фермерлыҡ эшен ойоштороп ебәрә.
– Тәүҙә ҡорт тоттоҡ. “Янғантау” шифаханаһында кәзә ҡымыҙы һатҡан кешене күреп, был шөғөлдө оҡшатып ҡайттым. Утыҙ һарыҡты кәзәгә алыштырып, беҙ ҙә кәзә ҡымыҙы етештерә башланыҡ. Ғаиләбеҙ ишле – биш бала, шуға ла уларҙы ҡарау өсөн күпләп мал тотабыҙ, – ти Фәнис Марат улы.
Ғәлимовтар, 2013 йылда дәүләт программаһында ҡатнашып, 1,5 миллион һумлыҡ грант алыуға ирешә. Был аҡсаны бик урынлы тотонғандар: “Беларусь-82” тракторы, пресс-йыйғыс, тырма, кун, сапҡыс, сүмес, биш баш тоҡомло һыйыр малы алалар. Шулай итеп, бөгөн уларҙың хужалыҡты алып барыу өсөн бөтә шарттары ла бар. Киләсәктә һыйыр, йылҡы малын арттырасаҡбыҙ әле, тиҙәр.
– Ирем менән икәүләп бесән әҙерләнек. Ҡыҙҙар иһә өйҙә кәзә һауа, шешә йыуа, ҡымыҙ бешә, әҙер аҙыҡты һауыттарға тултыра. Йәй көнөнә 40 литр самаһы ҡымыҙ етештерәбеҙ, – ти Алһыу Гранит ҡыҙы.
Кәзәләрен ауыл көтөүенә ҡыуалар. Ваҡыты менән 80-ләп баш кәзә лә тотҡандар, әле ваҡыт самалы тип 45 башҡа ҡалдырғандар. Унан тыш 20 баш һарыҡ, ун һыйыр, егермегә яҡын йылҡылары бар.
– Мал тотоу кәсебе еңелдән түгел. Быйыл 400 төргәк бесән әҙерләнек – шул етә, көнөнә ике төргәк китә. Аттар декабрҙә ҡураға инә. Яйлап йылҡы үрсетеү уйы бар. Атты ҡарау еңелерәк, – ти Фәнис Марат улы.
Ғәлимовтарға ҡарайһың да, егәрленең ҡулы алтын һәм бәрәкәтле булыуына тағы ла инанаһың. Хужабикәнең хужалыҡта ҡырҡ мәшәҡәте булһа ла, биш баланы ҡарарға ла, 69 төп гөл үҫтерергә лә ваҡыты табыла. Әйткәндәй, ул “Герой-әсә” миҙалы менән дә бүләкләнгән. Балалары ла ҡул араһына ингән, ата-әсәһенең төп ярҙамсылары. Өлкән ҡыҙы быйыл кейәүгә сыҡҡан.
– Ауылда йәшәп бер тауыҡ та тотмаған йәштәр бар. Ҡайһы берәүҙәрҙә ихтыяр көсө юҡ. Эш юҡ, тип өйҙә тик яталар. Ата-әсәһе биргән йә уларҙан тороп ҡалған малды тотоналар ҙа, шуның менән донъя мәшәҡәттәре бөтә. Беҙгә ауылда йәшәү оҡшай, хатта тормош та еңелерәк тойола. Үҙеңә үҙең хужаһың, үҙ ыңғайыңа эшләйһең. Ҡул ҡаушырып ултырмағандарҙың тамағы туҡ. Хәҙер техника бар, тырышһаң, йәшәргә була. Тик бына һөттө бик арзан хаҡ менән ҡабул итәләр, шуға ла киләсәктә бәләкәй цех асып, үҙебеҙҙә эшкәртеп һатырға ине, – ти Ғәлимовтар.
Эшҡыуарҙарға ярҙам үҙәге асылдыДыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылына барып төшкәндә Эшлекле үҫеш район-ара үҙәген асыу тантанаһы бара ине. Улар Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай, Салауат, Ҡыйғы райондарын хеҙмәтләндерәсәк. Хәҙер урындағы эшҡыуарҙарға бер урында һәр яҡлап та ярҙам итеү мөмкинлеге бар.
Былтыр ошондай базалар Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында, Ҡариҙелдә һәм Күмертауҙа асылды. Киләһе йыл Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Белорет, Туймазы ҡалаларында ошондай хеҙмәт күрһәтә башлаясаҡтар.
– Эшлекле үҫеш үҙәген асыуҙың өҫтөнлөгө шунда, хәҙер ундай “тәҙрә”ләрҙә консультациялар тиҙ һәм ойошҡан барасаҡ, иң мөһиме – сығымдар талап итмәйәсәк. Һәр кем 50 йүнәлеш буйынса мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә: консультация, иҫәп асыу өсөн документтар тултырыу, электрон-һанлы ҡултамға алыу, шәхси предприятие һәм ойошмаларҙы теркәү, ЕГРЮЛ, ЕГРИП үҙгәрештәр индереү, Бизнес-навигатор порталында теркәлеү, дәүләт финанс ярҙамы алыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин, – ти Мәсәғүттәге Күп функциялы үҙәк етәксеһе Салауат Йыһанғәлин.
Иген уңды, тик ҡайҙа ҡуйырға?Ошондай борсоулы йөҙ менән ҡаршыланы Дыуан районында урынлашҡан “Ярославский” ауыл хужалығы етәксеһе Владимир Николаевич Храмцов. Быйыл гектарынан 20-шәр центнер уңыш алғандар, әммә игенгә хаҡ ике тапҡырға тигәндәй кәмеү сәбәпле, уны нисек табышлы итеп һатыу өҫтөндә баш вата етәксе. Бөгөнгө хаҡтар менән ебәрһә, уңыш үҫтереү-йыйыуға киткән сығымдар ҙа ҡапланмаясаҡ, тимәк, хужалыҡ бөлгөнлөккә төшәсәк. Бөтәһе 8,5 мең гектар һөрөнтө ере, 2 меңдән ашыу һыйыр малы, 600-гә яҡын сусҡаһы, 80-гә яҡын йылҡыһы булған хужалыҡ өсөн был – бик етди мәсьәлә. Әле предприятие 228 кешегә хеҙмәт урыны булдырған. Хужалыҡта тирмән, икмәкхана, колбаса цехы ла уңышлы эшләй. Әҙер продукцияны үҙҙәренең магазинында һаталар һәм тағы бер нисә сауҙа нөктәһенә сығаралар.
“Ярославский” районда ғына түгел, ә республикала ла иң эреләр иҫәбендә. Ул тоҡомсолоҡ йүнәлешендә шөғөлләнеүе менән дә үҙенсәлекле. Бында мул һөт биргән ҡара-сыбар, лимузин тоҡомло һыйыр малын үрсетәләр. Шулай уҡ элиталы иген, ҡуҙаҡлы культура орлоҡтарын үҫтереү менән дә шөғөлләнәләр.
Быйыл яңы киптергес сафҡа ингән. Уны сифатлы орлоҡ әҙерләү маҡсатында Пермь ҡалаһындағы “Техноград” фирмаһынан һатып алғандар. Былтыр уға төп ҡорамалдарҙы урынлаштырһалар, быйыл газ һәм электр уты тоташтырғандар. Яңы ҡорамал сәғәтенә ун тонна иген киптереү ҡеүәтенә эйә. Быйылғы яуынлы йылда киптергес хужалыҡтың уңышын һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индергән, сөнки ул юғары дымлылыҡ менән килгән ҡуҙаҡлыларҙы ла ауырлыҡһыҙ киптерә. Киләсәктә игенде таҙартыу линияһын сафҡа индереп, сифатлы орлоҡ етештереү йүнәлешен үҫтереү ниәте менән йәшәй предприятие.
– Быйылғы йыл ауыл хужалығы өсөн уңышлы булды, тип әйтә алмаҫ инем, сөнки етештергән тауарҙы һатыуы ҡыйын. Был иһә тоҡомло малға ла ҡағыла: элек теләп алһалар, хәҙер һорау юҡ, ябай мал хаҡы менән һатабыҙ. Уңыш та яҡшы булды, әммә уға хаҡ күпкә арзан. Былтырғы хаҡтар менән сағыштырғанда, 60 процент самаһы түбән. Мәҫәлән, ҡарабойҙай хаҡы өс тапҡырға осһоҙораҡ. Киптергес булһа ла, игенде яҡшы хаҡтар урынлашҡансы һаҡлай алмайбыҙ, сөнки хужалыҡ ҙур һәм уны тотоу өсөн көн дә ҙур сығымдар талап ителә. Мәҫәлән, уңыш йыйыу ваҡытында яғыулыҡ-майлау материалдары өсөн көнөнә 100 мең һумдан ашыу сарыф итәбеҙ, ә айына өс миллион һумдан ашып китә. Шуға күрә беҙ игенде шунда уҡ һатырға мәжбүрбеҙ.
Уны яҡшы ваҡыттарҙы көтөп һаҡлау ҙа ҡайһы саҡта үҙен аҡламай. Мәҫәлән, былтыр тәүҙә ҡарабойҙайҙы 24-26 һум менән һатһаҡ, быйыл яҙ уға хаҡ 13 һумға тиклем төштө. Элек дәүләт үҙ мәнфәғәттәренә иген һатып алһа һәм был иген һатыуҙа ышаныс бирһә, быйыл дәүләт иген һатып алманы. Ошоға бәйле хаҡтар ҙа ҡырҡа төштө. Шулай уҡ илдә игендең яҡшы уңыуы ла хаҡтарҙың төшөүенә булышлыҡ итте, тиҙәр.
Ҡулланыусыларҙың һатып алыу һәләте лә кәмене. Быйыл яңы уңышты һатыуҙан беҙ ете миллион һумды юғалттыҡ. Әле иген хаҡы ун йыл элек булған хаҡҡа тиңләште, ә яғыулыҡ-майлау материалдарына, запас частарға һәм башҡа сығымдарға хаҡ арта. Килеп тыуған хәлгә беҙ бер нисек тә йоғонто яһай алмайбыҙ. Әгәр ҙә ошолай дауам итһә, ауыл хужалығы бөлгөнлөккә төшәсәк йә юҡҡа сығасаҡ. Иң мөһиме – тотороҡло хаҡтар булһын. Быйыл иген һәм һөт өсөн бер тин дә субсидия алманыҡ. Әгәр субсидия алһаҡ, ул ете миллион һум самаһы булыр ине. Ошо мәсьәләләр бер төйөн булып йыйылғандан-йыйыла һәм хужалыҡ өсөн етди хәүеф тыуҙыра, – ти Владимир Николаевич.
Бәлә яңғыҙ йөрөмәй тигәндәй, быйыл Туймазы, Бүздәк райондарында бешмәгә бәйле карантин иғлан итеү арҡаһында төбәккә мал индереү һәм сығарыу ваҡытлыса тыйылды. Уның эҙемтәләре республиканың икенсе тарафында ятҡан төньяҡ-көнсығыш райондарында ла иҡтисади яҡтан сағылған. Республиканан мал сығарыу һәм индереүҙе ваҡытлыса тыйыу сәбәпле, “Ярославский” хужалығы Силәбе өлкәһенән һатып алыусыларын юғалтҡан. Владимир Храмцов белдереүенсә, хәҙер уларҙы кире ҡайтарыу мөмкин түгел, шуға ла икенсе һатып алыусыны эҙләргә тура килә.
Ауыл хужалығы еңел тармаҡ булмаһа ла, ярославкалар бирешергә йыйынмай. Хужалыҡ төрлө программаларҙа ҡатнаша. Субсидия иҫәбенә һөттө пастеризациялау, пакеттарға ҡойоу цехы асҡандар. 13 миллион һум торған комплекслы киптергестең 60 процентын хужалыҡ үҙе түләгән, ҡалғанын – дәүләт ярҙамы иҫәбенән.
– Төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереү буйынса комплекслы программаны тормошҡа ашырғанда, беҙҙең кеүек хужалыҡтарға адреслы ярҙам күрһәтелһә, яҡшы булыр ине, – ти етәксе.
Владимир Храмцов Силәбе ауыл хужалығы университетында электрикка уҡый. Хеҙмәт юлын да ошо хужалыҡта электрик вазифаһында башлаған. Унан туғыҙ йыл һөнәрселек училищеһында директор була. Ергә, тыуған ауылы яҙмышына битараф булмауы уны “Ярославский” хужалығына кире ҡайтара. Бала саҡтан крәҫтиән хеҙмәтен яҡшы аңлаған (атаһы ошо уҡ хужалыҡта 20 йылға яҡын рәйес була), вузда ауыл хужалығы эшен ойоштороу серҙәренә өйрәнгән етәксе эште төптән аңлап, уңышлы алып бара.
– Беҙ киләсәктә төньяҡ-көнсығыш райондары араһында элиталы орлоҡ етештереү буйынса алдынғы хужалыҡ булып эшләргә теләйбеҙ. Бының өсөн башланғыс нигеҙ бар. Беҙҙең хужалыҡта сәселгән майҙандарҙың 60 процентын юғары репродукциялы, йәғни элиталы сортлы орлоҡтар тәшкил итә. Был һөҙөмтәгә ирешеү өсөн биш-алты йыл ең һыҙғанып эшләнек. Сифатлы иген үҫтереүгә башҡа хужалыҡтарҙы ла өйрәтергә уйлайбыҙ. Әммә уларҙы тормошҡа ашырыу һәм хужалыҡ үҫһен өсөн иткә, һөткә һәм игенгә яҡшы хаҡтар булырға тейеш, – тип Владимир Николаевич беҙҙең менән хушлашҡанда ла ауыл хужалығын борсоған көнүҙәк мәсьәләрҙе тағы ла бер телгә алды.
Бында “Галактика” идара итәЫсынлап та, республика етәкселеге юғары трибуналарҙан ауыл хужалығында ҡулланыусылар кооперацияһын ойоштороу көн талабы булыуын аңлатҡан саҡта, Дыуан районының Салғыя ауылында 2009 йылдан бирле “Галактика” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы уңышлы эшләй.
– Беҙҙә фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтарында мал тотҡан кешеләр күп. Һөттө ҡайҙа итергә белмәгәс, көнүҙәк мәсьәләне ошо юл ярҙамында хәл иттек, – ти кооператив рәйесе Иван Васильевич Ваганов.
Эште башлағанда бары бер машина ғына була, ауылдарҙан һөттө ат егеп йөрөп йыялар. Бөгөн иһә “Галактика” – урындағы һөт етештереүселәрҙе туплап торған ҙур ойошма: ун крәҫтиән (фермер) хужалығы, 250 шәхси хужалыҡ менән хеҙмәттәшлек итә.
Әлеге ваҡытта Дыуан районының – ун ике, Мәсетле районынан өс ауылы халҡы кооперативҡа һөт тапшыра. Халыҡтан һөттө көнөнә бер йыйһалар, хужалыҡтарға иртәле-кисле – ике тапҡыр сығалар. Йәй тәүлегенә һөт күләме 25 тоннаға тиклем етә, ҡыш – дүрт-биш тонна.
Бында бөтә процесс яйға һалынған. Машина килеү менән лаборант проба ала, сифатын билдәләй. Унан һуң һөттө юғары сифатлы фильтрҙар аша үткәреп, тиҙ генә һыуытҡан системаға ҡыуалар, артабан һөт һыуытҡысҡа һурҙырталар. Унда иһә автоматлаштырылған система һөттө бер температурала һаҡлауҙы тәьмин итә. Аҙаҡ сеймалды Мәсәғүт һөт-консерва комбинатына тапшыралар.
Бынан тыш, йәш мал өсөн ҡуйы һөттө алмаштырған ҡатнашмалар һатыу менән дә шөғөлләнәләр. Халыҡ һөттө тапшыра, ә быҙауҙарын ошо ҡатнашма менән туйындыра. Йылына 200 тоннаға тиклем килтерәләр.
Кооперативта 13 кеше эшләй. Һөт өсөн айына ике тапҡыр иҫәпләшеп торалар. Ҡабул итеү хаҡы ла яҡшы – йәй бер килограмм өсөн 19 һум түләгәндәр. Быға комбинаттың һөттө яҡшы хаҡ менән алыуы ла булышлыҡ иткән.
“Галактика” бер урында тапанмай, үҫеш юлдарын эҙләй. Былтыр 3 миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәшкәндәр. Программаға ярашлы, был сумманың 40 процентын предприятие үҙе индергән. Грант аҡсаһына һөт һыуытҡыс, тиҙ һыуытыу системаһы, һиҙгер электрон үлсәүҙәр һәм автомобиль һатып алғандар.
– Беҙҙә халыҡ уңған, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары уңышлы эшләй. Светлана Накоскина, Александр Завьялов кеүек фермерҙар тәүлегенә берәр тонна һөт һауа. Намыҫлы эшләйҙәр, хужалыҡтарында техник процесс дөрөҫ алып барыла. Гөлнара Фәрхетдинованың һыйырҙары ваҡытында быҙаулай, фермаһында бөтә эш тә дөрөҫ ойошторолған. Быйыл Гөлнара крәҫтиән (фермер) хужалығын үҫтереү өсөн грант алды, – тип партнерҙарын маҡтап телгә алды Иван Васильевич.
Сығышы менән ошо уҡ ауылдан булған, оҙаҡ йылдар етәксе вазифаларҙа, шул иҫәптән колхозға ла етәкселек иткән Иван Ваганов үҙен кооперация эшендә лә яҡшы ойоштороусы итеп күрһәтә. Шулай булмаһа, ошондай ауыр һәм яуаплы бурысты иңенә алмаҫ ине. Үҙенең алдан күрә белеүсәнлеге менән күп кенә ауылдаштарын эшле иткән, тип әйтһәк тә хата булмаҫ, сөнки Салғыя ауылында ғына түгел, ошо тирәлә йәшәгән һәм һыйыр тотҡан кешеләр Иван Васильевичтың бөтмөрлөгө арҡаһында малдарының файҙаһын күрә. Бер һыйыр тотоп, көн дә һөт тапшырғандарҙың да айына ун мең һум самаһы төшөм алыуы ошо хаҡта һөйләй.
Ҡыйғылар ҙа бер урында тормайТөньяҡ-көнсығыш райондарҙы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү урта сроклы комплекслы программаһына ярашлы, Ҡыйғы районында бөтәһе 170 сара (500 миллион һумға) планлаштырылһа, уларҙың 130-ы (200 миллион һумы үҙләштәрелгән) бойомаға ашырылған. 2016 йылда 12 инвестиция программаһына ярашлы, 110 миллион һум сарыф итеү ҡаралһа, ғәмәлдә 50 миллион һумдан ашыуы финансланған.
Биш проект тамамланған. Шул иҫәптән Үрге Ҡыйғыла “Кристалл” инвесторы ярҙамында пенополистерол етештереү буйынса цех төҙөлгән. Былтыр ауыл хужалығы етештереүселәре 24,5 миллион һумға 34 берәмек техника һатып алған.
Районда “2012 – 2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһында эш башлаусы фермерҙарға ярҙам” программаһы буйынса ике фермер – Зөфәр Мөхәмәтдинов, Динар Шакиров грантҡа лайыҡ булған. “2012 – 2016 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә һөт-малсылыҡ фермалары” программаһы буйынса Юнир Ғирфанов та алған. Быйыл фермер Самат һәм Рифат Нотфуллиндар “Башҡортостан Республикаһы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ауыл хужалығы фермаларын үҫтереү” программаһында уңышлы ҡатнашып, ҙур ярҙам алыуға өлгәшкәндәр.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡ та хеҙмәтләндереү күләмен үҫтерә. Әле районда алты икмәкхана, ике кондитер изделиелары етештереү цехы, мал салыу һәм ит продукцияһын артабан һатыу буйынса комбинат эшләй. Туҡландырыу тармағы ла үҫешә, әле районда 15 предприятие йәмәғәт туҡланыуы менән шөғөлләнә. Былтыр Азалия Низаметдинова ике ҡатлы бина төҙөп, ҡунаҡхана һәм кафе аса. Төҙөлөш материалдарын етештереү буйынса ла алға китеш бар: “Кристалл” йәмғиәте – йылылыҡ блоктары, эшҡыуарҙарҙан Рәмил Әхмәтов – тротуар һәм гипс плиткалары, Руслан Сабирйәнов – арболит блоктар, Руслан Гергель өй комплекттары һәм профнастил етештерә. “Ҡыйғы тегеү фабрикаһы” йәмғиәте илдең Хәрби Ҡораллы Көстәре өсөн ранец, гранаталар, рядовой һәм сержант составы өсөн медицина сумкалары тегә.
Киләсәктә “Башҡорт болондары” йәмғиәте һөт-тауар фермаһын реконструкциялау һәм ҡара-сыбар таналар алып, һөт етештереүҙе арттырыу, итле малды үрсетеү фермалары булдырыу кеүек инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.
Ҡыйғы район хакимиәте төрлө йүнәлештәге проекттарҙы тәҡдим итә, тик финанс ҡыйынлыҡтары арҡаһында уларҙың ҡайһы берҙәре туҡтап ҡалған.
Йәш булһа ла, тәүәккәлСығышы Ҡыйғы районының Йүкәлекүл ауылына барып тоташҡан 21 йәшлек Самат Нотфуллинды республикала иң йәш фермерҙар иҫәбенә индерергә мөмкин. Йәш, әммә бик тә ҡыйыу, тәүәккәл егет. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, район хакимиәтенә йәштәр бүлегенә белгес булып урынлаша. Тик ул алты ай самаһы ғына эшләп ҡарай ҙа, минеке түгел, тип үҙ эшен асырға ҡарар итә. Шулай итеп, 19 йәшендә генә фермер булып китә.
Был эштә ата-әсәһе төп ярҙамсыһы, кәңәшсеһе була. Буш торған “Аҡбуҙат” фермаһын һәм ҡуртымға 700 гектар ер алып, йылҡы үрсетә башлай. Эшселәр өсөн тәғәйенләнгән бинаға йылылыҡ, электр уты үткәрә, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн видеокамералар ҙа ҡуя. Хужалыҡҡа ярҙам булһын тип, таҡта ярыу цехын урынлаштыра. Ошо ике йыл эсендә техника базаһын да нығытып өлгөргән, ауыл хужалығын алып барыу өсөн кәрәкле булған бөтә агрегаттары ла бар. Йылҡыны ла йөҙ башҡа еткергән.
– 700 гектар ерҙең 400-ө – сәсеүлек майҙаны, ҡалғаны сабынлыҡ. Быйыл һоло уңды, бер гектарҙан 28 центнер һоло алдыҡ. Ҡарабойҙай, киреһенсә, насарыраҡ булды. 2300 төргәк бесән әҙерләнек, яртыһын һатырмын тип торам. Уңыш малға ла, һатыуға ла етә. Әлбиттә, йыл ауыр булды. Тәбиғәт шарттарына бәйле бесәнгә лә, уңыш йыйыуға ла һуң төштөк, – ти Самат Азат улы.
Самат Нотфуллин районда ҡымыҙ етештереүсе булараҡ та танылыу алған. Йәйге миҙгелдә килешеү буйынса бер һауынсы һәм бер ҡымыҙ бешеүсе яллай. Йәйен көн һайын 100 литрға яҡын ҡымыҙ урындағы сауҙа үҙәктәренә һатыуға сығарыла. Йәш фермер белдереүенсә, йылҡы ите халыҡта ҙур һорау менән файҙалана.
Хужалыҡта биш кеше даими эшкә урынлашҡан. Бында хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында түләнә. Йәй баҫыу ваҡытында өлгөрмәгәндә башҡа фермерҙар менән килешеп, бергә ҡайнайҙар.
Урындағы хакимиәт эш асырға теләгәндәр өсөн һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Шул иҫәптән Самат Нотфуллин да был мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаған. Үҙ эшен асыу өсөн хакимиәт уға 300 мең һум аҡса биргән. Был ярҙамға аттар ала. Шулай уҡ быйыл төньяҡ-көнсығыш райондарын комплекслы үҫтереү программаһына ярашлы ун миллион һумлыҡ грантҡа үткән. Программа шарттарына ярашлы, дүрт миллионды (40 процент) үҙ иҫәбенән индергән. Фермер был ярҙамды яңы техника, ҡымыҙ етештереү буйынса яңы ҡорамалдар алыу, ферманы реконструкциялау, ҡаҙылыҡ етештереү цехы асыу өсөн тотонорға йыйына. Был проект тормошҡа ашһа, ундан ашыу кешегә эш урындары ла булдырыласаҡ.
– Нәҫел тамырҙары ошо ергә береккән, атай-олатайҙарыбыҙ ғүмер буйы ерҙә тир түккән һәм әле лә эшләйҙәр. Ауыл балаһы булғас, бала саҡтан мал ҡарап, бесән эшләп үҫтек. Мал тәрбиәләү рәтен белгәс, хужалыҡты ойоштороу әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы. Район етәкселәре лә ярҙам итә, эшлә, тип кенә тора. Тырышһаң, ауыл ерендә лә эшләп, килем алырға була, – ти Самат Азат улы.
Күп райондарҙа аттар ҡарауһыҙ йөрөй, ә бында был йәһәттән тәртип – йәй буйы аттар билдәле урында ныҡлы ҡарау аҫтында тотола, кеше сабынлыҡтарын, сәсеү яландарын тәләфләмәй, көҙ иһә кеше бесәнен ташып алып бөткәс, йылҡыһын иреккә сығара.
Йәш фермерҙың аттары район һабантуйында ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындар яулай. Үҙе лә ошондай сараларҙы, спорт ярыштарын ойоштороуҙа матди ярҙам күрһәтә.
Егеттең һөнәре иҡтисадсы-иҫәпсе булһа ла, ул йылы кабинет эшен көтөп өйҙә ятҡандарҙан түгел. Тиҙҙән ошондай тәүәккәл, тырыш егеттәр иңенә ауыл хужалығы эше тороп ҡаласаҡ та инде.
Бала саҡ хыялын тормошҡа
ашырып, туризмды үҫтерәҒөмүмән, республикала туризмды үҫтереүгә һуңғы йылдарҙа ғына ныҡлап иғтибар бүленә башланы. Ҡайһы бер райондарҙа ул бөтөнләй юҡ тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Ҡыйғы районында ла ошо уҡ хәл – туризм яңы орлоҡланып тора. Үрге Ҡыйғынан Илдус Шамил улы Ҡужин – шул тос орлоҡтарҙың береһе.
Эйе, дәртле, алдынғы ҡарашлы йәш эшҡыуар был тарафтар өсөн әлегә ят булған эште башлап тора. Тәүге аҙымдар яһағанда “Эш башлаған эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы” муниципаль программаһында ҡатнашып, район хакимиәтенән 250 мең һум ярҙам алыуға ирешкән. Был аҡсаға Үрге Ҡыйғыла буш торған бинаны алып, ремонтлап, көнсығыш аштарына өҫтөнлөк бирелгән “Бархан” кафеһы эшләй. Республика конкурсында уның тәҡдим иткән бизнес планы “Иң яҡшы проект” тип табыла һәм ул 150 мең һум ала. Ошо ярҙам иҫәбенә турбаза эшләй башлай. Шуға ла Илдус Шамил улы: “Әлбиттә, эш башлаған эшҡыуарҙарға ошондай ярҙам кәрәк. Был йәһәттән беҙҙең хакимиәт әүҙем”, – ти.
Көньяҡ Урал дәүләт университетында иҡтисадсы һөнәрен алған егет тәүҙә ғаилә бизнесын үҫтереүҙә ярҙам итә. Һуңынан үҙенең эшен асырға тәүәккәлләй. Тәүге аҙымдар яһағанда ата-әсәһе ярҙам итә.
Ниңә туризмды һайланың, сауҙа өлкәһендә лә уңышлы эшләй алыр инең, тип ҡыҙыҡһынам. “Районда әле булмаған яңы йүнәлеште үҫтереү теләге ошо өлкәгә йүнәлтте. Бала саҡтан үҙемдең эшемде асыу хыялы менән йәшәнем. Үҙем дә туризмды, тәбиғәттә булыуҙы яратам. Шуға мөмкинлек тыуыу менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә тырышам”, – ти Илдус.
Шулай итеп, Илдус Ҡужин дүрт йыл үҙ ҡаҙанында ҡайнай. Ҡуртымға дүрт гектар ер алып, мунса, ике ҡунаҡ йорто төҙөй. Йәй, туристар ағымы артҡан саҡта, улар турбазала йәшәй. Улар өсөн йылғала ағыуҙы ойоштора, ҡаршы ала һәм оҙата, прокатҡа квадроциклдар бирә. Ҡыш ял итергә килгәндәр ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөй, тюбингта шыуа, пейнтбол уйнай. Бынан тыш, үҙҙәренән 120 километр самаһы алыҫлыҡта ятҡан Ирәмәл тауына күтәрелеүҙе лә ойоштора. Төлөк аша йөрөйҙәр, үҙҙәренең оҙатыусылары ла бар.
Илдус Ҡужин үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, ә район тормошонда ла ҡатнаша, төрлө сараларҙа бағыусы булып сығыш яһай, “Ҡыйғы” хоккей командаһына ла ярҙам күрһәтә. Ошондай ҙур пландар, хыялдар менән йәшәгән егеттәр арабыҙҙа күберәк булһын.
Үҙҙәренең профнастилдары барЭйе, хәҙер Ҡыйғы халҡы профнастил эҙләп ете ят ергә сапмай, сөнки үҙҙәрендә бынамын тигәнен сығаралар. Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та белә. Йәй эш сәфәре барышында ул Руслан Витальевич Гергелдең “Гергель” фирмаһында булып, шәхси эшҡыуарҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.
Руслан Гергель 2012 йылда 100 мең һум күләмендә стартап алып, шәхси автомобилен һатып, был аҡсаға таҡта ярыу цехын ала һәм үҙ эшен аса. Тәүҙә таҡта, брус кеүек төҙөлөш материалдары етештерһә, һуңынан өй комплекттары әҙерләй башлай. Бер аҙҙан ағас цехы ла сафҡа инә. Унда сәңгелдәк, беседка, ултырғыс, карауат, баҡса мебеле, ағастан евровагонка һәм башҡа төрлө әйберҙәрҙе заказ буйынса эшләйҙәр. Былтыр профнастил һәм баҡса өсөн төҙөлөш материалдары етештерә башлаған.
– Заказ буйынса эшләйбеҙ. Заказсы күпме оҙонлоҡта профнастил һорай, шунса сығара алабыҙ. Халыҡ хәҙер төҙөлөш менән әүҙем шөғөлләнә, шуға ла тауарға ихтыяж ҙур. Профнастил өсөн тимер ҡалайҙы Магнитогорск металлургия комбинатынан алам, сөнки сифаты юғары, – ти Руслан Витальевич.
Былтыр “Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” программаһы буйынса алты процент менән 500 мең һумлыҡ заем алған, уны өс йылда ҡайтарырға тейеш. “Беҙ кредит алып эшләргә лә риза, тик һалымдарҙы кәметһендәр ине”, – ти эшҡыуар.
Руслан Гергель 25 йыл элек Украинанан күсеп килгән. Әсәһе Ҡыйғыла тыуып үҫкән, шуға ла ул Ҡыйғыны тыуған ере тип иҫәпләй. Эшҡыуар былтыр хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәргә һәйкәл ҡуйыуға ярҙам итә, ошо маҡсатта 500 мең һум тотона. Шулай уҡ Луганск өлкәһенә лә бағыусы ярҙамы күрһәтә. Мәрхәмәтле күңелле Руслан Гергель 2016 йылда Ҡыйғы районы буйынса “Йыл меценаты” тип табыла. Биргәнгә Хоҙай бирә тигәндәй, эшҡыуарлыҡтың ҡылған изгелектәре үҙенә лә мең рәхмәт булып ҡайтыр.
Ауылда бешкән икмәк тәмлеме?Тәмле, бигерәк тә мейес икмәге. Хәҙер ауылда ла мейестә бешергән кешеләр ҡалманы тиерлек. Ләүйылға ауылында эшҡыуар Эмма Вафина бешергән икмәк кирбес мейестән сыҡмаһа ла, тәмле, шуға ла уны ҡыйғылар ғына түгел, балаҡатайҙар ҙа яратып ала.
Эмма Нариман ҡыҙы мәктәптән һуң колледжда ЭВМ операторы һөнәренә уҡый, кейәүгә сығып, өс бала әсәһе була. Ире төҙөлөш өлкәһендә аҡсаны мул эшләгәс, ул үҙен йорт эштәренә, балалар ҡарауға бағышлай. Шул уҡ ваҡытта ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, ансамблдә йырлай. Бер саҡ хатта мәҙәниәт юлынан китергә лә ынтылып ҡуя. Әммә яҙмыш уны икмәкханаға алып килә. Тәүҙә ул ялланып икмәк бешерә башлай, һөнәр серҙәрен үҙләштерә. Былтыр йыйған аҡсаларына ошо бизнесты асырға ҡарар итә.
– Бала саҡтан төрлө тәмлекәстәр бешерергә яраттым, икмәкхана эшен ҡыҙыҡһынып күҙәттем. Элек тә ауылда икмәк бешерҙеләр. Кейәүгә сыҡҡансы һатыусы булып эшләнем, – ти Эмма Нариман ҡыҙы.
Вафиндар был эште ғаилә бизнесына әйләндергән. Ире Азамат Хәбирйән улы икмәкте Балаҡатай районына ташый. Көндән-көн ҡулланыусылар сафы ла арта. Быйылдан Ҡыйғы районындағы мәктәптәрҙе, балалар баҡсаһын хеҙмәтләндерә башлаған. Райондағы магазиндарҙа, “Монетка” сауҙа үҙәктәрендә уларҙың икмәген теләп алалар.