Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-ремонтлау идаралығы – тармаҡта иң ҙур предприятиеларҙың береһе. Ул райондың ғына түгел, тотош республиканың юл комплексын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Предприятие үҙенең тарихын юл участкаһы булараҡ башлай һәм төрлө үҙгәрештәр кисерә. 2002 йылда 8-се юл төҙөү идаралығы менән Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-ремонтлау идаралығы бергә ҡушыла. Предприятие начальнигы итеп Фәнил Исхаҡов тәғәйенләнә. Юғары тиҙлекле быуат һәм яңы технологиялар юл хужалығы тармағы алдына яңы бурыстар ҡуя. Бындай шарттарҙа тәү сиратта етәксенең замандан бер аҙым алдараҡ атлауы, профессионалдар коллективы һәм яңы технологияларҙы әүҙем үҙләштереү кәрәк. Нәҡ ошо сифаттары менән айырылып тора ла инде был идаралыҡ.
Фәнил Фән улы етәкселек итә башлаған тәүге көндән үк предприятиеның матди-техник базаһын нығытыу хәстәрлеген күрә. Хатта иҡтисади көрсөк йылдарында ла техниканы яңыртыу өсөн аҡса табырға тырышалар. Икенсенән, етәксенең ни дәрәжәлә талапсан булыуын белгәнгәме, коллективҡа тырыш, булдыҡлы һөнәр эйәләре генә тартыла. Ни тиһәң дә, йыл әйләнәһенә ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында эшләү һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Шулай ҙа идаралыҡҡа теләп эшкә килгәндәр бында оҙаҡҡа туҡтала, сөнки предприятие заказдар менән тотороҡло тәьмин ителә. Хеҙмәт шарттарының яҡшыра барыуы, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы йәштәргә һөнәри үҫеш мөмкинлеген бирә. Бигерәк тә бөгөн былар ҙур әһәмиәткә эйә.
Коллективтың эш даирәһе киң. Предприятие ҡарамағында барлығы 535,8 километр төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдар иҫәпләнә. Уларға өҫтәп, 29 күперҙе, 418 һыу үткәргес торбаһын, 35 автопавильонды, 11644 погон метр барьер ҡоролмаһын, 1522 дана юл билдәһен һәр саҡ ҡараулы һәм тәртиптә тоторға кәрәк. Был эштәрҙең һәр ҡайһыһының юлдарҙың хәүефһеҙ һәм юлсыларға уңайлы булыуында әһәмиәте ҙур. Уйлап ҡараһаң, бер генә юл билдәһенең урынында булмауы ҙур фажиғәгә килтереүе ихтимал. Шуға ла юл хеҙмәткәрҙәренең эшендә етди яуаплылыҡ, теүәллек талап ителә.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, тотош илдең, шулай уҡ республиканың юл комплексында хәл итәһе проблемалар күп. Шул уҡ ваҡытта һуңғы йылдарҙа тармаҡҡа ҙур иғтибар йүнәлтелеүен, инновациялы үҙгәрештәр булыуын да әйтергә кәрәк. Республиканың юл селтәре лә йылдан-йыл киңәйә һәм камиллаша бара.
– Юлдарҙы яңыртып, төҙөкләндереп торғанда ғына, уларҙың хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтып була. Ә инде хәҙер уларҙы яңы технологияларға нигеҙләнеп төҙөйбөҙ. Яңы стандарттар буйынса, юл хеҙмәткәрҙәренең белеме лә, эше лә заман талаптарына яуап бирергә тейеш. Беҙ шуға ынтылабыҙ, – тип һөйләй Рәсәйҙең почетлы юл хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Фәнил Исхаҡов.
Предприятие районда ғына түгел, республика күләмендә юлдарҙы төҙөү, ремонтлау һәм реконструкциялауҙа генераль подрядсы булараҡ ҡоласлы эш алып бара. Һуңғы йылдарҙағы күрһәткестәр айырыуса юғары. Мәҫәлән, М-5 “Урал” автомобиль магистралендә Ташкисеү биҫтәһе районында Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һәм 7,5 километр оҙонлоҡта баш ҡалаға инеү юлы һалып файҙаланыуға тапшырҙылар. Өфө – Ырымбур автомагистралендә һәм баш ҡаланың Киров районында юл төҙөлөшө алып барҙылар. Уларҙың һәр береһе мөһим социаль-иҡтисади әһәмиәткә эйә.
Быйылғы заказдары ла яуаплы. Ҡариҙел районында Бөрө – Таштүбә – Һатҡы автомобиль юлында йылға аша күпер менән Ҡариҙел ауылын урап үтеү участкаһында күләмле эш башҡарылған.
Салауат районының Көҫәпәй ауылына юл төҙөгәндәр. Өфө – Инйәр – Белорет юлының район биләмәһенән үткән участкаһында юл япмаһын рәтләгәндәр, баш ҡалала Салауат Юлаев проспектынан Жуков урамына ҡәҙәр юлды ремонтлағандар.
Заказдарҙы теүәл башҡарырға һөнәри оҫталыҡ һәм техник ҡеүәт мөмкинлек бирә. Үҙҙәренең асфальт заводы бар, техника автопаркы, ярҙамсы цехтар тулы ҡеүәтенә эшләй. Күптән түгел юл япмаһын яңыртыу өсөн “Шафер” ҡоролмаһы алғандар.
Предприятиеның уңышы – тотош коллективтың фиҙакәр хеҙмәт емеше. Тейәгес машинисы Р. Фәтҡуллин, водителдәр Р. Фәхретдинов, С. Радионов, Рәсәй Транспорт министрлығының Рәхмәт хатын алған инженер Р. Абдрафиҡов, Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған машинист Р. Ғәлин, мастер Р. Теләүлин, энергетик Р. Ураҙбахтин, водитель Ф. Ҡотдосов, шулай уҡ машинистар Р. Хәлитов, Э. Халиҡов, Ф. Бәҙретдинов, Д. Сәлимйәнов, А. Абакачев, Г. Искәндәров, И. Вилданов, Ю. Ҡорманғолов, водителдәр Д. Батталов, А. Батталов, Р. Миһранов, А. Шәрәфетдинов, Р. Мөхәмәтшин, В. Матвеев, Н. Хөснөтдинов, С. Дмитриев, М. Ғәләүетдинов, юл эшселәре В. Иванов, Н. Бәхтийәров, Г. Ҡолбахтин, инженер-лаборант О. Йыһаншина, келәт мөдире А. Мусина, мастер Т. Яҡупов, производство-техник бүлеге начальнигы Х. Фәтҡуллин хаҡында айырыуса маҡтау һүҙҙәре ишетергә мөмкин. Эштәре ырамлы барғанға данлыҡлы предприятиеның эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамын күтәренке күңел менән ҡаршыланы.
Ҡырмыҫҡалы районы.