Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Хәстәрленең эше көйлө
Хәстәрленең эше көйлөТотош бер дәүләттең бәләкәй генә үҙаллы хужалығы ише көн иткән райондарҙағы халыҡтың йәшәү кимәле, көнитмеш ерҙәренең төҙөклөгө тотош ил кимәлендә сағылыш таба. Ҡалтасы районы ла – Рәсәйҙең иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән төбәктәрҙең береһе.
– Районда төҙөлөш, үҙгәртеп ҡороу, капиталь ремонт эштәре планға ярашлы алып барыла. Быйыл районда Республика адреслы инвестиция программаһына (РАИП) ярашлы, район мәҙәниәт йортон реконструк­ция­лауға, граждандарҙы авария хәлен­дәге торлаҡ йорттарҙан күсереүгә, ауылдарҙы газ менән тәьмин итеүгә, фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү­гә аҡса бүленде. Тәүге эштәребеҙҙең береһе – 300 кешелек мәҙәниәт йортон үҙгәртеп ҡороу өсөн яуаплылығы сикләнгән “ГазСтройСервис” подряд ойошмаһы менән контракт төҙөлдө. Объект 2018 йылда ҡулланылыуға тапшырыласаҡ. Бөгөн бинаның эске өлөшөндә, шулай уҡ вертикаль планировкалау һәм мәҙәниәт йортоноң тирә-яғын төҙөкләндереү эше алып барыла, – ти Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Юрий Садыров.
Хәстәрленең эше көйлөШулай уҡ район граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса республика программаһында ҡатнаша. Быйыл ошо маҡсатҡа 53,04 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. Нигеҙҙә, эштәр Ҡалтасы ауылы биләмәһендә алып барыла. Авария хәлендәге торлаҡ майҙаны 1607,3 квадрат метр тәшкил иткән күп фатирлы ете йорттан 62 ғаилә күсереләсәк. Подряд ойошмаларын һайлап алыу өсөн үткәрелгән аукцион һөҙөмтәләре буйынса генподрядсылар: район үҙәгенең Кооператив урамындағы 19-сы йорто – яуап­лылығы сикләнгән “ГеоСтрой” ойош­маһы, шулай уҡ өсәр йорт И. Низаметдинов шәхси предприятиеһы һәм яуаплылығы сикләнгән “Ҡалтасы урманы” ойошмаһы ҡарамағында.
Йәмғеһе ете объектта эш ҡайнай. Инженерлыҡ һәм төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Йорттар йылы һәм һыуыҡ һыу, канализация, электр һәм газ менән тәьмин ителгән. Фатир хужаларының теләктәре иҫәпкә алынып, бүлмәләрҙе планировкалау, инженер хеҙмәтләндереү мәсьәләләре берлектә хәл ителә. Бөтә йорттар ҙа йыл аҙағынаса ҡулланылыуға тапшы­рыласаҡ.
Хәстәрленең эше көйлөКрасный Холм ауылындағы 136 фатирҙы һәм социаль объектты газ менән тәьмин итеү өсөн 10 миллион һум аҡса бүленгән. Был эштәрҙе 2018 йылда тамамлау планлаштырылһа ла, генподряд ойошмаһы, газ үткәр­гес­тәрҙе һалып бөтөп, объектты быйыл уҡ тулыһынса ҡулланыуға тап­шырмаҡсы.
Оло Кәлтәй ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөүгә лә аҡса бүленгән. Былтыр Кейебәк, Васильев ауылдарында ла тейешле медицина ҡоролмалары менән тәьмин ителгән фельдшер-акушерлыҡ пункттары файҙаланыуға тапшырылған. Оло Кәлтәй ауылында төҙөлөш эштәре иһә октябрҙә аукциондан һуң баш­ланасаҡ.
2015 йылда Ҡалтасы ауылында 120 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлгән. Быйыл иһә Красный Холм ауылы халҡын ҡыуанды­рып, 110 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы ла сафҡа инәсәк, өҫтәмә рәүештә тағы ла 95 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһының проект-смета документтары әҙерләнә. Бөтә был объекттарҙы төҙөү Красный Холм ауылындағы балалар баҡсаһына сират мәсьәләһен хәл итәсәк.
Ошо уҡ ауылдың 2-се киске урта мәктәбенә лә реконструкция үткәреү талап ителә. Мәктәптең дәүләт экспертизаһы тарафынан раҫланған проект-смета документацияһы бар. 2018 йылда был объект та РАИП программаһына индерелер, тигән өмөттә ҡалтасылар.
Әле Красный Холм һәм Оло Ҡасаҡ ауылдарында 41 һәм 8,6 саҡрымға иҫәпләнгән урам һыу селтәрҙәрен реконструкциялау өсөн проект-смета документтары әҙерләнә.
Ҡыҫҡаһы, “арбаңды – ҡыш, санаң­ды йәй әҙерлә” тигән халыҡ мәҡәле район хакимиәтенең хәстәрлекле эшмәкәр­леген билдәләй. Газ үткә­релгән йылы йорттарҙа ҡаршыла­маҡсы район халҡы быйылғы ҡышты. Икенсе йылда иһә фельдшер-аку­шерлыҡ пункты һәм төҙөкләндерелгән район мәҙәниәт йорто ла буласаҡ. Бына шулай ҡышҡаса үҙ эштәрен тамамламаҡсы Ҡалтасы районы. Был йәһәттән уларға ҡеүәтләү һүҙенән башҡа ни әйтәһең.

Ҡалтасы районы.


Автор: Розалия МӨҘӘРИСОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә