Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Киләсәкте хәстәрләп
Киләсәкте хәстәрләпУрындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы бынан ике йыл элек булдырылғайны. Ошо арауыҡта районда байтаҡ эштәр башҡарылды. Былтыр Аҡкүлдә клуб ремонтланды, Толпарҙа – янғынға ҡаршы насостар, Бельский ауыл биләмәһендә “МТЗ” тракторы һатып алынды. Быйыл иһә Имәндәш ауыл биләмәһе “МТЗ” тракторлы булды, Красноусолда “Йәшлек” ял паркы яңыртылды, ошо уҡ программа буйынса Бурлыла – мәҙәниәт усағы, Йөҙимәндә һыу үткәргес төҙөкләндерелә.


Ә бына Үтәк ауылы халҡы балалар майҙансығын һайлаған. Ошо көндәрҙә майҙансыҡ тантаналы шарттарҙа асылды ла инде. Көн бер аҙ болоҡһоп, ҡар ҡатыш ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, йәше-ҡарты һәм балалар ауыл мәҙәниәт йорто эргәһенә йыйылды. Тәүге һүҙ Үтәк ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Бохаровҡа бирелде.
– Программала ҡатнашыу өсөн февраль, апрель, май айҙарында халыҡ менән дөйөм йыйылыштар үткәрелде. Унан инде документтар тултырыу, халыҡтан аҡса йыйыу эштәре башланды, – тип һүҙ башланы Фәрит Бохаров. – Ауыл старостаһы Ишбулды Ғиззәтуллин, китапханасы Гөлназ Маннанова кеүек уңғандарға ҙур рәхмәтлемен. Шулай уҡ ошо эште атҡарыуға аҡсалата ярҙам күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар Руслан Рәжәпов, Алик Арыҫланов, Винер Бохаров, Ғәле Фәйезов, Әлфиә Фәйзуллина, Азат Кәримов, Рауил Ғафаровҡа ла рәхмәтем сикһеҙ. Документ әҙерләүҙә ауыл хакимиәтенең эштәр идара­сыһы Зөлфиә Абдрахманова күп көс һалды. Ә инде ауылыбыҙҙың декоратор-дизайнеры, рәссамы Илдар Баймө­хәмәтов балалар майҙансы­ғының проектын ғына эшләп ҡалманы, ҡапҡа ла бүләк итте, ҡауҙы һындары урынлаштырҙы. Шулай уҡ биләмәне кәртәләүҙә Илшат Аҙнабаев менән Ринат Маликов, ҡом-таш түшәүҙә Булат Һатлыҡов ҙур тырышлыҡ һалды. Ауылыбыҙҙа балаларҙың шат тауыштары гөрләп торһон, – тине ул.
Бына тантаналы мәл етә: ал таҫманы киҫеү хоҡуғы балаларҙың үҙҙәренә – Алһыу Маннанова менән Алик Һатлыҡовҡа бирелә. Ысынлап та, дан итеп төҙөлгән балалар майҙансығы. Бер нисә урында бәүелсәк, әйләнмәләр, шыуып төшөү урындары урынлаштырылған. Бәләкәй балаларға ҡомда уйнау урыны ла бар. Йәйге эҫелә ҡояштан һаҡланыу өсөн япмаһы ла булдырылған. Дөйөм алғанда, Үтәк ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә урынлаштырылған балалар майҙансығы балаларҙың шат тауышынан гөрләп торор.
Әйткәндәй, майҙансыҡ бер миллион һумға төшкән. Шуның 112 мең һумын – ауыл халҡы, 95 мең һумын – эшҡыуарҙар һәм 750 мең һумын дәүләт ҡаплаған. Районда 16 ауыл биләмәһе араһында тик алтауһының ғына программала ҡатнашыу хоҡуғы ала алыуы – үтәктәрҙең ныҡыш­малылығы һөҙөмтәһе. Унан килеп, балалар майҙансығы өсөн бер үтәктәр генә тауыш биргән. Хәйер, ауылда һәр йортта тиерлек газ, һыу үткәрелгән, канализация бар, урамдарға асфальт түшәлгән, төндә яҡты, янғын һағы посы бар. Шуға ла халыҡтың ҡалалағы кеүек балалар майҙансығын һорауы ғәжәп түгел. Үтәк ауыл биләмәһе үҙәк ауылды ғына ҡарамай, быйыл Туғай һәм Игенселә лә йөҙәр мең һумлыҡ балалар майҙансығы урынлаштырылған. Был да киләсәкте ҡайғыртып башҡарылған эштәрҙең береһе. Бына шулай йәшәй үтәктәр.

Ғафури районы.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә