Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы бынан ике йыл элек булдырылғайны. Ошо арауыҡта районда байтаҡ эштәр башҡарылды. Былтыр Аҡкүлдә клуб ремонтланды, Толпарҙа – янғынға ҡаршы насостар, Бельский ауыл биләмәһендә “МТЗ” тракторы һатып алынды. Быйыл иһә Имәндәш ауыл биләмәһе “МТЗ” тракторлы булды, Красноусолда “Йәшлек” ял паркы яңыртылды, ошо уҡ программа буйынса Бурлыла – мәҙәниәт усағы, Йөҙимәндә һыу үткәргес төҙөкләндерелә.Ә бына Үтәк ауылы халҡы балалар майҙансығын һайлаған. Ошо көндәрҙә майҙансыҡ тантаналы шарттарҙа асылды ла инде. Көн бер аҙ болоҡһоп, ҡар ҡатыш ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, йәше-ҡарты һәм балалар ауыл мәҙәниәт йорто эргәһенә йыйылды. Тәүге һүҙ Үтәк ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Бохаровҡа бирелде.
– Программала ҡатнашыу өсөн февраль, апрель, май айҙарында халыҡ менән дөйөм йыйылыштар үткәрелде. Унан инде документтар тултырыу, халыҡтан аҡса йыйыу эштәре башланды, – тип һүҙ башланы Фәрит Бохаров. – Ауыл старостаһы Ишбулды Ғиззәтуллин, китапханасы Гөлназ Маннанова кеүек уңғандарға ҙур рәхмәтлемен. Шулай уҡ ошо эште атҡарыуға аҡсалата ярҙам күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар Руслан Рәжәпов, Алик Арыҫланов, Винер Бохаров, Ғәле Фәйезов, Әлфиә Фәйзуллина, Азат Кәримов, Рауил Ғафаровҡа ла рәхмәтем сикһеҙ. Документ әҙерләүҙә ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Зөлфиә Абдрахманова күп көс һалды. Ә инде ауылыбыҙҙың декоратор-дизайнеры, рәссамы Илдар Баймөхәмәтов балалар майҙансығының проектын ғына эшләп ҡалманы, ҡапҡа ла бүләк итте, ҡауҙы һындары урынлаштырҙы. Шулай уҡ биләмәне кәртәләүҙә Илшат Аҙнабаев менән Ринат Маликов, ҡом-таш түшәүҙә Булат Һатлыҡов ҙур тырышлыҡ һалды. Ауылыбыҙҙа балаларҙың шат тауыштары гөрләп торһон, – тине ул.
Бына тантаналы мәл етә: ал таҫманы киҫеү хоҡуғы балаларҙың үҙҙәренә – Алһыу Маннанова менән Алик Һатлыҡовҡа бирелә. Ысынлап та, дан итеп төҙөлгән балалар майҙансығы. Бер нисә урында бәүелсәк, әйләнмәләр, шыуып төшөү урындары урынлаштырылған. Бәләкәй балаларға ҡомда уйнау урыны ла бар. Йәйге эҫелә ҡояштан һаҡланыу өсөн япмаһы ла булдырылған. Дөйөм алғанда, Үтәк ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә урынлаштырылған балалар майҙансығы балаларҙың шат тауышынан гөрләп торор.
Әйткәндәй, майҙансыҡ бер миллион һумға төшкән. Шуның 112 мең һумын – ауыл халҡы, 95 мең һумын – эшҡыуарҙар һәм 750 мең һумын дәүләт ҡаплаған. Районда 16 ауыл биләмәһе араһында тик алтауһының ғына программала ҡатнашыу хоҡуғы ала алыуы – үтәктәрҙең ныҡышмалылығы һөҙөмтәһе. Унан килеп, балалар майҙансығы өсөн бер үтәктәр генә тауыш биргән. Хәйер, ауылда һәр йортта тиерлек газ, һыу үткәрелгән, канализация бар, урамдарға асфальт түшәлгән, төндә яҡты, янғын һағы посы бар. Шуға ла халыҡтың ҡалалағы кеүек балалар майҙансығын һорауы ғәжәп түгел. Үтәк ауыл биләмәһе үҙәк ауылды ғына ҡарамай, быйыл Туғай һәм Игенселә лә йөҙәр мең һумлыҡ балалар майҙансығы урынлаштырылған. Был да киләсәкте ҡайғыртып башҡарылған эштәрҙең береһе. Бына шулай йәшәй үтәктәр.
Ғафури районы.