Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Илдә сәпсек үлмәй
Илдә сәпсек үлмәйБыл тема кемде ҡыҙыҡһындыра, шул белә: быйыл Рәсәй банктары бер нисә тапҡыр кредит ставкаларын түбәнәйтте, һуңғы тапҡыр ошо күренеш августа булды. Бигерәк тә шуныһы шатлыҡлы: яңылыҡ күбеһенсә торлаҡ кредиттарына ҡағыла, тимәк, күптәрҙең йортло-фатирлы булыу мөмкинлеге арта.


Ни генә тимәһендәр, әлеге ваҡытта ипотека – үҙ торлағыңды һатып алыу мөмкинлеген биргән төп юлдарҙың береһе. Уның менән файҙаланмаған кешеләр, әлбиттә, бар, әммә уртаса эш хаҡы алып, ҡәҙимге тормош көткән халыҡтың күпселеге торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһен тап ипотека ярҙамында хәл итә. Тирә-яғығыҙ­ҙағы таныш-тоношта­рығыҙҙы барлағыҙ әле – шундай кредит түләгәндәр бихисап, эйеме?
Әммә илдәге социаль-иҡтисади хәлдең, ябай ғына итеп әйткәндә, көндә үҙгәреп тороуы ла мәғлүм. Тотороҡло эш хаҡы түләгән, аяғында ныҡлы баҫып торған ойошмала эшләгәндәргә, әлбиттә, ай һайын кредит буйынса бурысын түләүе ҡыйын түгел. Ә бер көн килеп эшһеҙ ҡалғандар, даими килем алыуҙан туҡтағандар ни эшләргә тейеш? Ғәҙәттә, ипотека кредиты оҙайлы йылдарға бирелә. Иртәгәһенә нимә булырын белеп булмағанды, тиҫтә йылдан һуң ниндәй тормошта йәшәйә­сәгеңде күҙаллауы уғата ҡыйын! Шуға ла ипотека түләгәндәрҙең береһе лә тормоштоң ҡатмарлы хәл-әхүәлдәренән азат түгел, кредит хәүефе һәр саҡ янай.
Дәүләт, үҙ сиратында, кредит упҡыны алдына баҫҡан граждан­дарға ярҙам ҡулы һуҙыу юлдарын эҙләй, тәҡдим итә. Бынан бер нисә йыл элек, мәҫәлән, ипотеканы ташламалы ставка менән реструктуризациялау, түләүҙәрҙең нин­дәй­ҙер өлөшөн компенсациялау программаһы тормошҡа ашырыл­ғайны. Быйыл яҙ уға нөктә ҡуйылды. Һандарға килгәндә, ике йыл эсендә ипотекаһын түләй алмағандарға ярҙам күрһәтеү өсөн 4,5 миллиард һум аҡса түгелгән, 19 меңдән ашыу ғаиләгә маҡсатлы ярҙам күрһәтелгән. Һәр хәлдә, тап ошо программа ипотека буйынса бурыстары булғандарҙың проб­лемаһы йәмғиәттә көнүҙәк икән­леген, уны артабан да дауам итеү, камиллаштырыу ихтыяжы бар­лығын асыҡланы.
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Ипотека торлаҡ кредитлау агентлығы етәкселеге, финанс белгестәре менән берлектә был мәсьәләне тикшерҙе, программаны дауам итеү һәм камиллаштырыу юлдарын барланы. Төп яңылыҡ – киләсәктә махсус комиссия булдырыу һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәрҙең проблемаһын шәхсән рәүештә хәл итеү.
Программа социаль йүнә­лешле, тәү сиратта бәлиғ булма­ған балаларҙы, инвалидтарҙы тәрбиәләгәндәргә, хәрби хәрәкәт­тәрҙә ҡатнашҡандарға өҫтөнлөк бирелә. Төп шарт – банкта залогтағы торлаҡ ғаиләнең берҙән-бер йәшәү урыны булырға тейеш. Фатирҙың майҙаны, ғаиләнең дөйөм килеме лә иҫәпкә алынасаҡ. Ошоларҙы барлағандан һуң, ярҙам һорау­сының хәле белгестәр тарафынан баһаланасаҡ һәм ярҙам итеү-итмәү хәл ителәсәк. Һуңғы һүҙҙе, әлбиттә, банк әйтәсәк, сөнки кредит алыусының кисәге һәм бөгөнгө финанс хәлен, иңендәге бурысын нисек үтәүен тап кредит ойошма­һында ғына беләләр.
Әйткәндәй, программала ҡатна­шыу-ҡатнашмауҙы һәр банк үҙе хәл итә. Унан һуң, ярҙам өмөт иткәндәргә бик күп документ йы­йыр­ға тура киләсәк, ә белешмә­ләрҙең хаҡы уртаса 9 – 20 мең һумға барып баҫа. Был, һис шикһеҙ, финанс хәле былай ҙа ауыр булған кеше өсөн бик ҡиммәт! Шуға күрә программаны әҙерләүселәр “Росреестр” менән килешеү төҙөп, белешмәләрҙе туранан-тура банкка еткереү мөмкинлеген күҙаллай.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә