Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Рөстәм МӘРҘӘНОВ: “Күләмле проекттар идеяларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә”
Рөстәм МӘРҘӘНОВ:  “Күләмле проекттар идеяларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә” Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Мәскәүҙә ВТБ Капиталдың IX “Рәсәй саҡыра!” инвестиция форумы сиктәрендә сығыш яһаны. Ул эшлекле иртәнге аш табынында ҡатнашыусыларға күләмле юл инвестиция проекты – Өфөнән көнсығыштан сығыу юлы хаҡында һөйләне.


Рөстәм Мәрҙәнов 1992 йылда төҙөлә башлаған автомобиль юлы тоннеленең тарихын хәтергә төшөрҙө. Эш, аҡса етмәү сәбәпле, 2007 йылда туҡтап ҡалғайны. Шул уҡ ваҡытта объект 53 процентҡа әҙер ине.
– Рәсәй Федерацияһында федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп итеп, дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә ошондай күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу алымының барлыҡҡа килеүе уйланылған идеяларҙы тергеҙеү, эште ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлау мөмкинлеген бирә, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры.
Республика Хөкүмәте тарафынан “Концессиялы килешеүҙәр тураһында”ғы Федераль закон нигеҙендә проектты тормошҡа ашырырға ҡарар ителгәйне. Быйыл 1 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында “Баш­ҡортостан концессия компа­нияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеүгә ҡул ҡуйылды. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 34,5 миллиард һум аҡса кәрәк. Атап әйткәндә, федераль ҡаҙнанан бюджет-ара трансферт рәүешендә 20 миллиард һум самаһы, “Яңы Үҫеш Банкы”нан субзаем рәүешендә 4,6 миллиард һум һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 10 миллиард һум йәлеп итеү күҙаллана.
Рөстәм Мәрҙәновтың феке­ренсә, Рәсәй проектында “Яңы Үҫеш Банкы”ның ҡатнашыуы халыҡ-ара сертификат алыу, юғары статусҡа, абруйға эйә булыу мөмкинлеген бирәсәк. Төп факторҙарҙың береһе – был банк ташламалы финанслау шарттарын тәҡдим итә. Бынан тыш, Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдар һалыуға шәхси капитал йәлеп итеү алымы ғәмәлгә индереләсәк.
– Әле асыҡ технологик һәм хаҡ аудиты үткәреү тураһында һығымта бар. Ул Федераль юл агентлығына тәҡдим ителде. Беҙҙеңсә, Башҡортостан Хөкү­мәте менән “Росавтодор” ара­һында башҡа бюджет-ара трансферттар биреү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу өсөн ерлек бар, – тине Рөстәм Мәрҙәнов.


Автор: Р. ИБРАҺИМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә