Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Аяҙ көндөң минуты ҡәҙерле
Аяҙ көндөң минуты ҡәҙерле Барыһын да кадрҙар хәл итә. Был кемдеңдер юғары трибунанан әйтелгән фекере лә, лозунгка әйләнгән һүҙ теҙмәһе лә түгел. Был — тормоштоң асылы. Заман менән бергә атламаһаң, киләсәккә нигеҙҙе бөгөн һалмаһаң, иртәгә ярыҡ ялғаш эргәһендә ҡалғаныңды көт тә тор. Һис сер түгел, ауыл хужалығында кадрҙар мәсьәләһе ҡырҡыу тора. Алда әйтелгәнсә, заман да үҙгәрә. Заманса техника ла яңыра бара. Белемле генә түгел, ерҙе яратҡан, йылыһын тойған йәштәр кәрәк.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары, тәрбиәселәре менән уҡыу йортонда түгел, баҫыуҙа — ҡыҙыу эш барған ерҙә осрашҡас, нәҡ ошо һорауҙарға яуап тапҡандай булаһың. Йыл һайын улар “Урал аръяғы — Агро” МТС-ы комбайндарында баҫыуҙарға сыға. Улар Рәсәйҙә, сит илдәрҙә эшләнгән баҫыу караптарында мал аҙығы әҙерләүҙә ҡатнаша, иген йыйыуҙа үҙ өлөштәрен индерә. Мәҫәлән, уҙған йыл колледждан биш егет урып йыйыуҙа ҡатнашҡан, ә Урал Мортаев уңыштары өсөн Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған. Быйыл Сабирйән Ҡашҡаров менән Тимур Хисмәтуллиндар үҙҙәренең мастеры С. Италмаҫов ярҙамында “Дон-1500”, “Нью-Холланд” комбайндарын ышаныслы йөрөтә.
— Ауыл тормошо оҡшай. Бәләкәйҙән техникаға тартылдыҡ, артабан, бәлки, фермер ҙа булып китербеҙ әле, — ти егеттәр, бер-береһенә мут ҡына күҙ ҡыҫышып.
Юҡ, был шаяртыу түгел. Улар – ер эшен, әсе тир, хуш еҫле икмәк тәмен тойоп үҫкән ауыл малайҙары, шуға ла механизатор һөнәрен юҡҡа һайлама­ғандар. Әле Альберт Хөсәйеновтың крәҫтиән хужалығына ярҙамға килеүҙәре лә файҙаға: тәжрибәле фермер үҙаллы эшләүҙең нескәлектәрен, баҙар шарттарына яраҡлашырға өйрәтә.
Юлыбыҙ “Толпар” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәте баҫыуҙары аша алып китте. Бында ла эш ҡайнай. Шулай булмайынса, барлығы ике мең ярым гектарҙан ашыу һөрөнтө ерҙә бесәнен дә сабырға, урып-йыйып, туңға ла һөрөргә, киләһе йыл уңышы өсөн нигеҙ һалырға — ужым культуралары сәсеп ҡалырға ла кәрәк. Быйыл иһә 1500 гектарҙа бойҙай үҫтерелгән, 900-өндә һоло йыйып алынған, борсаҡ 100 гектарҙа уңған.
— Техника етә. МТС-тан да өҫтәмә ике комбайн йәлеп иттек, — тип һөйләй хужалыҡ етәксеһе Илфат Сәлихов. — Иң мөһиме — егеттәрҙең кәйефе шәп. Аяҙ көндөң һәр сәғәте ҡәҙерле...
Хужалыҡта барыһы утыҙ кеше эшләй. Йәштәр ҙә бар. Шулай ҙа механизаторҙар етешмәй. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, дәртләндереү саралары күрелгән. Төп йүнәлеш булып игенселек менән йылҡысылыҡ иҫәпләнә. Барлығы 830 баш аттары бар. Йылҡы малы тота башлағансы уҡ ҡымыҙ етештереүҙе маҡсат итеп ҡуйғандар. Һорау булғас, һатыу ҙа бара. Бөгөн уларҙың ҡымыҙын Өфөлә, Күгәрсендә теләп алалар, Баймаҡты әйтеп тораһы ла юҡ. Сауҙа нөктәләренән тыш, үҙҙәрендә лә үтә.
Уңған механизаторҙарҙы телгә алып үтмәһәк, яҙыҡ булыр. Комбайнсыларҙан Илшат Байбәков, Ринат менән Хәйҙәр Сәлиховтар алдынғылыҡты бирмәй, водителдәр Азат Әбйәлилов, Фәйрүз Йосопов, Илгиз Сөләймәновтар баҫыу менән ашлыҡ келәте араһын бер итә. Механизаторҙар Рамаҙан Йәнбирҙин, Заһир Рәхмәтуллин, Марат Ғәлин дә һынатмай.
Хужалыҡ етәксеһе Илфат Сәлиховтың был өсөнсө уңыш йыйыуы. 2011 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап ҡайтҡас, Урал аръяғы МТС-ында эшләй. Йәш белгестең булдыҡлылығын, тырышлығын күреп, район хакимиәте айырым хужалыҡты ышанып тапшыра. Әйтергә кәрәк, яңылышмайҙар. Етәксе кешеләрҙе лә аңлай, эшен дә белә. Өлгөлө ғаилә башлығы ла, тип өҫтәргә кәрәктер — кәләше Раушания менән ҡыҙыҡай үҫтерәләр.
Уңыштарына шатланып, барыһына һаулыҡ теләп, юлыбыҙҙы Шәрәфетдинов крәҫтиән (фермер) хужалығына табан дауам итәбеҙ. Айрат Алик улы бик тыйнаҡ кеше булып сыҡты. Өлгәшелгәндәрен артыҡ күперткеһе килмәй.
Белеме буйынса агроном, ауыл хужалығы институтын 90-сы йылдарҙа тамамлаған. Уның тураһында ҡыҫҡаса ғына “ысын ер кешеһе” тиһәң дә, яҙыҡ булмаҫ. Шуның менән барыһы ла әйтелгән: механизатор, комбайнсы, элекке совхоздың “Октябрь” бүлексәһенә етәкселек итеүе. Ә 2001 йылдан үҙ хужалығын ойошторорға ҡарар итә. Кем әйтмешләй, нулдән башлай. Иҫке техникаһы була, 27 гектар пай ерен ала. Аҙаҡ иһә туғандарыныҡын ҡуша. Аҡса табыу өсөн сусҡаһына тиклем аҫрай. Яйлап техникаһын яңырта. Башҡа бик күп эш башлаусылар үткән юлды үтә: кредит, лизинг. Бөгөн техникаһы етерлек, ерҙәре буш ятмай.
— Ауырлыҡтар булып тора инде. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай, — ти фермер.
Иң яҡын ярҙамсылары — улдары Данил менән Вадим. Улар икеһе лә юридик белемле. Бәләкәйҙән ерҙә эшләп үҫкәс, аҙаҡ үҙҙәре лә ошо юлға тартыла. Хужалыҡта ун ике кеше эшләй. Өсәүһе Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исемен йөрөтә.
Баймаҡты “бай яҡ” төшөнсәһе менән алыштырып та йөрөтәләр. Был тәбиғәткә генә ҡағылмай, кешеләре менән дә бай төбәк ул...

Баймаҡ районы.





Аяҙ көндөң минуты ҡәҙерле



















Аяҙ көндөң минуты ҡәҙерле




















Аяҙ көндөң минуты ҡәҙерле


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә