Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ваҡ сауҙаның эре табышы
Ваҡ сауҙаның эре табышы Тыуған көндәр, туйҙар, юбилейҙар, ғаиләлә баланың донъяға килеүе… Бәхәсһеҙ, кеше ғүмеренең иң сағыу мәлдәре был ваҡиғалар. Тағы ла нығыраҡ иҫтә ҡалһын, йәмлерәк үтһен тип, уларҙы ҡаршыларға ла етди әҙерләнәһең. Һығылып торған бай табын, иң ҡупшы күлдәктәр. Шулай уҡ ҡунаҡ йыйылаһы мөхиттең дә матур булыуы мөһим. Был тәңгәлдә хәҙер биҙәү әйберҙәре етерлек. Ҡотлау өсөн асылмаларҙың да, бүләк-йәдкәрҙәрҙең дә ниндәйе генә юҡ. Сажиҙә Әмирханова үҙенең эшен нәҡ әлеге әйберҙәр менән сауҙа итеү өлкәһендә булдырған. Әйтергә кәрәк, йүнәлеш һайлауҙа ул “сәпкә тейҙергән” – байрам тантаналары хәҙер шул сараға кейгән күлдәктәй ҡупшылана ғына бара бит.Дөрөҫөн әйткәндә, биҙәү әйберҙәре һәм бүләк менән сауҙа итеү өлкәһендә генә әңгәмәсем ете йыл эшләй. Ғөмүмән, эшҡыуарлыҡҡа ул әле күптәр был төшөн­сәнең нимә икәнлеген аңлап бөтмәгән заманда уҡ килгән. Бизнесын башлаған йылдары ла үҙенсәлекле. Бухгалтер һөнәрен үҙләштергән йәш белгес Ишембайҙа һалым системаһында эш башлай. Аҡыллы һәм яуаплы хеҙмәткәрҙе артабан үҫеш көтә, тик тормош гел һин уйлағанса бармай шул.
Кейәүгә сығып, бала тыуғас, декрет ялында тик ятмайым тип, ул ауылда фермерлыҡ эше аса. Балалар, мал, отчеттар, ғөмүмән, мәшәҡәт етерлек. Нисек кенә булмаһын, эше алға бара, ҡыйын­лыҡтарҙы еңә-еңә тырыша ғаилә. Әммә бер нисә йыл элек эшҡыуарҙың тормошо ҡырҡа боролош алып, Сажиҙә Баязит ҡыҙы Стәрлетамаҡҡа йәшәргә килә һәм инде дәүләт эшендә лә, фермерлыҡта ла бизнес буйынса багаж туплаған ханым сауҙа өлкәһенә сума.
— Ҙур ҡала. Мөмкинлектәр етерлек, — тип иҫләй ул мәлде йүнсел. — Ниндәй йүнәлешкә сумһаң да алып барырға була, тик шул уҡ ваҡытта көнәркәшлек тә (конкурентлыҡ) көслө. Яңылышһаң, яны­уың бар, — тигән кәңәш тә бирә тәүәккәл­ләгәндәргә шәхси тәжрибәһе нигеҙендә.
Әлбиттә, кәрәкле бизнес төрөн һайлай белеү яҡшы. Тик буш урында эш башлау еңелдән түгел шул.
— Атайым, фатир алһағыҙ, ҡушыр­һығыҙ, тип аҡсалата ярҙам иткәйне, шул сумманы өҫтәп, бар булғанымды бизнесҡа һалдым да ҡуйҙым. “Эләкте” әлбиттә, уның ҡарауы, хәҙер фатирым да, табыш килтергән шөғөлөм дә бар, – тине эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт сауҙа хужабикәһе.
Эйе, тәүәккәллек – йүнселдәрҙең төп ҡоралдарының береһе. Берәүҙәр урынынан ҡуҙғалырға ҡурҡып торғанда, икен­селәр күҙ йома ла тороп йүгерә – быныһы инде тормош хәҡиҡәте. Бәлки, Сажиҙә апай ҙа, фатир алып, берәй дәүләт хеҙмә­тендә йөрөр, бәлки, һатыусы сүрәтендә нин­дәйҙер башҡа отҡорҙоң кеҫәһен ҡалы­найтыр ине. Ә былай, исмаһам, ипотека кре­дитын түләп бөткән, эшен артабан үҫ­терә, ғаиләһенә лә терәк булып тора. Иң мөһиме – күптәр әйтмешләй, үҙ-үҙенә хужа.
Был һүҙҙәр, әлбиттә, күптәрҙең күҙ алдына табышты һәм буш ваҡытты килтерә. Тәүгеһе хаҡында әйтелде инде, бына ваҡытҡа килгәндә, уныһы…
– Ҡайһы саҡ берәй учреждениеға барып, һигеҙ сәғәтлек бурысыңды үтәп, банк картаһына эш хаҡы төшкәнен көтөп ятырға хыялланам, – тип шаярта Сажиҙә Баязит ҡыҙы.
Етди генә әйткәндә, сауҙа урынында ҡуртым өсөн ул ай һайын 30 мең һумдан ашыу түләй. Һатырға сыҡтыңмы-юҡмы, сауҙа барамы-бармаймы – бина хужаһы­ның эше юҡ. Шуға эшҡыуар ханым ысын мәғәнәһендә ял белмәй эшләй, тауар килтерә, отчет бирә, план төҙөй һәм үҙе үк һатыусы ла.
– Сувенир, уйынсыҡ, бүләк һымаҡ әй­бер­ҙәр һатыу – ваҡ сауҙа. Һатыусы ялла­һаң, алдашамы-юҡмы икәнен асыҡлауы ауыр, һәр саҡ ревизия талап ителә, шуға үҙем һатам, – тип аныҡлыҡ индерҙе ханым был тәңгәлдә.
Ҡайһы берәүҙәр һымаҡ, Сажиҙә апай ҙа беренсе ҡатта фатир һатып алып, шуның яртыһын магазин итеп, ҡалғанын торлаҡҡа яраҡлаштырып эшләй алған. Өйҙән тороп һатыу инде был, ләкин мәктәптә уҡыған бала өсөн айырым мөхит, дәрескә әҙерләнергә тыныслыҡ кәрәк шул. Шуға һәр нәмәнең үҙ ваҡыты тип яйлап, ныҡлап үҫешә эшҡыуар.
Отчет, ҡуртым менән генә йүнселдәрҙең проблемаһы бөтмәүе көн кеүек асыҡ.
– Төрлө яҡлап үкенестәр бар инде ул, – тип көрһөнә Сажиҙә Баязит ҡыҙы. – Мәҫәлән, кәрәгенсә иғәнә индереп, хаҡлы ялға сығайым тиһәң, пенсия күләме эш­ләмәй ятҡандарҙыҡы менән тиң килеп сыға. Бынан тыш, көсләп тағылған тигән­дәй касса аппараттары бәләкәй эшҡы­уарҙарҙың бәкәләне һуғасаҡ, сөнки уларҙы хеҙмәтләндереү беҙгә ҡыйбатҡа төшәсәк, – эшмәкәрлеге буйынса ғына түгел, дөйөм бизнес системаһына ҡағылышлы ла фекере етерлек икән әңгәмәсемдең. – Бер яҡтан, дәүләт ярҙам иткән һымаҡ, әммә ғәмәлдә үҙ көсөнә генә таянып, бәләкәй генә магазин тотҡан эшҡыуарҙарға еңелме ни? Мәҫәлән, бәшмәк урынына ҡалҡып сыҡҡан ҙур сауҙа йорттары һәм селтәрҙәре беҙҙең һымаҡ бәләкәй “нөктәләр”ҙе “йота” бара.
Ә бит, әйтәйек, ҙур сауҙа селтәрҙәре клиент менән әңгәмәсем һымаҡ шәхсән эшләмәй: Сажиҙә апайға, мәҫәлән, кемдер ниндәйҙер бүләк-йәдкәр кәрәклеген алдан иҫкәртә, заказ бирә һәм бер аҙнананмы-өс көндәнме тауарын ҡулына ала. Ҙур магазиндарҙа иһә осһоҙ-ҡырыйһыҙ теҙе­леп киткән кәштәләрҙә үҙеңә ярағанын йә иһә иҫкермәгәнен эҙләргә генә ҡала. Нисек кенә булмаһын, бәләкәй эшҡыуарлыҡ, һис шикһеҙ, ярҙамға, иғтибарға мохтаж.
Ҡала хакимиәтенең йүнселлек бүлеге начальнигы Светлана Жаркова белдере­үен­сә, беҙҙә 9,5 меңдән ашыу эшҡыуар теркәлгән. Улар һата, тегә, йүнәтә, кейен­дерә, ашата, йөрөтә һәм башҡа төр хеҙмәт күрһәтә халыҡҡа. 300 мең самаһы кешеһе булған, инфраструктураһы үҫешкән ҡала өсөн аҙмы был-күпме, бер һүҙ менән әйтеүе лә ҡыйын. Бәлки, бер өлкәлә конкурентлыҡ бигерәк артыҡтыр, икенсе­һен­дә етешмәйҙер, унан ҡала иҡтисади көрсөк, санкциялар ҙа үҙ йоғонтоһон яһай. Еңел түгел состарға. Шулай ҙа ни генә тимә, Стәрлетамаҡ бизнес өсөн ҡулайһыҙ түгел. Теләге уянғандарға барыбер ҙә үҙ юлын табырға мөмкин. Сажиҙә апайҙай тәүәккәл булайыҡ, йәмәғәт. Мөмкинлек­тәрҙе эргәнән үткәрмәйек. Һәм тағы ла: тиҫтә ярым, ике тиҫтә йыл ипотека кредиты түләүе отошломо, әллә бер нисә йылда үҙ аҡсаңа һатып алыу яҡшыраҡмы?
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә