Тыуған көндәр, туйҙар, юбилейҙар, ғаиләлә баланың донъяға килеүе… Бәхәсһеҙ, кеше ғүмеренең иң сағыу мәлдәре был ваҡиғалар. Тағы ла нығыраҡ иҫтә ҡалһын, йәмлерәк үтһен тип, уларҙы ҡаршыларға ла етди әҙерләнәһең. Һығылып торған бай табын, иң ҡупшы күлдәктәр. Шулай уҡ ҡунаҡ йыйылаһы мөхиттең дә матур булыуы мөһим. Был тәңгәлдә хәҙер биҙәү әйберҙәре етерлек. Ҡотлау өсөн асылмаларҙың да, бүләк-йәдкәрҙәрҙең дә ниндәйе генә юҡ. Сажиҙә Әмирханова үҙенең эшен нәҡ әлеге әйберҙәр менән сауҙа итеү өлкәһендә булдырған. Әйтергә кәрәк, йүнәлеш һайлауҙа ул “сәпкә тейҙергән” – байрам тантаналары хәҙер шул сараға кейгән күлдәктәй ҡупшылана ғына бара бит.Дөрөҫөн әйткәндә, биҙәү әйберҙәре һәм бүләк менән сауҙа итеү өлкәһендә генә әңгәмәсем ете йыл эшләй. Ғөмүмән, эшҡыуарлыҡҡа ул әле күптәр был төшөнсәнең нимә икәнлеген аңлап бөтмәгән заманда уҡ килгән. Бизнесын башлаған йылдары ла үҙенсәлекле. Бухгалтер һөнәрен үҙләштергән йәш белгес Ишембайҙа һалым системаһында эш башлай. Аҡыллы һәм яуаплы хеҙмәткәрҙе артабан үҫеш көтә, тик тормош гел һин уйлағанса бармай шул.
Кейәүгә сығып, бала тыуғас, декрет ялында тик ятмайым тип, ул ауылда фермерлыҡ эше аса. Балалар, мал, отчеттар, ғөмүмән, мәшәҡәт етерлек. Нисек кенә булмаһын, эше алға бара, ҡыйынлыҡтарҙы еңә-еңә тырыша ғаилә. Әммә бер нисә йыл элек эшҡыуарҙың тормошо ҡырҡа боролош алып, Сажиҙә Баязит ҡыҙы Стәрлетамаҡҡа йәшәргә килә һәм инде дәүләт эшендә лә, фермерлыҡта ла бизнес буйынса багаж туплаған ханым сауҙа өлкәһенә сума.
— Ҙур ҡала. Мөмкинлектәр етерлек, — тип иҫләй ул мәлде йүнсел. — Ниндәй йүнәлешкә сумһаң да алып барырға була, тик шул уҡ ваҡытта көнәркәшлек тә (конкурентлыҡ) көслө. Яңылышһаң, яныуың бар, — тигән кәңәш тә бирә тәүәккәлләгәндәргә шәхси тәжрибәһе нигеҙендә.
Әлбиттә, кәрәкле бизнес төрөн һайлай белеү яҡшы. Тик буш урында эш башлау еңелдән түгел шул.
— Атайым, фатир алһағыҙ, ҡушырһығыҙ, тип аҡсалата ярҙам иткәйне, шул сумманы өҫтәп, бар булғанымды бизнесҡа һалдым да ҡуйҙым. “Эләкте” әлбиттә, уның ҡарауы, хәҙер фатирым да, табыш килтергән шөғөлөм дә бар, – тине эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт сауҙа хужабикәһе.
Эйе, тәүәккәллек – йүнселдәрҙең төп ҡоралдарының береһе. Берәүҙәр урынынан ҡуҙғалырға ҡурҡып торғанда, икенселәр күҙ йома ла тороп йүгерә – быныһы инде тормош хәҡиҡәте. Бәлки, Сажиҙә апай ҙа, фатир алып, берәй дәүләт хеҙмәтендә йөрөр, бәлки, һатыусы сүрәтендә ниндәйҙер башҡа отҡорҙоң кеҫәһен ҡалынайтыр ине. Ә былай, исмаһам, ипотека кредитын түләп бөткән, эшен артабан үҫтерә, ғаиләһенә лә терәк булып тора. Иң мөһиме – күптәр әйтмешләй, үҙ-үҙенә хужа.
Был һүҙҙәр, әлбиттә, күптәрҙең күҙ алдына табышты һәм буш ваҡытты килтерә. Тәүгеһе хаҡында әйтелде инде, бына ваҡытҡа килгәндә, уныһы…
– Ҡайһы саҡ берәй учреждениеға барып, һигеҙ сәғәтлек бурысыңды үтәп, банк картаһына эш хаҡы төшкәнен көтөп ятырға хыялланам, – тип шаярта Сажиҙә Баязит ҡыҙы.
Етди генә әйткәндә, сауҙа урынында ҡуртым өсөн ул ай һайын 30 мең һумдан ашыу түләй. Һатырға сыҡтыңмы-юҡмы, сауҙа барамы-бармаймы – бина хужаһының эше юҡ. Шуға эшҡыуар ханым ысын мәғәнәһендә ял белмәй эшләй, тауар килтерә, отчет бирә, план төҙөй һәм үҙе үк һатыусы ла.
– Сувенир, уйынсыҡ, бүләк һымаҡ әйберҙәр һатыу – ваҡ сауҙа. Һатыусы яллаһаң, алдашамы-юҡмы икәнен асыҡлауы ауыр, һәр саҡ ревизия талап ителә, шуға үҙем һатам, – тип аныҡлыҡ индерҙе ханым был тәңгәлдә.
Ҡайһы берәүҙәр һымаҡ, Сажиҙә апай ҙа беренсе ҡатта фатир һатып алып, шуның яртыһын магазин итеп, ҡалғанын торлаҡҡа яраҡлаштырып эшләй алған. Өйҙән тороп һатыу инде был, ләкин мәктәптә уҡыған бала өсөн айырым мөхит, дәрескә әҙерләнергә тыныслыҡ кәрәк шул. Шуға һәр нәмәнең үҙ ваҡыты тип яйлап, ныҡлап үҫешә эшҡыуар.
Отчет, ҡуртым менән генә йүнселдәрҙең проблемаһы бөтмәүе көн кеүек асыҡ.
– Төрлө яҡлап үкенестәр бар инде ул, – тип көрһөнә Сажиҙә Баязит ҡыҙы. – Мәҫәлән, кәрәгенсә иғәнә индереп, хаҡлы ялға сығайым тиһәң, пенсия күләме эшләмәй ятҡандарҙыҡы менән тиң килеп сыға. Бынан тыш, көсләп тағылған тигәндәй касса аппараттары бәләкәй эшҡыуарҙарҙың бәкәләне һуғасаҡ, сөнки уларҙы хеҙмәтләндереү беҙгә ҡыйбатҡа төшәсәк, – эшмәкәрлеге буйынса ғына түгел, дөйөм бизнес системаһына ҡағылышлы ла фекере етерлек икән әңгәмәсемдең. – Бер яҡтан, дәүләт ярҙам иткән һымаҡ, әммә ғәмәлдә үҙ көсөнә генә таянып, бәләкәй генә магазин тотҡан эшҡыуарҙарға еңелме ни? Мәҫәлән, бәшмәк урынына ҡалҡып сыҡҡан ҙур сауҙа йорттары һәм селтәрҙәре беҙҙең һымаҡ бәләкәй “нөктәләр”ҙе “йота” бара.
Ә бит, әйтәйек, ҙур сауҙа селтәрҙәре клиент менән әңгәмәсем һымаҡ шәхсән эшләмәй: Сажиҙә апайға, мәҫәлән, кемдер ниндәйҙер бүләк-йәдкәр кәрәклеген алдан иҫкәртә, заказ бирә һәм бер аҙнананмы-өс көндәнме тауарын ҡулына ала. Ҙур магазиндарҙа иһә осһоҙ-ҡырыйһыҙ теҙелеп киткән кәштәләрҙә үҙеңә ярағанын йә иһә иҫкермәгәнен эҙләргә генә ҡала. Нисек кенә булмаһын, бәләкәй эшҡыуарлыҡ, һис шикһеҙ, ярҙамға, иғтибарға мохтаж.
Ҡала хакимиәтенең йүнселлек бүлеге начальнигы Светлана Жаркова белдереүенсә, беҙҙә 9,5 меңдән ашыу эшҡыуар теркәлгән. Улар һата, тегә, йүнәтә, кейендерә, ашата, йөрөтә һәм башҡа төр хеҙмәт күрһәтә халыҡҡа. 300 мең самаһы кешеһе булған, инфраструктураһы үҫешкән ҡала өсөн аҙмы был-күпме, бер һүҙ менән әйтеүе лә ҡыйын. Бәлки, бер өлкәлә конкурентлыҡ бигерәк артыҡтыр, икенсеһендә етешмәйҙер, унан ҡала иҡтисади көрсөк, санкциялар ҙа үҙ йоғонтоһон яһай. Еңел түгел состарға. Шулай ҙа ни генә тимә, Стәрлетамаҡ бизнес өсөн ҡулайһыҙ түгел. Теләге уянғандарға барыбер ҙә үҙ юлын табырға мөмкин. Сажиҙә апайҙай тәүәккәл булайыҡ, йәмәғәт. Мөмкинлектәрҙе эргәнән үткәрмәйек. Һәм тағы ла: тиҫтә ярым, ике тиҫтә йыл ипотека кредиты түләүе отошломо, әллә бер нисә йылда үҙ аҡсаңа һатып алыу яҡшыраҡмы?
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.