Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Мәскәүҙә ВТБ Капиталдың IX “Рәсәй саҡыра!” инвестиция форумы сиктәрендә сығыш яһаны. Ул эшлекле иртәнге аш табынында ҡатнашыусыларға күләмле юл инвестиция проекты – Өфөнән көнсығыштан сығыу юлы хаҡында һөйләне. Рөстәм Мәрҙәнов 1992 йылда төҙөлә башлаған автомобиль юлы тоннеленең тарихын хәтергә төшөрҙө. Эш, аҡса етмәү сәбәпле, 2007 йылда туҡтап ҡалғайны. Шул уҡ ваҡытта объект 53 процентҡа әҙер ине.
– Рәсәй Федерацияһында федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп итеп, дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә ошондай күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу алымының барлыҡҡа килеүе уйланылған идеяларҙы тергеҙеү, эште ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлау мөмкинлеген бирә, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры.
Республика Хөкүмәте тарафынан “Концессиялы килешеүҙәр тураһында”ғы Федераль закон нигеҙендә проектты тормошҡа ашырырға ҡарар ителгәйне. Быйыл 1 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында “Башҡортостан концессия компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеүгә ҡул ҡуйылды. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 34,5 миллиард һум аҡса кәрәк. Атап әйткәндә, федераль ҡаҙнанан бюджет-ара трансферт рәүешендә 20 миллиард һум самаһы, “Яңы Үҫеш Банкы”нан субзаем рәүешендә 4,6 миллиард һум һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 10 миллиард һум йәлеп итеү күҙаллана.
Рөстәм Мәрҙәновтың фекеренсә, Рәсәй проектында “Яңы Үҫеш Банкы”ның ҡатнашыуы халыҡ-ара сертификат алыу, юғары статусҡа, абруйға эйә булыу мөмкинлеген бирәсәк. Төп факторҙарҙың береһе – был банк ташламалы финанслау шарттарын тәҡдим итә. Бынан тыш, Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдар һалыуға шәхси капитал йәлеп итеү алымы ғәмәлгә индереләсәк.
– Әле асыҡ технологик һәм хаҡ аудиты үткәреү тураһында һығымта бар. Ул Федераль юл агентлығына тәҡдим ителде. Беҙҙеңсә, Башҡортостан Хөкүмәте менән “Росавтодор” араһында башҡа бюджет-ара трансферттар биреү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу өсөн ерлек бар, – тине Рөстәм Мәрҙәнов.