Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Сәйетбаба сыры баҙарҙы яулай
Сәйетбаба сыры баҙарҙы яулайФайҙалы шөғөл – сыр бизнесына тотонорға йөрьәт иткәндәр кемдәр тиһегеҙме? Улар Өфөлә йәшәгән Морат Шәймәрәнов менән Радик Йосопов. Баш ҡалалағы уҡыу йорттарының береһен тамамлаған егеттәр етди эш башлау хаҡында хыяллана. Эшҡыуарлыҡтың киләсәге өмөтлө икәнен аңлағас, улар был өлкәлә үҙ көсөн һынап ҡарарға була һәм мораттарына ирешә – былтыр мини-цех асып ебәрә.

Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, яңы эш башлау еңел түгел, әлбиттә. Тәүҙә улар махсус курста белем туплай, бизнестың асылына төшөнә, нескә­лектәрен, серҙәрен, үҙенсәлектәрен үҙләштерә. Артабан Сәйетбаба ауылында бында эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәр менән тәжрибә уртаҡлашалар. Ниһайәт, ҙур булмаған бинаға сыр ҡайнатыу, һөттөң ҡуйылығын, тығыҙлығын, әсе­леген билдәләү өсөн тәғәйен махсус аппарат-ҡорамалдар һәм башҡа кәрәк-яраҡ, йыһаздар, һыуытҡыстар урынлаштырып, эш башлайҙар. Сыр етеш­тереү цехы тыштан ябай ғына күренһә лә, ғәмәлдә бөтә уңайлыҡтары бар, бар ерҙә бөхтәлек, таҙалыҡ.
Бөгөнгә бында дүрт төрлө, йәғни “Адыгей”, “Моцарелла”, “Сулугуни”, “Косичка” сырҙары етештерелеп, вакуумланып, магазин кәштәләренә оҙатыла. Күптән түгел йәнә “Гауда” тигән төрөн әҙерләй башлағандар, әлегә ул сауҙаға сығарылмаған, өлгөргәнсе, йәғни ҡатылығы еткәнсе, ике ай самаһы махсус кәштәләрҙә һаҡланырға тейеш.
Әлеге мәлдә цех тулы көсөнә эшләй. Бында дүрт кеше үҙенә шөғөл тапҡан, йәғни эшҡыуарҙар шунса Ғафури халҡын хеҙмәт урыны менән тәьмин иткән. Сәйетбаба ауылында йәшәгән Ринат Хәкимов цех етәксеһе (үҙе Ҡолҡан ауылы халҡынан һөт тә йыя) булып торһа, ошо ауылдан Гөлнара Әминева иһә бында тәүге көндән алып эшләй. Икеһе иң тәжрибәлеләре. Ҡаранйылға ауылынан Роза Хәй­ретдинова менән Гөлсәсәк Фәхриеваға эштең нескәлектәрен өйрәтәләр. Оҫта ҡуллылар көнөнә 30 килограмдан ашыу сыр әҙерләргә һәләтле. Һәр береһе дәртләнеп эшләй, хеҙмәт хаҡы үҙ ваҡытында түләнә. Һөттө шулай уҡ Үзбәк ауылынан фермер Юлай Ғәйнуллиндан да һатып алалар, заказ буйынса үҙе үк килтереп бирә.
Башта үҙ продукцияларын район үҙәгендәге төрлө ойошмалар буйынса тәҡдим итеп йөрөһәләр, хәҙер иһә “Сәйетбаба сыры” тип танылыу алған тәмле, тәбиғи ризыҡты һатыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән аҙыҡ әллә ни ҡыйбат булмаған хаҡҡа Красноусолда шәхси эшҡыуар “Фомин” икмәкханаһы сауҙа нөктәһе аша һатыуға сығарыла, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларына оҙатылып, табындарҙы йәмләй.
Эшҡыуарҙар бөгөнгө көн менән генә йәшәмәй, киләсәктә етештереүсәнлекте киңәйтергә йыйына. Эште камил­лаштырырға, яңылыҡ индерергә тырышалар.

Ғафури районы.


Автор: Индира ИШКИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә