Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Яңы стратегиялар компромисҡа мохтаж
Рәсәйҙә президент һайлауҙары 2018 йылдың 18 мартына тәғәйенләнеп, ваҡыттың бик аҙ ҡалғаны асыҡланғас, аналитиктар алдағы президент етәкселеге йылдарына иҫәпләнгән иҡтисади стратегия мәсьәләһен күтәрә башланы. Әле киң йәмәғәтселек хөкөмөнә ике документ тәҡдим ителә: Алексей Кудрин етәкселегендәге Стратегик эҙләнеүҙәр үҙәге әҙерләгән “2018–2024 йылдарға Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеше стратегияһы” (ғәмәлдә ул – Кудриндың “Стратегия-2030” документының ҡыҫҡартылған варианты) һәм “Столыпин клубы” президиумы рәйесе Борис Титов командаһы төҙөгән программа.


А. Кудрин үҙенең стратегияһы нигеҙҙәрен йыл башында уҙғарылған Гайдар форумында иғлан иткәйне. Б. Титов үҙ идеялары менән “Россия сегодня” халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы яңыраҡ ойошторған матбуғат конференцияһында таныштырҙы.
Стратегик эҙләнеүҙәр үҙәге (ЦСР) программаһы ғәмәлдә өс мөһим приоритетҡа нигеҙләнә: технологик үҫеш, кеше потенциалын һаҡлау һәм артабан үҫтереү, дәүләт идараһы системаһын камиллаштырыу.
Кудриндың мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә предприятиеларҙың 8,3 проценты ғына юғары технологиялы продукция етештерә. Сағыштырыу өсөн: Германияла был күрһәткес 55,0 процент тәшкил итә, хатта элекке совет республикаһы, тәбиғи ресурстары булмаған, уңдырышһыҙ тупраҡлы, һаҙлыҡтарҙа йәшәгән Эстонияла ул 38,4 процентҡа еткерелгән. ЦСР шулай уҡ федераль башҡарма власть органдарының эш сифаты түбәнәйеүгә иғтибар итә: 2003 йылдан алып улар башҡарған функциялар һаны икеләтә артҡан. Улар йылына 2 миллиондан ашыу тикшереү үткәрә, әммә уларҙың ни бары 1 проценты ғына реаль зыян килтереү осраҡтарын теркәй.
Кудрин стратегияһында күрһәтелгән өс мөһим йүнәлештә эшләү өсөн 14 программа тәҡдим ителә, программаларҙа барлығы 360-тан ашыу аныҡ сара күрһәтелә. Иң мөһимдәре: юғары технологиялы тауар экспортында һәм импортында валюта һәм таможня сикләүҙәрен кәметеү, административ процедураларҙы “бер тәҙрә” ысулы аша тиҙләтеү, маркетинг ярҙамын көйләү һәм башҡалар. Кудрин фекеренсә, Көнбайыш илдәре менән импорт-экспорт мөнәсәбәттәрен тергеҙеү айырыуса мөһим – шунһыҙ юғары технологиялар өлкәһендә етди үҫеш бөтөнләй мөмкин түгел. Импортты алмаштырыу эше иһә хәҙер ғәмәлдә фикцияға әйләнеп бара. АҠШ, ЕС илдәрендә етештерелгән юғары технологиялы продукция урынына арзан Ҡытай тауарын күпләп индереү проблеманы хәл итмәй һәм, Рәсәйҙе артҡа этәреп, уны Ҡытайҙың сеймал сығанағына әйләндереү перспективаһы менән янай.
Борис Титовтың программаһы Алексей Кудрин стратегияһына альтернатива тәшкил итеүҙән бигерәк, уны тулыландыра. Уларҙың төп айырмаһы – Үҙәк банк алып барған эмиссия сәйәсәтенә мөнәсәбәттә. Титов, Кудриндан айырмалы рәүештә, эмиссияны арттырыу һәм Үҙәк банк ставкаһын артабан кәметеү яҡлы. Мәҫәлән, ул эмиссияны йыл һайын 7,5 триллион һумға еткереп, эш хаҡтарына, пенсияларға, барлыҡ социаль түләүҙәргә кәмендә реаль инфляция кимәлендә кисектермәйенсә индексация үткәреү, коммерция банктарында кредит ставкаларын кәметеү һәм, һалымдар системаһын тамырынан үҙгәртеп, төбәктәрҙә иҡтисади үҫеш өсөн күберәк аҡса ҡалдырыу яҡлы.
Эмиссияға сығарылған 7,5 триллион һумдың ҙур өлөшө реаль етештереү тармаҡтарына, ауыл хужалығына, урта һәм ваҡ эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелергә тейеш. Әлбиттә, был осраҡта инфляция артасаҡ, ләкин, “Столыпин клубы” президиумы ағзалары фекеренсә, Рәсәйҙәге инфляция, нигеҙҙә, монетар характерлы түгел, ә уның сәбәптәре илдәге иҡтисади һәм финанс системаларындағы етешһеҙлектәрҙә. Титов программаһы эмиссияға сығарылған гигант аҡса массаларының ҙур өлөшөнөң инфляцияла “яныу” ихтималлығын да, әлбиттә, күҙ уңында тота, әммә бында төп иҫәп – тулайым эске продукттың 2018–2024 йылдарҙа иң кәмендә ике тапҡырға артыуында.
“Столыпин клубы” ағымдағы 2017 йылда уҡ Үҙәк банк ставкаһын 7 процентҡа тиклем кәметеү яҡлы – ул осраҡта кредиттар күләме кәмендә 5 триллион һумға артасаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Үҙәк банк етәкселеге был мөмкинлекте бөтөнләй иғтибарға алмай. Ставкаларҙы кәметеү иң тәүҙә физик шәхестәрҙе һәм корпоратив секторҙы әүҙемләштерәсәк. Торлаҡ ипотекаһы кредиттары ставкаларын кәметеү айырыуса мөһим. Реаль етештереү өлкәһенә килгәндә, предприятиеларҙың ҙур өлөшөнөң рентабеллеге кредит ставкаларынан да түбәнерәк, һәм улар шул сәбәпле күпләп банкротлыҡҡа төшә. Титов программаһында шулай уҡ юғары технологиялар менән шөғөлләнгән яңы предприятиелар өсөн 5 йыллыҡ һалым каникулдары ҡулланыу тәҡдим ителә.
“Столыпин клубы” иҫәпләүенсә, Рәсәй Федера­цияһында хеҙмәт ресурстары дефициты булырға тейеш түгел: илдә 80 миллион хеҙмәткә һәләтле кеше иҫәпләнә – был потенциал иҡтисад тармаҡтарының барлыҡ мохтажлыҡтарын тулыһынса ҡаплай, әммә хеҙмәт ресурстары системаһы структура йәһәтенән ныҡ көйһөҙләнгән һәм унда етди үҙгәрештәр үткәреү талап ителә. Был үҙгәрештәр иң тәүҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтелергә тейеш.
ЦСР стратегияһы иң тәүҙә инфляцияны Үҙәк банктың ҡаты монетар сәйәсәте аша сикләүгә нигеҙләнә, әммә Кудрин һәм Нәбиуллина тәҡдим иткән юл бюджет сығымдарын 10 процентҡа кәметеүҙе талап итә. Ул осраҡта тулайым эске продукт үҫеше 2018–2024 йылдарҙа 3-4 проценттан артмаясаҡ, Үҙәк банктың юғары ставкаһы кредиттарҙың кәмеүенә килтерәсәк, реаль етештереү тармаҡтарында килемдәр кәмеп, үҫеш сикләнәсәк. Әммә социаль сәйәсәт өлкәһендәге ҡаты экономия һөҙөмтәһендә оҙайлы эре кредиттарға, йәғни етештереү тармаҡтарын тотороҡло финанслай башлауға юл асыласаҡ. Кудрин бер юлы физик шәхестәрҙең килемдәренә һалымды (НДФЛ) арттырыуҙы тәҡдим итә.
Күпселек эксперттар фекеренсә, был ике стратегия ла, айырым ҡарағанда, етди үҙгәрештәрһеҙ ҡабул итерлек түгел. Уларҙың артында торған сәйәси көстәрҙең тиҙ арала уртаҡ фекергә килеүе лә шикле, әммә, президент һайлауҙарына ваҡыт аҙ ҡалыуын иҫәпкә алып, иҡтисади үҫеш концепцияһының компромисс вариантын төҙөүҙе тиҙләтеү талап ителә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә