Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Дефолт янаймы?
Үҙәк банк идараһы ағымдағы операцияларҙың милли балансы быйылғы йылдың икенсе кварталы аҙағына “минусҡа төшөүе”, йәғни ағымдағы баланста дефицит барлыҡҡа килеүе, тураһында белдерә. Һуңғы 20 йылда түләүҙәр балансы ике тапҡыр дефицитлы булды: 1998 һәм 2013 йылдарҙа. 1998 йылғы баланс дефициты дефолт һәм милли валюта курсының өс тапҡырға кәмеүе менән тамамланһа, 2013 йылда ил иҡтисады әлегәсә дауам иткән оҙайлы стагнацияға инде. Әлеге дефицит — ғәмәлдә 2013 йылда башланған һәм тәрәнәйә барған кире процестарҙың бер эҙемтәһе.
Түләүҙәр балансының ағым­дағы операциялары иҫәбенә (счет текущих операций платежного баланса) тикшерелгән осорҙағы (был осраҡта — 2017 йылдың икенсе кварталындағы) тауарҙар һәм хеҙмәттәр экспорты һәм импорты күләме, инвестицияларҙан алынған саф килем һәм трансферт түләүҙәренең саф күләме инә (баланс күрһәткестәре бөтәһе лә долларҙарҙа иҫәпләнә). Быйыл беренсе кварталдағы 23,3 миллиард долларлыҡ профициттан һуң ҡапыл 0,3 миллиард долларлыҡ дефицитҡа төшөү, ысынлап та, ил финансына хәүеф менән янай. Дефицит әлегә ҙур түгел, әммә бында тенденция барлыҡҡа килеүе мөһим.
Баланс ике статья буйынса үҙгәргән: экспорт үҙгәрешһеҙ ҡалғанда импорт 10,6 миллиард долларға артҡан, инвестиция­ларҙан алынған килем ҡапыл кәмегән. Импорттың артыуы милли валюта курсы тотороҡһоҙлоғо менән аңлатыла. Инвести­цияларҙан алынған килемдең кәмеүен дә һум курсының тотороҡһоҙлоғона бәйләйҙәр — инвесторҙар һумдарҙағы аҡсаларын долларҙарға күсереп, күпләп сит илдәргә сығара. Хәҙер Үҙәк банк “икеләтә дефицит” — бюджет һәм ағымдағы баланс дефициты шарттарында эшләргә мәжбүр. Баланста импорттың артыуы ватан иҡтисадында реаль тауар етештереүҙе кәметеүгә этәрә, йәғни Рәсәй иҡтисадында реаль етештереү тармаҡтарын үҫтереү мөмкинлеге артабан сикләнә.
Был шарттарҙа Финанс министрлығы граждандарға һалымдарҙы арттырыу, ә нефть һәм газ менән сауҙа иткән дәүләт корпорацияларына ташламалар биреү юлын һайланы. Мәҫәлән, “Газпром” хәҙер саф килемдәрҙең — 20 процентын, “Роснефть” 35 процентын ғына түләй. “Роснефтегаз” былтырғы йылды килемһеҙ тамамлап, бюджетҡа бөтөнләй түләмәй. “Транснефть” тә, килемен күп һанлы филиалдарына таратып бөтөп, быйыл бюджетҡа түләмәй. Банктарҙан Һаҡлыҡ банкы саф килемдәрҙән бюджетҡа 25 процент ҡына, ә шул уҡ ваҡытта ВТБ 86 процент түләйәсәк — был нисбәтте лә аңлатыуы ҡыйын.
ВЭБ банкы менән килеп тыуған хәл бөтөнләй детективты хәтерләтә. Уның кредиттарының һәм лизинг операцияларының 37,9 проценты — проблемалы. Баланс дефицитының 1,5 триллион һумы — Сочи Олимпиадаһы төҙөлөшөндә юғалтылған сумма, йәнә шул хәтлем үк гигант күләм — 1,5 триллион һум — проблемалы лизинг проекттарында юғалтылған. Һуңғы юғалтыуҙы ҡаплау өсөн дәүләт ВЭБ банкына 2025 йылға тиклем йәнә 1,1 триллион һумлыҡ субсидия бирергә тейеш. Банк былтыр 212 миллиард һумлыҡ тура субсидиялар алып, йылды 112 миллиард һумлыҡ юғалтыу менән тамамланы. Банк быйыл бюджетҡа түләмәй, әлбиттә.
Ағымдағы баланс дефициты илдең импорт-экспорт операцияларынан бөтөнләй килем алмауын, хатта юғалтыуын күрһәтә. Йәғни ил тышҡы сығанаҡтарҙан капитал алып, бюджет дефицитын ҡаплай, сөнки экспорттан килгән валюта килемдәре генә уның валюта сығымдарын ҡаплауға етмәй. Сит ил инвесторҙары, дефолт хәүефенән һаҡланып, капиталдарын илдән сығара башлай. Шәхси сектор — Рәсәй граждандары ла үҙ капиталын, долларҙарға күсереп, илдән сығарыу яғын ҡарай. Үҙәк банк мәғлүмәттәренә ярашлы, быйылғы йылдың тәүге яртыһында 14,7 миллиард доллар капитал сығарған. Уҙған йылдың шул уҡ осоронда бындай ғәмәл 8,6 миллиард доллар тәшкил итеп, быйыл ул күрһәткес 1,7 тапҡырға артҡан. Был ауыр, дефолт менән янаған хәлдә Үҙәк банктан ашығыс һәм һөҙөмтәле саралар ҡуллана башлау талап ителә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә