Файҙалы шөғөл – сыр бизнесына тотонорға йөрьәт иткәндәр кемдәр тиһегеҙме? Улар Өфөлә йәшәгән Морат Шәймәрәнов менән Радик Йосопов. Баш ҡалалағы уҡыу йорттарының береһен тамамлаған егеттәр етди эш башлау хаҡында хыяллана. Эшҡыуарлыҡтың киләсәге өмөтлө икәнен аңлағас, улар был өлкәлә үҙ көсөн һынап ҡарарға була һәм мораттарына ирешә – былтыр мини-цех асып ебәрә. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, яңы эш башлау еңел түгел, әлбиттә. Тәүҙә улар махсус курста белем туплай, бизнестың асылына төшөнә, нескәлектәрен, серҙәрен, үҙенсәлектәрен үҙләштерә. Артабан Сәйетбаба ауылында бында эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәр менән тәжрибә уртаҡлашалар. Ниһайәт, ҙур булмаған бинаға сыр ҡайнатыу, һөттөң ҡуйылығын, тығыҙлығын, әселеген билдәләү өсөн тәғәйен махсус аппарат-ҡорамалдар һәм башҡа кәрәк-яраҡ, йыһаздар, һыуытҡыстар урынлаштырып, эш башлайҙар. Сыр етештереү цехы тыштан ябай ғына күренһә лә, ғәмәлдә бөтә уңайлыҡтары бар, бар ерҙә бөхтәлек, таҙалыҡ.
Бөгөнгә бында дүрт төрлө, йәғни “Адыгей”, “Моцарелла”, “Сулугуни”, “Косичка” сырҙары етештерелеп, вакуумланып, магазин кәштәләренә оҙатыла. Күптән түгел йәнә “Гауда” тигән төрөн әҙерләй башлағандар, әлегә ул сауҙаға сығарылмаған, өлгөргәнсе, йәғни ҡатылығы еткәнсе, ике ай самаһы махсус кәштәләрҙә һаҡланырға тейеш.
Әлеге мәлдә цех тулы көсөнә эшләй. Бында дүрт кеше үҙенә шөғөл тапҡан, йәғни эшҡыуарҙар шунса Ғафури халҡын хеҙмәт урыны менән тәьмин иткән. Сәйетбаба ауылында йәшәгән Ринат Хәкимов цех етәксеһе (үҙе Ҡолҡан ауылы халҡынан һөт тә йыя) булып торһа, ошо ауылдан Гөлнара Әминева иһә бында тәүге көндән алып эшләй. Икеһе иң тәжрибәлеләре. Ҡаранйылға ауылынан Роза Хәйретдинова менән Гөлсәсәк Фәхриеваға эштең нескәлектәрен өйрәтәләр. Оҫта ҡуллылар көнөнә 30 килограмдан ашыу сыр әҙерләргә һәләтле. Һәр береһе дәртләнеп эшләй, хеҙмәт хаҡы үҙ ваҡытында түләнә. Һөттө шулай уҡ Үзбәк ауылынан фермер Юлай Ғәйнуллиндан да һатып алалар, заказ буйынса үҙе үк килтереп бирә.
Башта үҙ продукцияларын район үҙәгендәге төрлө ойошмалар буйынса тәҡдим итеп йөрөһәләр, хәҙер иһә “Сәйетбаба сыры” тип танылыу алған тәмле, тәбиғи ризыҡты һатыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән аҙыҡ әллә ни ҡыйбат булмаған хаҡҡа Красноусолда шәхси эшҡыуар “Фомин” икмәкханаһы сауҙа нөктәһе аша һатыуға сығарыла, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларына оҙатылып, табындарҙы йәмләй.
Эшҡыуарҙар бөгөнгө көн менән генә йәшәмәй, киләсәктә етештереүсәнлекте киңәйтергә йыйына. Эште камиллаштырырға, яңылыҡ индерергә тырышалар.
Ғафури районы.