Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балыҡ ашағы килә лә ул
Балыҡ ашағы килә лә улСауҙа кәштәләрендә балыҡ күргән һайын бала саҡ иҫкә төшә: уҙған быуаттың етмешенсе, һикһәненсе йылдарында килограмы йәмғеһе 35 тин торған минтай балығын ябай колхозсының эш хаҡына ҡумтаһы менән һатып алып, кинәнеп ашай торғайныҡ. Ашханаларҙа махсус “Балыҡ көнө” лә була торғайны.
Үкенескә, заманалар үҙгәрҙе. Хәҙер күптәрҙең магазинда диңгеҙ балығының хаҡына күҙ йүгертеп, әлегә ашамай торһаҡ та ярар, тигән уй менән үтеүе сер түгел. Һыуҙа йөҙөп үҫкән балыҡ ихатала мең мәшәҡәт менән бер нисә йыл тәрбиәләп һимерткән мал итенән дә ҡыйбатыраҡ шул бөгөн. Ә бит Рәсәй – балыҡ запасы буйынса донъяла иң бай дәүләттәрҙең береһе. Илде 14 диңгеҙ йыуа, ике миллион самаһы күл һәм шунса уҡ йылға бар. Йыл һайын беҙ 4,5 миллион тонна диңгеҙ аҙыҡтары алабыҙ. Ә был аҙ түгел: йылына һәр кемгә 22 килограмм балыҡ тура килә. Диетологтар ҙа кеше ошо сама уҡ балыҡ менән туҡланырға тейешлеген билдәләй. Әммә тармаҡта хәл итәһе мәсьәләләр ярайһы. Мәҫәлән, беҙ яратып ашаған треска үҙ хаҡынан күпкә ҡыйбат тора, ә сауҙа кәштәләрендәге сит илдән килтерелгән ҡыҙыл ыуылдырыҡ сифаты буйынса үҙебеҙҙекенән шаҡтай ҡалыша.
Әйткәндәй, Рәсәй халҡы балыҡты ит һымаҡ уҡ яратып ашай. Йәнә салат әҙерләгәндә лә мул ҡуллана. Ә уның организм өсөн файҙаһы ифрат ҙур булыуы – бәхәсһеҙ. Балыҡ еңел үҙләштерелә, унда бихисап аминокислота тупланған. Балыҡ майы ҡан тамырҙарынан холестеринды “ҡыуа”, организмдың сүпләнеүенә ҡаршы тора. Шулай ҙа магазиндарҙағы хаҡтар барлыҡ кешегә лә рәхәтләнеп балыҡ менән һыйланырға мөмкинлек бирмәй. Туңдырылған тресканың килограмы 450 һум самаһы торһа, яңыһы 900 һум самаһы. Был хаҡҡа пенсионерҙар, студенттар ғына түгел, эшләп йөрөгән күптәр һатып ала алмай. Ә бит Совет осоронда треска диңгеҙ аҙыҡтары араһында иң арзаны һаналды. Ни өсөн үҙебеҙ балыҡҡа бай илдә йәшәп тә, уға юғары хаҡ ҡуялар? Һөҙөмтәлә ул хәҙер бәғзеләр өсөн деликатесҡа әүерелде.
Бөгөн Рәсәй халҡы башлыса селедка менән туҡлана – йылына 400 мең тонна самаһы ҡулланабыҙ. Икенсе урында треска – 300 мең тонна. Өсөнсө баҫҡысҡа минтай күтәрелде: үтә ҡыйбат булмағанға күрә ул да призерҙар иҫәбендә йөрөй. Әммә уныһын да барлыҡ кешенең теләгәнсә ашай алмауын да йәшерергә ярамай. Уларҙан һуң Тымыҡ океандың һөмбашы (лосось) – көмрө балыҡ менән кета килә.
Әйткәндәй, Рәсәй балыҡсылары ил халҡын файҙалы аҙыҡ менән тулыһынса тәьмин итә ала. Бынан тыш, селедка тотошлай үҙебеҙҙә ҡалһа, минтайҙың хатта 60 – 70 проценты ситкә оҙатыла. Рәсәй диңгеҙҙәрендә алынған һөмбаш, көмрө балыҡ, кета ла ихтыяжды ҡаплай. Былтырғы яҡшы һөҙөмтә хатта был сорттарҙы әллә ни күп булмаһа ла, экспортҡа ебәрергә мөмкинлек бирҙе.
Мәғлүмәттәр буйынса, хәҙер Рәсәйҙең эске баҙарындағы балыҡтың 78 проценты – үҙебеҙҙеке. Ә рәсми булмаған эксперттар билдәләүенсә, был өлөш – 70 процент. Әммә ни генә булмаһын, быныһын да аҙ тип булмай. Уңыштың сәбәбен белгестәр 2014 йылда Көнбайыш Европа илдәре аҙыҡтарына яуап рәүешендә ҡабул ителгән санкцияларҙың һөҙөмтәһе тип аңлата. Быға тиклем Рәсәйҙә импорт күләме йылына бер миллион тоннаға ҡәҙәр етә ине. 2016 йылда был күрһәткес 450 меңгә тиклем төштө. Рәсәйҙәр башлыса үҙебеҙҙекеләрҙе ҙур ышаныс менән һайлай һәм ситтекеләргә шикләнеп ҡарай башланы.
Шулай ҙа ассортимент йәһәтенән бөтәһе лә шыма түгел әле. Мәҫәлән, барыбыҙ ҙа ихлас ҡулланған семганы үҙебеҙ өсөн етерлек кимәлдә етештерә алмайбыҙ. Йыл һайын һыуытылған килеш ҡулланылған 200 мең тонна семганың ни бары 20 тоннаһы ғына ватан предприятиелары етештерә. “Әлбиттә, Рәсәй компаниялары был юҫыҡта эш башланы-башлауын, әммә бер айҙа йә ярты йылда ғына тейешле һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкин түгел. Хужалыҡтың үҙен ойошторорға кәрәк, йәнә балыҡ үрсетеү, инфраструктураны көйләү мөһим. Бының өсөн кәм тигәндә биш-алты йыл талап ителә”, – ти Балыҡ хужалығы предприятиеларының Бөтә Рәсәй ассоциацияһының экс-президенты, эксперт Александр Фомин.
Әлбиттә, диңгеҙ аҙыҡтарының бүтән экзотик төрҙәре лә бар. Халыҡ кальмарҙы, креветкаларҙы ла ихлас ҡуллана. Был юҫыҡта ла һатып алыусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн сауҙа селтәрҙәренә сит ил балыҡсыларына мөрәжәғәт итергә тура килә. Рәсәй өсөн 50 мең тонна креветка кәрәк булһа, шуның ун мең тоннаһын ғына үҙебеҙҙең хужалыҡтар етештерә.
Хәлде түбәндәге факт та киҫкенләш­терә. Әүәл креветканы Дания менән Канаданан ала торғайныҡ. Уларҙыҡы яҡшы сифатлы, экологик йәһәттән таҙа булыуы менән отошло ине. Әммә бөгөнгө сикләүҙәр сәйәсәте башлыса уны Вьетнам, Таиланд баҙарҙарынан алырға мәжбүр итә. Улар эре булһа ла, сифат йәһәтенән әллә ни маҡтарлыҡ түгел, тигән ҡарашта белгестәр, ниндәй һыуҙа үҫтерелеүе, ниндәй аҙыҡтар менән туҡландырыуҙары аңлайышлы түгел. Тап шуға ла уларҙы ашау тәҡдим ителмәй. Бынан тыш, юл аралары алыҫ, һөҙөмтәлә хаҡы ҡыйбатыраҡҡа төшә.
Скумбрия менән дә шундайыраҡ хәл. Рәсәй халҡы йылына уны 250 мең тонна ашай. Ә беҙҙең диңгеҙҙәрҙә ул ни бары 100 мең тонна һөҙөлә. Тап шуға уны ла ситтән ташырға мәжбүрбеҙ. Әйткәндәй, шпрот кеүек был мәсьәлә лә бер заман көйләнер әле. Санкцияларҙан һуң Балтик шпротына ҡытлыҡ килеп тыуғайны, хәҙер был бушлыҡты Ҡырым балыҡсылары тултырҙы.
Ҡыҙыл ыуылдырыҡты кем генә яратмай икән?! Байрамдарҙа табындың бер күрке ул. Сәйәсәт еле уға ҡағылманы. Шуға ла беҙ башлыса ситтән алынған ыуылдырыҡ менән хушһынабыҙ. Тағы шуны әйтергә кәрәк – ыуылдырыҡ бары славян илдә­рендә генә традицион аҙыҡ һәм деликатес булараҡ ҡулланыла. Көнбайыштың күпселек дәүләттәрендә балыҡҡа үрсем биргән әйберҙе ашау уларҙы мыҫҡыл итеүгә тиң.
Ә Рәсәйҙә, Белоруссияла, Украинала ҡыҙыл ыуылдырыҡ муллыҡ билдәһе булараҡ ҡабул ителә. Шуның өсөн дә уға ихтыяж арта, ә уны һатҡан илдәр быны оҫта файҙалана, хаҡты арттыра. Беҙҙең илдә генә йылына 40 мең тонна самаһы ҡыҙыл ыуылдырыҡ етештерелә. Уның 95 проценты эске баҙарҙа ҡала. Әммә уны ысын Рәсәйҙеке тип атап булмай, сөнки беҙҙә тәҡдим ителгәндең яртыһы сит ил аҙығынан әҙерләнгән.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең ысын һәм беҙҙеке һымаҡ йөрөгән сит ил ыуылдырығы ара­һында айырма ҙур. Был юҫыҡта белгестәр, ят дәүләттәрҙән килтерелгәнде файҙаланыу кәрәкме икән, тип мәсьәлә күтәрә. Шикләнерлек ерлек тә бар шул. Мәҫәлән, сит ил етештереүселәре ыуылдырыҡты банкаларға һалыр алдынан туңдыра. Беҙҙең компаниялар шул сеймалды һатып алып эшкәртә һәм майға быҡтырып, банкаларға тултыра. Бындай ыуылдырыҡтың сифатының насарлығы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, бутербродта ул ҡойолоп тора. Бынан тыш, һаҡланыу ваҡыты ла ҡыҫҡара.
Әлбиттә, ватан етештереүселәре нисек булһа ла үҙҙәренең аҙығын һатырға тырыша. Әммә магазиндар ҡайһы ваҡыт Алыҫ Көнсығыш ыуылдырығын алыуҙан баш тарта, сөнки хаҡы тешләшә. Ни генә тимә, ҡыйбатлы ризыҡты алырға бөтә кешенең дә хәленән килмәй. Бигерәк тә бөгөн. Илдәге халыҡтың күпселеге осон-осҡа ялғап йәшәгәнен дә оноторға ярамай. Тап шуға ла һатыусылар күберәк табыш алыр өсөн туңдырылған ыуылдырыҡтан әҙерләнгән арзаныраҡ аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Был алым башлыса Рәсәйҙең үҙәк төбәктәрендә киң файҙаланыла.
Тиҙҙән хәлдең үҙгәреүе лә ихтимал. Евразия иҡтисады союзы (Рәсәй уның ағзаһы булып тора) техник регламент ҡабул итте. Ул киләһе йылдың сентябренән үҙ көсөнә инәсәк. Регламентта ыуылдырыҡҡа ҡарата етди талаптар ҡаралған. Мәҫәлән, аҙыҡ туңдырылған сеймалдан әҙерләнгән булһа, етештереүсе был хаҡта уның ярлығында күрһәтергә тейеш. Әгәр Рәсәй стандарты талаптарын ҡәнәғәтләндермәй икән, ыуылдырыҡ сауҙа әйләнешенән бөтөнләй алынасаҡ.
Дөрөҫ, Рәсәй балыҡ компанияларында ыңғай һөҙөмтәләр менән бергә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә шаҡтай ғына. Тәү сиратта продукцияны ташыу һәм логистикаға ҡайтып ҡала. Илдә һөҙөлгән балыҡтың 70 проценты Алыҫ Көнсығышҡа тап килә. Был өс миллион тонна тигән һүҙ. Ә халыҡтың күпселеге илдең Европа өлөшөндә йәшәй. Шуға ла тәьмин итеүсенең тауарҙы ҡулланыусыға еткереү ваҡыты оҙаҡҡа һуҙыла, хатта был эшмәкәрлек ныҡлы ғына көйләнмәгән. Порттарҙа балыҡты ҡабул итеү һүлпән бара, продукцияны һаҡлау һәм эшкәртеү ҡеүәте насар, шулай уҡ йөктө тимер юл составтарына күсереп һалыу буйынса ла махсус ҡорамалдар камиллашмаған.
Был осраҡта Советтар Союзы мәлендәге эшмәкәрлек иҫкә төшә. Ул саҡта селедка, һөмбаш һәм башҡа төр балыҡтарҙы мискәләрҙә тоҙлап, бөтә ил буйлап таратылды. Бындай төр продукцияны һаҡлау ваҡыты ла оҙаҡ – мискәләрҙе теләһә ниндәй вагонда ла йөрөтөп була һәм, уны тапшырыу ваҡыты тотҡарланһа ла, ҡурҡыныс түгел ине.
Әммә халыҡтың аңы үҙгәрҙе хәҙер. Балыҡтың ҡайҙа, ҡасан етештерелеүе хаҡында аныҡ мәғлүмәт белмәй тороп, аҙыҡты алырға ашыҡмайҙар. “Тап шуға ла ярлыҡ ҡулланыусыларҙы йәлеп итеп торһон өсөн балыҡ һөҙөүселәр тауарҙы яҡындағы ярҙа, хатта судноның үҙендә эшкәртә. Һуңынан уны туңдырып, үҙәк Рәсәйгә оҙаталар”, – ти был хаҡта “Альпари”ҙың өлкән аналитигы Анна Бодрова.
Ошонда башлана ла инде проблемалар. Балыҡты ташыу өсөн транспорт сос­тавы, бигерәк тә рефрижераторҙар, СССР тарҡалғандан һуң яңыртылманы. Хатта улары ла етмәй. Балыҡ ваҡлап һатыу магазиндарына барып еткәнсе бер нисә тапҡыр иреп, бер нисә тапҡыр туңдырылыуы ихтимал. Ә кәштәлә уны яңы продукция итеп һаталар.
Бынан тыш, эксперттар билдәләүенсә, һатыусылар хаҡты арттырыуға һис тә аптырап тормай. Мәҫәлән, Алыҫ Көнсығышта бер килограмм минтайҙың күмәртәләп һатыу хаҡы 65 һум торһа, Мәскәү магазиндарында 180 – 200 һум, йәғни етештереүсе һатыуҙан үҙе ни бары 30 процент ҡына табыш ала. Тимәк, балыҡ ахырҙа сауҙа нөктәләрендә бер ниндәй нигеҙһеҙ ҡыйбатлана. Тап шуға ла туңдырылған треска 450 һумға етһә, ә яңыһы хатта 900 һум самаһы тора.
Рәсәй балыҡсылары хужалығын тағы бер мәсьәлә – һалым өлкәһендә тото­роҡ­лолоҡ булмауы борсой. Белгестәр был тармаҡта һәр ваҡыт аңлайышһыҙ яңы закондар ҡабул ителеп тороуы улар­ҙы ҡаҡшатыуын билдәләй. Мәҫәлән, барлыҡ етештереүселәрҙең балыҡ һөҙөүгә 20 процентҡа тиклем квотаһын алып, артабан уны судно төҙөүгә өлөш индергән компанияларға биреү хаҡында закон донъя күрҙе. Был идея, әлбиттә, насар түгел. Ул тармаҡтың үҫешен йәнлән­дереүгә мөмкинлек бирәсәк. Аңлашыла: был юҫыҡта ҙур компаниялар отһа ла, эксперттар яңы закон урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты көрсөк хәленә килтереүе ихтималлығын билдәләй. Бынан тыш, хәҙер һыуҙағы биологик ресурстарға һалымды алты-ете тапҡырға арттырыу тураһында закон әҙерләнә. Әгәр ул ҡабул ителә ҡалһа, продукцияның тағы ҡыйбатланыуы, халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге кәмеүе көн кеүек асыҡ. Ул сағында Рәсәй балыҡсыларына үҙ табышын үҙебеҙҙә түгел, ә сит ил баҙарына сығарыу күпкә отошлораҡ буласаҡ. Ни генә тимә, бюрократия кәртәһен Рәсәйҙә йырып сығыу анһат түгел. Тикшереү органдарына тәҡдим ителәсәк бихисап документтар, өҫтәмә ҡағыҙҙарҙы хәстәрләү мәшәҡәте төп эшкә ҡарағанда ла күберәк көс талап итә.
Проблемалар шаҡтай. Шулай ҙа балыҡсылар бирешмәй әле. Һуңғы өс йылда балыҡ һөҙөүҙә күрһәткестәр даими үҫә бара. Ә алдағы ике-өс йылда, тармаҡ белгестәре әйтеүенсә, уның биш миллион тоннаға етеүе ихтимал. Ул сағында Рәсәйҙең һәр кешеһенә йылына 30 килограмм балыҡ тура киләсәк.

Әйткәндәй, “Башҡортостан балыҡ хужалығы” акционерҙар йәмғиәтенең тарихы 1908 йылдан башлана – Ағиҙел йылғаһы буйында Өфө балыҡсылыҡ заводы төҙөлә. Ул Каспий диңгеҙендәге аҡбалыҡтар запасын тулыландырып тороу маҡсатынан булдырыла. Ойошма даими үҫә барып, бөгөн республикала иң эре хужалыҡтарҙың береһе һанала. Ул тәбиғи шарттарҙа балыҡ үрсетеүҙән тыш табышын тотоу һәм һатыу менән дә шөғөлләнә.
Йәмғиәт “Торна баҫыу” (Өфө районы), “Бал ҡорто” (Благовещен) һәм “Ҡамышбаш” (Мәләүез районы) тигән өс балыҡ хужалығын берләштерә. Уларҙың дөйөм майҙаны 692,8 гектар тәшкил итә. Шулай уҡ йәмғиәт составына республиканың төрлө райондарындағы ете балыҡ етештереү участкаһы инә. Хужалыҡҡа 36 күл, дөйөм оҙонлоғо 663 километр булған йылғалар, өс һыу һаҡлағыс беркетелгән.
Йыл һайын ойошма 80 – 100 тонна – тауар, 125 – 140 тонна промысла балығы етештерә. Предприятие тәбиғи һыу ятҡылыҡтарында төрлө төрҙәге 40 миллионға тиклем селбәрә үҫтерә, шулай уҡ бихисап хужалыҡтарҙы үрсем менән тәьмин итә. Йыл әйләнәһенә республика магазиндарына сифатлы һәм экологик йәһәттән таҙа, тере, һыуытылған балыҡ сығара.
Йәнә һәүәҫкәр балыҡ тотоусылар йылдан-йыл ошо шөғөлгә нығыраҡ ынтыла. Өфөгә яҡын булғанлыҡтан, бында йыш киләләр. Халыҡҡа тәбиғәт ҡосағында ял итеү мөмкинлеге лә булдырылған.

Балыҡсылыҡҡа ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Бөгөн республика үҙенең балыҡ продукция­һына ихтыяжын өс процентҡа ғына ҡәнәғәт­ләндерә. Башҡортостандың көньяҡ-көн­сы­ғышындағы һәм төньяҡ-көнсығышындағы эшҡыуарҙарҙың балыҡсылыҡ хужалығын үҫтереү буйынса уңышлы башланғыстарына булышлыҡ итергә, уларҙың тәжрибәһен таратырға кәрәк.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 36-сы ултырышында йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенән.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 533

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 430

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 506

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 517

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705