Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Сэр, ниндәй шарттарҙа Рәсәйгә ҡайтыр инегеҙ?..”
Хәтерегеҙҙәлер, күптән түгел республика Хөкүмәте ултырышында “Башҡортостан Республикаһында фәнде һәм технологияларҙы үҫтереү буйынса дәүләт программаһы” ҡабул ителгәйне. Документ Федераль Хөкүмәт 2012 йылдың 27 декабрендә үк раҫлаған һәм 2013 — 2020 йылдарға иҫәпләнгән “Фәнде һәм технологияларҙы үҫтереү” дәүләт программаһына нигеҙләнә. Уныһы, 2014 йылдың 15 апрелендә федераль бюджет тураһындағы документтарға тап килтерелеп, йәғни финанслау статьялары буйынса ҡыҫҡартылып, яңы редакцияла ҡабул ителә. 2014—2016 йылдарҙа федераль программа, финанслауҙа ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килеү сәбәпле, тейешле күләмдә үтәлмәне, һәм Рәсәй Хөкүмәтенең 2014 йылдың 30 мартында уҙғарылған кәңәшмәһендә барлыҡ дәүләт программаларын, шул иҫәптән “Фәнде һәм технологияларҙы үҫтереү” программаһын да, яңынан федераль бюджет тураһындағы документтарға тап килтереү талабы ҡуйылды.
Мөһим федераль программаны финанслауҙың ҡыҫҡартылыуы иң тәүҙә фән һәм яңы технологиялар өлкәһендәге кадрҙар составында сағылыш тапты. Рәсәй Фәндәр академияһы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы идараһы рәйесе Виктор Калинушкин 26 июндә уҙғарылған матбуғат конференцияһында 2017 — 2020 йылдарҙа фәнни-техник комплекс ойошмаларын финанс­лауҙың 25 миллиард һумға ҡыҫҡартылыуы һәм бының иң тәүҙә кадрҙар һанына ҡағылыуы тураһында белдерҙе.
В. Калинушкиндың мәғлүмәт­тәренә ярашлы, һуңғы ун йылда ғына 800 меңгә яҡын юғары квалификациялы белгес Рәсәйҙән сит илдәргә киткән. Уларҙан 70 мең кеше хәрби-сәнәғәт комплексында эшләгән. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй эксперименталь физика институтынан (“Арзамас-16” атом объекты) биш меңдән ашыу белгестең, хәрби электроника менән шөғөлләнгән “Импульс” ғилми-етештереү берекмәһенән 1800 белгестең сит илдәргә китеүе был ике мөһим предприятиены тарҡалыу сигенә ҡуйған.
Академик Сергей Капица мәғлү­мәттәренә ярашлы, абруйлы Мәс­кәү физик-техник институтын тамамлағандарҙан йыл һайын 150-ләп йәш белгес, йәғни дөйөм һан­дың 20 проценты сит илдәргә эшкә китә. МФТИ тамам­лағандарҙан был йәһәттән МИФИ (Мәскәү инженер-физик институты), МАИ (Мәскәү авиация институты) кеүек уҡыу йорттарында уҡып диплом алған авиакосмик сәнәғәт, атом энер­гетикаһы йүнәлештәре белгестәре лә ҡалышмай һәм иптәштәрен күпләп АҠШ, Көнбайыш Европа компанияларына димләй.
Мәскәү дәүләт университеты ректоры академик Виктор Садовничий мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй фәне эксперименталь һәм теоретик тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән иң шәп физиктарҙың 40 процентын, математиктарҙың 70 процентын юғалтҡан. Күп осраҡта тотош лаборатория коллективтары сит илдәргә китә. Белгестәрҙең 18 проценты — фән докторҙары, 55,8 проценты — фән кандидаттары. Уларҙың 30,4 проценты — АҠШ, 42,4 проценты ЕС илдәре компанияларында эшләй. Рәсәйҙән киткән белгестәр АҠШ иҡтисадында яңы технологияларҙың 25 процентын тәьмин итә, һәм был нисбәт арта бара.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә дәүләт оҙайлы, алыҫ киләсәктә генә реаль иҡтисади һөҙөмтә бирәсәк проекттарҙы финанслауҙан баш тарта, һөҙөмтәлә күп лабораториялар, институттар, предприятиелар ябыла һәм кадрҙарын юғалта, ә белгестәр киткәс, байтаҡ юғары технологиялар ил өсөн юғалтыла һәм... шул уҡ АҠШ, Көнбайыш Европа илдәрендә тормошҡа аша башлай. Сит илдәргә киткән фәнни-теоретик һәм ғәмәли мәғлүмәттең, тәжрибәнең хаҡын баһалап бөтөрлөк тә түгел.
Академик, 2001—2013 йылдар­ҙағы Рәсәй Фәндәр академияһы вице-президенты Александр Некипелов раҫлауынса, мәҫәлән, бөгөн иң перспективалы иҫәпләнгән нанотехнологиялар өлкәһендә (етдиерәк ғилми сығанаҡтар был йүнәлеш өсөн “молекуляр физика” һәм “ҡаты есем физикаһы” терминдарын ҡуллана), ул академияла эшләгән осорҙа ғына өс меңдән ашыу патент сит илдәргә, нигеҙҙә, АҠШ-ҡа сығарылған, ә Рәсәйҙең үҙендә ни бары... 126 ғына патент теркәлгән. Патенттар иң перспективалы графен, нанокристалдар, углерод нанокөпшәләре, аэрографит, фуллерендар, наноаккуму­ляторҙар, квант компьютерҙары, биокомпьютер, программалы материя, молекуляр роторҙар, нанороботтар, бионанотехнологиялар кеүек тематикалар буйынса бирел­гән. (Графендарҙы иҫкә алғанда, был тематикалағы асыштары өсөн Англияла йәшәгән Нобель премияһы лауреаттары, заманында МФТИ тамамлаған Константин Новоселов менән Андрей Геймды билдәләп үтмәйенсә булмайҙыр).
Рәсәй фәнни ойошмалары белгестәренең нанотехнологиялар өлкәһендәге асыштарының АҠШ патенттарында теркәлеүе нимәне аңлата? Өлгөр американдар, әлбиттә, тиҙ арала ул патенттар нигеҙендә әҙер етештереү технологиялары һәм ҡиммәтле ноу-хау төҙөп, ҡорамалдар етештереп, хеҙмәтләндереү селтәре булдырып, бөтә донъя кимәлендә бизнес ойоштора. Әгәр Рәсәй предприятиелары АҠШ патенттарында теркәлгән үҙенсәлекле продукцияны, американдарҙан һатып алмайынса, үҙҙәре етештерә башлаһа, американдар нигеҙле рәүештә санкциялар ҡулланып, ул продукцияға эмбарго һалырға хоҡуҡлы. Йәнә был төр продукция етештереүгә капитал йәлеп итә башлаһаң, инвесторҙар патентһыҙ проектҡа аҡса түкмәйәсәк. Америка белгестәре арзан хаҡҡа лицензия йәки патент һатмаясаҡ, ә ҡиммәтле ноу-хау тәҡдим итәсәк. Рәсәйгә ҡаршы иҡтисади санкциялар ҡулланылғанын да оноторға ярамай. Бер яҡтан, хәҙер АҠШ-һыҙ күп төр яңы, юғары технологиялы продукция етештереп булмаясаҡ, икенсе яҡтан, ундай продукция етештерә алһаң да, американдар, санкциялар ҡулланып, ул продукцияны Рәсәйҙә етештереүҙе, донъя баҙарына сығарыуҙы тотҡарлаясаҡ.
Юғары технологиялар өлкәһендә Рәсәй ҡатнашлығын арттырыу ил алдындағы иң мөһим стратегик мәсьәлә булып тора. Бөгөн юғары технологиялы продукция етештереү буйынса донъя лидеры — АҠШ, был ил өлөшөнә донъя күләменең 39 проценты тура килә (Рәсәй өлөшө — ни бары 0,3 процент, йәғни 130 тапҡырға кәмерәк). Әммә ысынбарлыҡта иһә эш байтаҡҡа ҡатмарлыраҡ, һәм быны компьютер техникаһы миҫалында күрһәтергә мөмкин. Мәҫәлән, компьютерҙың иң мөһим компоненты — процессор. Процессорҙар етештереүҙә донъя лидерҙары — АҠШ-тың Intel һәм AMD компаниялары. Ә операцион системалар өлкәһендә донъя лидеры һәм монополист — донъялағы иң бай кеше Билл Гейтс 1975 йылда уҡ нигеҙ һалған Microsoft корпорацияһы.
Американдар технологияларҙың иң ҡиммәтле, үҫеште билдәләгән компоненттарын фәҡәт үҙҙәрендә генә туплай. Мәҫәлән, донъяла бер генә ил дә әлегә Intel һәм Microsoft кимәленә етә алмай. Әгәр Intel һәм AMD ҡиммәтле компоненттар биреүҙе туҡтатһа, шул уҡ көндә бөтә донъяла компьютерҙар етеш­тереү эше лә туҡталып ҡалыр ине. Ә бөгөн беҙ компьютер техно­логияларының яңы, юғарыраҡ баҫҡысҡа — нанотехнологиялар кимәленә күтәрелеүен күрәбеҙ. Киләсәктә — квант компьютерҙары, биокомпьютерҙар, программалы материя, нанороботтар һәм башҡа фантастик мөғжизәләр, хатта революцион кимәлдәге яңылыҡтар. Улар оҙаҡ көттөрмәйәсәк һәм беҙгә лә килеп етәсәк. Шуныһы үкенесле: ул идеяларҙың күбеһенең автор­ҙары — беҙҙең ватандаштарыбыҙ, Нобель премияһы лауреаттары, кисәге МФТИ студенттары Константин Новоселов менән Андрей Гейм кеүек егеттәр. Әммә улар үҙҙәрен үҙ илдәрендә түгел, ә сит илдәрҙә тапты. Заманында Америкала тәүге вертолет конструкторы Игорь Сикорский, тәүге телевизор проекты авторы Владимир Зворыкин, тәүге видеомагнитофонды йыйған Александр Понятов кеүек.
Заманында илдә Игорь Сикорскийға нимә етмәһә, бөгөнгө Рәсәйҙә лә Константин Новоселов кеүек егеттәргә лә шул уҡ шарттар етешмәй — үҙҙәренең идеяларын ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге юҡ.
2011 йылдың 31 декабрендә Түбәнге Тагил егете, Манчестер университеты профессоры, Нобель премияһы лауреаты Константин Новоселовҡа Бөйөк Британия Королеваһы Елизавета II исеменән рыцарь дәрәжәһе һәм сэр титулы тапшырылғанда, унан: “Сэр, ниндәй шарттарҙа Рәсәйгә ҡайтыр инегеҙ?” — тип һорағас, яҡташыбыҙ был ауыр һорауға яуап таба алмай...
Һуңынан “Рейтер” матбуғат агентлығы комментарийҙарҙа был һорауға Карл Маркстың “Капитал” хеҙмәтендәгесә яуап таба: “Йәмғиәттә ысынлап талап ителгән технологик үҫеш мотлаҡ рәүештә сәйәси һәм дәүләт элиталарының фекерләү рәүешенең йәки уларҙың үҙҙәренең алмашыныуына ­килтерә...”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр 19.08.2025 // Иҡтисад

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә кәмендә бер тоннаға яҡын шифалы ҡымыҙ килтерелә, тип хәбәр иттеләр...

Тотош уҡырға 17

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы 15.08.2025 // Иҡтисад

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «ПОЛИЭФ» заводы коллективын һәм ветерандарын юбилейы менән...

Тотош уҡырға 39

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде 14.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде...

Тотош уҡырға 43

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде 13.08.2025 // Иҡтисад

Тиҙҙән банктар һәм башҡа кредиторҙар Федераль һалым хеҙмәте һәм Социаль фонд мәғлүмәттәре буйынса...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған 11.08.2025 // Иҡтисад

Республика федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм территорияларҙы комплекслы үҫтереү...

Тотош уҡырға 45

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә 08.08.2025 // Иҡтисад

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә...

Тотош уҡырға 49

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы 07.08.2025 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика төҙөүселәрен...

Тотош уҡырға 43

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ауылдарға интернет үткәреү өсөн тауыш бирергә саҡыралар
Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша

Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша 05.08.2025 // Иҡтисад

Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы Ленинград өлкәһендә уҙғарыла....

Тотош уҡырға 63

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә 05.08.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Социаль ғәҙеллек принцибы буйынса процент ставкалары бөтәһе өсөн дә бер төрлө...

Тотош уҡырға 50

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды 01.08.2025 // Иҡтисад

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды...

Тотош уҡырға 70

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды 31.07.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды...

Тотош уҡырға 73