Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Яуаплылыҡ та, теүәллек тә кәрәк
Яуаплылыҡ та, теүәллек тә кәрәкҠырмыҫҡалы юл төҙөү-ремонтлау идаралығы – тармаҡта иң ҙур предприятиеларҙың береһе. Ул райондың ғына түгел, тотош республиканың юл комплексын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Предприятие үҙенең тарихын юл участкаһы булараҡ башлай һәм төрлө үҙгәрештәр кисерә. 2002 йылда 8-се юл төҙөү идаралығы менән Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-ремонтлау идаралығы бергә ҡушыла. Предприятие начальнигы итеп Фәнил Исхаҡов тәғәйенләнә.

Юғары тиҙлекле быуат һәм яңы технологиялар юл хужалығы тармағы алдына яңы бурыстар ҡуя. Бындай шарттарҙа тәү сиратта етәксенең замандан бер аҙым алдараҡ атлауы, профессионалдар коллективы һәм яңы технологияларҙы әүҙем үҙләштереү кәрәк. Нәҡ ошо сифаттары менән айырылып тора ла инде был идаралыҡ.
Фәнил Фән улы етәкселек итә башлаған тәүге көндән үк предприятиеның матди-техник базаһын нығытыу хәстәрлеген күрә. Хатта иҡтисади көрсөк йылдарында ла техниканы яңыртыу өсөн аҡса табырға тырышалар. Икенсенән, етәксенең ни дәрәжәлә талапсан булыуын белгәнгәме, коллективҡа тырыш, булдыҡлы һөнәр эйәләре генә тартыла. Ни тиһәң дә, йыл әйләнәһенә ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында эшләү һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Шулай ҙа идаралыҡҡа теләп эшкә килгәндәр бында оҙаҡҡа туҡтала, сөнки предприятие заказдар менән тотороҡло тәьмин ителә. Хеҙмәт шарттарының яҡшыра барыуы, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы йәштәргә һөнәри үҫеш мөмкинлеген бирә. Бигерәк тә бөгөн былар ҙур әһәмиәткә эйә.
Коллективтың эш даирәһе киң. Предприятие ҡарамағында барлығы 535,8 километр төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдар иҫәпләнә. Уларға өҫтәп, 29 күперҙе, 418 һыу үткәргес торбаһын, 35 автопавильонды, 11644 погон метр барьер ҡоролмаһын, 1522 дана юл билдәһен һәр саҡ ҡараулы һәм тәртиптә тоторға кәрәк. Был эштәрҙең һәр ҡайһыһының юлдарҙың хәүефһеҙ һәм юлсыларға уңайлы булыуында әһәмиәте ҙур. Уйлап ҡараһаң, бер генә юл билдәһенең урынында булмауы ҙур фажиғәгә килтереүе ихтимал. Шуға ла юл хеҙмәткәрҙәренең эшендә етди яуаплылыҡ, теүәллек талап ителә.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, тотош илдең, шулай уҡ республиканың юл комплексында хәл итәһе проблемалар күп. Шул уҡ ваҡытта һуңғы йылдарҙа тармаҡҡа ҙур иғтибар йүнәлтелеүен, инновациялы үҙгәрештәр булыуын да әйтергә кәрәк. Республиканың юл селтәре лә йылдан-йыл киңәйә һәм камиллаша бара.
– Юлдарҙы яңыртып, төҙөкләндереп торғанда ғына, уларҙың хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтып була. Ә инде хәҙер уларҙы яңы технологияларға нигеҙләнеп төҙөйбөҙ. Яңы стандарттар буйынса, юл хеҙмәткәрҙәренең белеме лә, эше лә заман талаптарына яуап бирергә тейеш. Беҙ шуға ынтылабыҙ, – тип һөйләй Рәсәйҙең почетлы юл хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Фәнил Исхаҡов.
Предприятие районда ғына түгел, республика күләмендә юлдарҙы төҙөү, ремонтлау һәм реконструкциялауҙа генераль подрядсы булараҡ ҡоласлы эш алып бара. Һуңғы йылдарҙағы күрһәткестәр айырыуса юғары. Мәҫәлән, М-5 “Урал” автомобиль магистралендә Ташкисеү биҫтәһе районында Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һәм 7,5 километр оҙонлоҡта баш ҡалаға инеү юлы һалып файҙаланыуға тапшырҙылар. Өфө – Ырымбур автомагистралендә һәм баш ҡаланың Киров районында юл төҙөлөшө алып барҙылар. Уларҙың һәр береһе мөһим социаль-иҡтисади әһә­миәткә эйә.
Быйылғы заказдары ла яуаплы. Ҡариҙел районында Бөрө – Таштүбә – Һатҡы автомобиль юлында йылға аша күпер менән Ҡариҙел ауылын урап үтеү участкаһында күләмле эш башҡарылған.
Салауат районының Көҫәпәй ауылына юл төҙөгәндәр. Өфө – Инйәр – Белорет юлының район биләмәһенән үткән участкаһында юл япмаһын рәтләгәндәр, баш ҡалала Салауат Юлаев проспектынан Жуков урамына ҡәҙәр юлды ремонт­лағандар.
Заказдарҙы теүәл башҡарырға һөнәри оҫталыҡ һәм техник ҡеүәт мөмкинлек бирә. Үҙҙәренең асфальт заводы бар, техника автопаркы, ярҙамсы цехтар тулы ҡеүәтенә эшләй. Күптән түгел юл япмаһын яңыртыу өсөн “Шафер” ҡоролмаһы алғандар.
Предприятиеның уңышы – тотош коллективтың фиҙакәр хеҙмәт емеше. Тейәгес машинисы Р. Фәтҡуллин, води­телдәр Р. Фәхретдинов, С. Радионов, Рәсәй Транспорт министрлығының Рәхмәт хатын алған инженер Р. Абдрафиҡов, Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған машинист Р. Ғәлин, мастер Р. Теләүлин, энер­гетик Р. Ураҙбахтин, водитель Ф. Ҡот­досов, шулай уҡ машинистар Р. Хәлитов, Э. Халиҡов, Ф. Бәҙретдинов, Д. Сәлимйәнов, А. Абакачев, Г. Искән­дәров, И. Вилданов, Ю. Ҡорманғолов, водителдәр Д. Батталов, А. Батталов, Р. Миһранов, А. Шәрәфетдинов, Р. Мө­хәмәтшин, В. Матвеев, Н. Хөснөтдинов, С. Дмитриев, М. Ғәләүетдинов, юл эш­селәре В. Иванов, Н. Бәхтийәров, Г. Ҡол­бахтин, инженер-лаборант О. Йыһаншина, келәт мөдире А. Мусина, мастер Т. Яҡупов, производство-техник бүлеге начальнигы Х. Фәтҡуллин хаҡында айырыуса маҡтау һүҙҙәре ишетергә мөмкин. Эштәре ырамлы барғанға данлыҡлы предприятиеның эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамын күтәренке күңел менән ҡаршыланы.

Ҡырмыҫҡалы районы.


Автор: Г. СӘЛИХОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә