Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Үҙ көстәренә таяналар
Үҙ көстәренә таяналарБөгөн республика хужалыҡтары оҫтаханаларында, машина-трактор парктарында — ҡыҙыу мәл. Көндәрҙең матур тороуы ла эшкә дәрт өҫтәй. Дәүләкән районының "Восход" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең оҫтаханаһында ла эш ойошҡан һәм дәррәү бара. Белгестәр әйтеүенсә, бында техниканы ремонтлауға Яңы йыл байрамынан һуң тотонғандар, шуға ла ығы-зығы күҙәтелмәй.
Запас частарҙың да ваҡытында һатып алыныуы һәм ҡайтарылыуы эште шәбәйтә. Йүнәтелгән, капиталь ремонт үткән техника баҫыуға сығырға күптән әҙер. Үҙ көстәренә таяналар
– Техника паркы бай ғына, йыл һайын тиерлек яңыһын һатып алабыҙ, ватылғанын сифатлы итеп ремонтлайбыҙ. Күктән төшкәнде көтөп ятмайбыҙ, үҙ көсөбөҙгә таянабыҙ, оҫта ҡуллы егеттәр кәрәкле запас частарҙы бынамын итеп яһап та ҡуя, – ти йәмғиәттең баш агрономы Анатолий Дон.
Әле механизаторҙар сәскес-тырмаларҙы ремонтлай, капиталь ремонт үткәндәренең торошон тикшерә. Һәр кем эш менән мәшғүл, ял итергә ваҡыттары ла юҡ. Шуға ла егеттәргә төшкө йылы аш оҫтаханала ойошторолған. Уңайлы эш шарттары булғас, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс, механизаторҙарҙың кәйефе шәп. Үҙ көстәренә таяналарҺәр кем тиҙерәк баҫыуға ашҡына, киләһе уңышҡа нигеҙ һалырға тырыша. Хужалыҡ эшсәндәре өс меңдән ашыу гектарҙа яҙғы баҫыу эштәрен алып барасаҡ. Лизингка, кредитҡа һатып алынған тиҫтәнән ашыу ауыл хужалығы техникаһы, шулай уҡ биш йыл хеҙмәт итеп өлгөргән тракторҙар баҫыуҙарҙы иңләйәсәк.
Белгестәр әйтеүенсә, хужалыҡ үҙен етерлек күләмдә орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин иткән, минераль ашлама ҡайтарылған. Ҡыш ырҙын табағында ла ремонт үткәргәндәр, келәттәр ағартылған.
Самат ҒӘЛИН
Дәүләкән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә