Бөгөн республика хужалыҡтары оҫтаханаларында, машина-трактор парктарында — ҡыҙыу мәл. Көндәрҙең матур тороуы ла эшкә дәрт өҫтәй. Дәүләкән районының "Восход" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең оҫтаханаһында ла эш ойошҡан һәм дәррәү бара. Белгестәр әйтеүенсә, бында техниканы ремонтлауға Яңы йыл байрамынан һуң тотонғандар, шуға ла ығы-зығы күҙәтелмәй.
Запас частарҙың да ваҡытында һатып алыныуы һәм ҡайтарылыуы эште шәбәйтә. Йүнәтелгән, капиталь ремонт үткән техника баҫыуға сығырға күптән әҙер.
– Техника паркы бай ғына, йыл һайын тиерлек яңыһын һатып алабыҙ, ватылғанын сифатлы итеп ремонтлайбыҙ. Күктән төшкәнде көтөп ятмайбыҙ, үҙ көсөбөҙгә таянабыҙ, оҫта ҡуллы егеттәр кәрәкле запас частарҙы бынамын итеп яһап та ҡуя, – ти йәмғиәттең баш агрономы Анатолий Дон.
Әле механизаторҙар сәскес-тырмаларҙы ремонтлай, капиталь ремонт үткәндәренең торошон тикшерә. Һәр кем эш менән мәшғүл, ял итергә ваҡыттары ла юҡ. Шуға ла егеттәргә төшкө йылы аш оҫтаханала ойошторолған. Уңайлы эш шарттары булғас, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс, механизаторҙарҙың кәйефе шәп.
Һәр кем тиҙерәк баҫыуға ашҡына, киләһе уңышҡа нигеҙ һалырға тырыша. Хужалыҡ эшсәндәре өс меңдән ашыу гектарҙа яҙғы баҫыу эштәрен алып барасаҡ. Лизингка, кредитҡа һатып алынған тиҫтәнән ашыу ауыл хужалығы техникаһы, шулай уҡ биш йыл хеҙмәт итеп өлгөргән тракторҙар баҫыуҙарҙы иңләйәсәк.
Белгестәр әйтеүенсә, хужалыҡ үҙен етерлек күләмдә орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин иткән, минераль ашлама ҡайтарылған. Ҡыш ырҙын табағында ла ремонт үткәргәндәр, келәттәр ағартылған.
Самат ҒӘЛИН
Дәүләкән районы.