Был тема кемде ҡыҙыҡһындыра, шул белә: быйыл Рәсәй банктары бер нисә тапҡыр кредит ставкаларын түбәнәйтте, һуңғы тапҡыр ошо күренеш августа булды. Бигерәк тә шуныһы шатлыҡлы: яңылыҡ күбеһенсә торлаҡ кредиттарына ҡағыла, тимәк, күптәрҙең йортло-фатирлы булыу мөмкинлеге арта.
Ни генә тимәһендәр, әлеге ваҡытта ипотека – үҙ торлағыңды һатып алыу мөмкинлеген биргән төп юлдарҙың береһе. Уның менән файҙаланмаған кешеләр, әлбиттә, бар, әммә уртаса эш хаҡы алып, ҡәҙимге тормош көткән халыҡтың күпселеге торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһен тап ипотека ярҙамында хәл итә. Тирә-яғығыҙҙағы таныш-тоноштарығыҙҙы барлағыҙ әле – шундай кредит түләгәндәр бихисап, эйеме?
Әммә илдәге социаль-иҡтисади хәлдең, ябай ғына итеп әйткәндә, көндә үҙгәреп тороуы ла мәғлүм. Тотороҡло эш хаҡы түләгән, аяғында ныҡлы баҫып торған ойошмала эшләгәндәргә, әлбиттә, ай һайын кредит буйынса бурысын түләүе ҡыйын түгел. Ә бер көн килеп эшһеҙ ҡалғандар, даими килем алыуҙан туҡтағандар ни эшләргә тейеш? Ғәҙәттә, ипотека кредиты оҙайлы йылдарға бирелә. Иртәгәһенә нимә булырын белеп булмағанды, тиҫтә йылдан һуң ниндәй тормошта йәшәйәсәгеңде күҙаллауы уғата ҡыйын! Шуға ла ипотека түләгәндәрҙең береһе лә тормоштоң ҡатмарлы хәл-әхүәлдәренән азат түгел, кредит хәүефе һәр саҡ янай.
Дәүләт, үҙ сиратында, кредит упҡыны алдына баҫҡан граждандарға ярҙам ҡулы һуҙыу юлдарын эҙләй, тәҡдим итә. Бынан бер нисә йыл элек, мәҫәлән, ипотеканы ташламалы ставка менән реструктуризациялау, түләүҙәрҙең ниндәйҙер өлөшөн компенсациялау программаһы тормошҡа ашырылғайны. Быйыл яҙ уға нөктә ҡуйылды. Һандарға килгәндә, ике йыл эсендә ипотекаһын түләй алмағандарға ярҙам күрһәтеү өсөн 4,5 миллиард һум аҡса түгелгән, 19 меңдән ашыу ғаиләгә маҡсатлы ярҙам күрһәтелгән. Һәр хәлдә, тап ошо программа ипотека буйынса бурыстары булғандарҙың проблемаһы йәмғиәттә көнүҙәк икәнлеген, уны артабан да дауам итеү, камиллаштырыу ихтыяжы барлығын асыҡланы.
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Ипотека торлаҡ кредитлау агентлығы етәкселеге, финанс белгестәре менән берлектә был мәсьәләне тикшерҙе, программаны дауам итеү һәм камиллаштырыу юлдарын барланы. Төп яңылыҡ – киләсәктә махсус комиссия булдырыу һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәрҙең проблемаһын шәхсән рәүештә хәл итеү.
Программа социаль йүнәлешле, тәү сиратта бәлиғ булмаған балаларҙы, инвалидтарҙы тәрбиәләгәндәргә, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарға өҫтөнлөк бирелә. Төп шарт – банкта залогтағы торлаҡ ғаиләнең берҙән-бер йәшәү урыны булырға тейеш. Фатирҙың майҙаны, ғаиләнең дөйөм килеме лә иҫәпкә алынасаҡ. Ошоларҙы барлағандан һуң, ярҙам һораусының хәле белгестәр тарафынан баһаланасаҡ һәм ярҙам итеү-итмәү хәл ителәсәк. Һуңғы һүҙҙе, әлбиттә, банк әйтәсәк, сөнки кредит алыусының кисәге һәм бөгөнгө финанс хәлен, иңендәге бурысын нисек үтәүен тап кредит ойошмаһында ғына беләләр.
Әйткәндәй, программала ҡатнашыу-ҡатнашмауҙы һәр банк үҙе хәл итә. Унан һуң, ярҙам өмөт иткәндәргә бик күп документ йыйырға тура киләсәк, ә белешмәләрҙең хаҡы уртаса 9 – 20 мең һумға барып баҫа. Был, һис шикһеҙ, финанс хәле былай ҙа ауыр булған кеше өсөн бик ҡиммәт! Шуға күрә программаны әҙерләүселәр “Росреестр” менән килешеү төҙөп, белешмәләрҙе туранан-тура банкка еткереү мөмкинлеген күҙаллай.