Тотош бер дәүләттең бәләкәй генә үҙаллы хужалығы ише көн иткән райондарҙағы халыҡтың йәшәү кимәле, көнитмеш ерҙәренең төҙөклөгө тотош ил кимәлендә сағылыш таба. Ҡалтасы районы ла – Рәсәйҙең иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән төбәктәрҙең береһе.– Районда төҙөлөш, үҙгәртеп ҡороу, капиталь ремонт эштәре планға ярашлы алып барыла. Быйыл районда Республика адреслы инвестиция программаһына (РАИП) ярашлы, район мәҙәниәт йортон реконструкциялауға, граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ йорттарҙан күсереүгә, ауылдарҙы газ менән тәьмин итеүгә, фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөүгә аҡса бүленде. Тәүге эштәребеҙҙең береһе – 300 кешелек мәҙәниәт йортон үҙгәртеп ҡороу өсөн яуаплылығы сикләнгән “ГазСтройСервис” подряд ойошмаһы менән контракт төҙөлдө. Объект 2018 йылда ҡулланылыуға тапшырыласаҡ. Бөгөн бинаның эске өлөшөндә, шулай уҡ вертикаль планировкалау һәм мәҙәниәт йортоноң тирә-яғын төҙөкләндереү эше алып барыла, – ти Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Юрий Садыров.
Шулай уҡ район граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса республика программаһында ҡатнаша. Быйыл ошо маҡсатҡа 53,04 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. Нигеҙҙә, эштәр Ҡалтасы ауылы биләмәһендә алып барыла. Авария хәлендәге торлаҡ майҙаны 1607,3 квадрат метр тәшкил иткән күп фатирлы ете йорттан 62 ғаилә күсереләсәк. Подряд ойошмаларын һайлап алыу өсөн үткәрелгән аукцион һөҙөмтәләре буйынса генподрядсылар: район үҙәгенең Кооператив урамындағы 19-сы йорто – яуаплылығы сикләнгән “ГеоСтрой” ойошмаһы, шулай уҡ өсәр йорт И. Низаметдинов шәхси предприятиеһы һәм яуаплылығы сикләнгән “Ҡалтасы урманы” ойошмаһы ҡарамағында.
Йәмғеһе ете объектта эш ҡайнай. Инженерлыҡ һәм төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Йорттар йылы һәм һыуыҡ һыу, канализация, электр һәм газ менән тәьмин ителгән. Фатир хужаларының теләктәре иҫәпкә алынып, бүлмәләрҙе планировкалау, инженер хеҙмәтләндереү мәсьәләләре берлектә хәл ителә. Бөтә йорттар ҙа йыл аҙағынаса ҡулланылыуға тапшырыласаҡ.
Красный Холм ауылындағы 136 фатирҙы һәм социаль объектты газ менән тәьмин итеү өсөн 10 миллион һум аҡса бүленгән. Был эштәрҙе 2018 йылда тамамлау планлаштырылһа ла, генподряд ойошмаһы, газ үткәргестәрҙе һалып бөтөп, объектты быйыл уҡ тулыһынса ҡулланыуға тапшырмаҡсы.
Оло Кәлтәй ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөүгә лә аҡса бүленгән. Былтыр Кейебәк, Васильев ауылдарында ла тейешле медицина ҡоролмалары менән тәьмин ителгән фельдшер-акушерлыҡ пункттары файҙаланыуға тапшырылған. Оло Кәлтәй ауылында төҙөлөш эштәре иһә октябрҙә аукциондан һуң башланасаҡ.
2015 йылда Ҡалтасы ауылында 120 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлгән. Быйыл иһә Красный Холм ауылы халҡын ҡыуандырып, 110 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы ла сафҡа инәсәк, өҫтәмә рәүештә тағы ла 95 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһының проект-смета документтары әҙерләнә. Бөтә был объекттарҙы төҙөү Красный Холм ауылындағы балалар баҡсаһына сират мәсьәләһен хәл итәсәк.
Ошо уҡ ауылдың 2-се киске урта мәктәбенә лә реконструкция үткәреү талап ителә. Мәктәптең дәүләт экспертизаһы тарафынан раҫланған проект-смета документацияһы бар. 2018 йылда был объект та РАИП программаһына индерелер, тигән өмөттә ҡалтасылар.
Әле Красный Холм һәм Оло Ҡасаҡ ауылдарында 41 һәм 8,6 саҡрымға иҫәпләнгән урам һыу селтәрҙәрен реконструкциялау өсөн проект-смета документтары әҙерләнә.
Ҡыҫҡаһы, “арбаңды – ҡыш, санаңды йәй әҙерлә” тигән халыҡ мәҡәле район хакимиәтенең хәстәрлекле эшмәкәрлеген билдәләй. Газ үткәрелгән йылы йорттарҙа ҡаршыламаҡсы район халҡы быйылғы ҡышты. Икенсе йылда иһә фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм төҙөкләндерелгән район мәҙәниәт йорто ла буласаҡ. Бына шулай ҡышҡаса үҙ эштәрен тамамламаҡсы Ҡалтасы районы. Был йәһәттән уларға ҡеүәтләү һүҙенән башҡа ни әйтәһең.
Ҡалтасы районы.