Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Аяҡ аҫтында ул байлыҡ...Эйелеп алырға ғына кәрәк
Аяҡ аҫтында ул байлыҡ...Эйелеп алырға ғына кәрәкДонъя фармацевтикаһында йыл һайын торф нигеҙендә биштән алып унға тиклем яңы дарыу уйлап табалар. Ирландия хөкүмәте торфты косметика етештереү маҡсатында файҙаланыу өсөн күпләп аҡса бүлә. Эҫелек хөкөм һөргән илдәрҙә торф айырыуса ҙур һорау менән файҙалана, сөнки бындай тупраҡ сәсеүлектәрҙе ҡояш ҡурыуҙан ғына һаҡлап ҡалмай, ә дымды ла тота, ерҙе лә ашлап туҡландыра. Ғөмүмән, ысын мәғәнәһендә файҙалы ҡаҙылма ул торф. Шулай булмаһа, Финляндияла бөгөнгә тиклем ун биш миллион тонна, Ирландияла – һигеҙ, Белоруссияла алты миллионға тиклем торф сығарылмаҫ ине. Ә беҙҙә – Рәсәйҙә табылған торфтың күләме хәҙер ни бары өс миллион тоннанан да аҙыраҡ тәшкил итә. Ни өсөнмө?
Ҡыйғы районында бер танышым бар. Вәли Заһиров атлы. Эшҡыуар ул. Йәше менән алтмыштан аша атлаһа ла, ажғырып тора (бәй, шулай булмай, ебеп торорға етмешкә етмәгән бит әле). Көс-ғәйрәте ташып торғанғалыр инде “мөгөҙ сығарырға” тиһәң, уға ҡуш. Күптән түгел, Ҡыйғыла крахмал заводы төҙөйөк, тип дыу килде. Был эше ҡуҙғалып киткәндәй булғайны, Ҡыйғы районындағы торф ятҡылыҡтарын үҙләштерер кәрәк, тип үрһәләнә башланы.
Ике-өс йыл элек (бәлки, тағы ла элегерәктер) Үрге Ҡыйғы ауылына көнсығыш яҡлап ингәндә уң яҡтағы аҡланда йәй буйы пәрҙә булып зәңгәр төтөн эленеп торҙо. Ошо тирәлә йәшәүсе халыҡ был хәлде торф яныу күренеше менән аңлатты һәм, бындай янғын йыш ҡына ҡабатланып тора, тинеләр.


Мәғлүмәт саралары белдереүенсә, торф ятҡылыҡтарына ут ҡабыу күренеше бөтә ил буйынса киҫкен проблемаларҙың береһе булып тора, сөнки торф ҡоро йылдарҙа ҡояш ҡыҙҙырғандан да янып китеүе ихтимал. Ғәҙәттә, кеше уны һүндерә алмай, ә тик оҙайлы яуын ғына янғынды томалай. Был – бер. Икенсенән, торф ирекле янғанда, һөрөм менән бергә кеше организмына зарарлы ағыулы матдәләр ҙә бүленеп сығыуы ихтимал. Тимәк, тәбиғәттә торфтың яныуы экологик йәһәттән дә хәүефле. Шулай икән, эксперттар фекеренсә, бындай янғындарҙы булдырмау өсөн торф ятҡылыҡтарын үҙләштерергә кәрәк.
Заманында был ҡаҙылма байлыҡ беҙҙә күпләп сығарылған. СССР дәүләте йылына 50 миллион тонна торф әҙерләп, был күрһәткес буйынса донъяла беренсе урында торған. Торфты, нигеҙҙә, йылылыҡ электр станцияларында яғыулыҡ итеп ҡулланғандар. “Ул саҡта атмосфераға зарарлы матдәләр осмағанмы ни?” тиерһегеҙ. Шулайҙыр, әлбиттә. Ләкин торф ирекле янғандағы кеүек үк түгелдер. Сөнки, мәғлүм булыуынса, һәр сәнәғәт предприятиеһында, ниндәй генә яғыулыҡ ҡулланылмаһын, уның төтөнөн зарарлы матдәләрҙән арындырыу өсөн таҙартыу ҡоролмалары ҡуйыла.
Шулай булмаһа, Финляндияла бөгөнгә тиклем ун биш миллион тонна, Ирландияла – һигеҙ, Белоруссияла алты миллионға тиклем торф сығарылмаҫ һәм уның шаҡтай өлөшө яғыулыҡ итеп файҙаланылмаҫ ине. Ә беҙҙә – Рәсәйҙә табылған торфтың күләме хәҙер ни бары өс миллион тоннанан да аҙыраҡ тәшкил итә. Ни өсөнмө? Сөнки беҙҙәге электр станцияларының күбеһе яғыулыҡ итеп тәбиғи газ файҙалана. Газ ҡиммәтерәк, әлбиттә, әммә мәшәҡәте аҙыраҡ. Торф яндырғандары Рәсәйҙә ни бары ун ике бөртөк кенә ҡалған, имеш. Ләкин, ни генә тиһәң дә, беҙ торф ҡулланыусылар араһында Ер шары буйынса дүртенсе урында торабыҙ. Юҡ, яғыулыҡ итеп файҙаланып ҡына түгел. Хәҙер торфтың 70 процентҡа тиклеме ашламаға китә. Нигеҙҙә, сапропель итеп етештерелә. Ә ул нәмә ярайһы ғына ҡиммәт икән. Һәр хәлдә, бөгөн ике тиҫтәгә яҡын торф эшкәртеүсе хужалыҡтар хәйерсе хәлендә түгел – унар, хатта йөҙәр миллион һум килем алалар.
Әммә торфты, ашлама итеп файҙа­ланыуҙан тыш, кешеләрҙе дауалауҙа ла киң ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, донъя фармацевтикаһында йыл һайын торф нигеҙендә биштән алып унға тиклем яңы дарыу уйлап табалар һәм һөҙөмтәле файҙаланалар. Ә Ирландия хөкүмәте иһә торфты косметика етештереү маҡсатында файҙаланыу өсөн күпләп аҡса бүлә.
Ундай косметиканы, белгегеҙ килһә, совет заманында беҙҙә лә эшләгәндәр. Мәҫәлән, Ленинградтағы парфюмерия фабрикаһы торфтан һығылған шыйыҡ­санан биткә буяр өсөн төрлө косметик кремдар, шампунь, һабындар етештергән. Әммә совет кешеләре был төр продукцияны күрмәгән дә тиерлек – уның 90 проценты сит илгә оҙатылып, ил ҡаҙнаһына байтаҡ валюта килтергән. Шуғалыр ҙа Госпланда эшләүселәр, мул табыш килтергәне өсөн уны “алтын” косметика тип атаған.
Йәнә шуны билдәләргә кәрәк: СССР торфтан дарыуҙар етештереү буйынса ла юғары технологиялар ҡулланыусы иң алға киткән ил булған. Үкенескә ҡаршы, был технологиялар хәҙер онотола бара, әммә һаҡланғандары ла бар. Мәҫәлән, беҙҙә торфлы тупраҡ етештереү һаман дауам итә. Һәм ул эҫелек хөкөм һөргән илдәрҙә айырыуса ҙур һорау менән файҙалана, сөнки бындай тупраҡ сәсеүлектәрҙе ҡояш ҡурыуҙан ғына һаҡлап ҡалмай, ә дымды ла тота, ерҙе лә ашлап туҡландыра. Баҡтиһәң, ғәрәптәр, үҙҙәренең ҡыҙғылт тупраҡлы баҫыуҙарын шуның менән ҡаплап, бойҙайҙың уңышын гектарынан 100-120 центнерға тиклем күтәрә икән.
Беҙҙә лә фән тик тормай. Ауыл хужа­лығы буйынса Себер ғилми-тикшеренеү институтында торфты һығып, яңы ашлама төрө уйлап тапҡандар. Юғары концентрациялы торф ашламаһының был төрөн донъяның теләһә ҡайһы төбәгенә алып барып, бер өлөшөнә мең өлөш һыу ҡушып, шуның менән үҫемлектәрҙе туҡландырһаң, юғары уңышҡа өлгәшеп була.
Бындай “этлектәр” беҙҙең Башҡорт­остан ғалимдарының да башына килеүе бар, сөнки Башҡортостан торф ятҡылыҡтарына иң бай республикаларҙың береһелер, моғайын. Шулай тип әйтергә нигеҙ бар. Бөгөнгө көнгә уларҙың һаны 900-ҙән ашыу. Был – билдәлеһе генә. Ә тикшерелгәндәренеке – 270-ләп, йәғни ятҡылыҡтарҙың тик унға һәм унан күберәк майҙанлылары ғына тикшерелеп республика запастарының дәүләт балансы иҫәбенә алынған. Әммә иң ғәжәбе шунда: был тикшерелгән ятҡылыҡтарҙың бөтә республика буйынса ни бары береһе генә Чесноковка (Өфө районы) эргәһендәгеһе генә эшкәртелә. Уның да бик бәләкәй генә майҙанына лицензия алып, бер эшҡыуар йылына өс тонна торф сығарып, унан көршәктәр эшләп булыша. Өс-дүрт йыллап эшләй, тиҙәр, әммә кәмәһе ҡомға терәлмәгән әле. Тимәк, шөғөлө отошһоҙ түгелдер.
Нимә, Башҡортостанға торф кәрәк­мәйме ни? Ерҙәребеҙ бик уңдырышлымы әллә? Әллә беҙҙең тупраҡтың әселеге бөткәнме?
Юҡ, торфты төрлө маҡсаттарҙа фай­ҙаланырға теләүселәр бар беҙҙә, әммә уны сығарырға йөрьәт иткән эшҡыуарҙар юҡ әлегә. Дәүләт кимәлендә лә был мәсьәләгә иғтибар етешмәй, сөнки эксперттарҙың фекеренсә, беҙҙәге торф ятҡылыҡтарының ҡеүәте түбән.
Йәнә шуны билдәләп үтеү зарур: торф ятҡылыҡтары республикала бынан 20-30 йыл өйрәнелгән. Уларҙың сифатлы итеп тикшерелеүенә берәй гарантия бармы? Был – беренсенән. Икенсенән, торфты мотлаҡ күп итеп сығарырға тигәнме ни? Хатта ерҙең уңдырышлылығын күтәреү өсөн дә ул әллә ни күп талап ителмәй. Ә баҡсасылыр өсөн торфлы тупраҡ – субстрат, торф һауыттары һ.б. әҙерләү өсөн дә ул әллә ни күп кәрәктер, тип уйламайым.
Ә торф аҫтында ятҡан күл эзбисы (озерная известь) бөгөнгә тиклем бөтөнләй тикшерелмәгән дә буғай. Ә ул әсе тупраҡты нейтралләштереү өсөн үтә лә файҙалы минерал, сөнки уны ваҡларға кәрәкмәй, бер аҙ елләткәндән һуң шунда уҡ тупраҡҡа индерергә була. Һәм, әйтергә кәрәк, уның һөҙөмтәлелеге башҡа әсе тупраҡты нейтралләштереүсе минералдарға ҡарағанда юғары. Мәҫәлән, Ленинград өлкәһендә уны гектарына 12 тонна индереп, турнепс уңышын өс тапҡырға яҡын арттырғандар.
Ниңә һуң күл эзбисына күсеп киттек әле? Эш шунда: һүҙ башында телгә алған эшҡыуар Вәли Заһиров Үрге Ҡыйғы ауылы эргәһендәге 58 гектар ятҡылығының биш гектарын ҡуртымға алып, торф ҡатламы аҫтындағы (1-1,5 метр тәрәнлектә) массаны “Башҡортостан” Агрохимия үҙәгенә тикшерергә килтергән. Ул тап күл эзбисы булып сыҡҡан да инде. Ундағы кальций һәм магний карбонаттарының ҡушымта­һының массаһы 85 процент тәшкил иткән (норма буйынса – 60%). Тимәк, Ҡыйғы районындағы торф ятҡылығынан торф ҡына түгел, тупраҡтың әселеген нейтралләштереү өсөн бик кәрәкле күл эзбисы ла сығарырға була түгелме?!
Ғөмүмән, Ҡыйғы районы торф ятҡылыҡ­тарына ярайһы уҡ бай. Уларҙың тик торфы ғына тикшерелгәндәре лә 15-кә етә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ваҡ эшҡыуарҙарға ла, инвесторҙарға ла, Тәбиғәтте һаҡлау министрлығынан был ятҡылыҡтарҙы яңынан тикшерергә лицензия алып, торф йәки күл эзбисы сығарыу буйынса үҙ эштәрен йәйелдерергә мөмкинлектәр күп. Уны йәнләндереп, урынынан ҡуҙғатып ебәрергә республика бюджетынан аҡса бүленһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, сөнки төньяҡ-көнсығыштың әсе тупраҡтарын нейтралләштереү һәм уңдырышлылығын күтәреү буйынса был ҙур эш булыр, һәм, әйтергә кәрәк, ул күпкә осһоҙға төшөр ине.


Автор: Ғималетдин ЯРУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 6

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә