Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Мал аҙығы мул буласаҡ
Мал аҙығы мул буласаҡАуыл эшсәндәре өсөн ҡыҙыу, тынғыһыҙ мәл башланды: һәр кем мал-тыуарға ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ әҙерләп ҡалырға тырыша. Көнгә бик ышаныс булмағас, аяҙ торған һәр сәғәтте тулыһынса файҙаланып ҡалырға тырышып эшләйҙәр.
Ленин исемендәге колхозда ла бесән эшен күптән теүәлләп, сенажға төшкәндәр.
– 720 тонна бесәнде ферма иха­та­һына ташып, япма аҫтына һалып ҡуйҙыҡ та инде, – ти Яңғыҙҡайын һөт­сөлөк фермаһы мөдире Шамил Шәмсетдинов. – Сенаж һалыусылар ҙа ырамлы ғына эшләй. Бер сенаж соҡорон тултырып, бер-ике көн элек кенә икенсеһен башлағайнылар, аҙна аҙағына уныһын да ҡаплап ҡуйырҙар, моғайын.
Сенаж әҙерләү менән мәшғүл ме­ханизаторҙарҙы беҙ люцерна сәселгән баҫыуҙа тап иттек. Тракторына ете метрлыҡ араны иңләгән сапҡыс таҡҡан Илдус Ғәлиев тә махсус сәселгән көнбағыш баҫыуындағы эшен тамамлап, бесәнгә тип ҡалдырылған үләнде сабыуға төшөп кенә тора ине. Ә яландың икенсе өлөшөндә Ҡырмыҫ­ҡалы МТС-ынан ярҙамға килгән “Полесье” комбайны күптән бакуйға һалынып, елләп кипкән үләнде йыя. Йәшел массаны ферма йәнәшәһендәге сенаж соҡорона ташыусы Зиннур Хәсәнов та бында.
– Үлән тығыҙ, масса ҡалын. Шун­лыҡтан ауырыраҡҡа тура килә, – ти комбайнсы Илфат Аҙнағолов. – Баҫыуҙың бер осонан икенсеһенә сыҡҡансы дүрт-биш машина тула ла ҡуя.
Комбайндан сенаж соҡорона үлән ташыуға биш берәмек техника йәлеп ителгән. Зиннур Хәсәнов менән Илдус Дәүләтшин “КамАЗ” машиналарында, Илдус Вәлишин менән Денис Мөьминов – “МТЗ”, ә Альберт Мәхмүтов “Т-150” тракторында елдәй елеп йөрөп, комбайндың эштән туҡтап тороуына юл ҡуймайҙар.
Ә инде соҡорға һалынған үләнде тығыҙлап тапатыу хужалыҡтың алмаштырғыһыҙ механизаторы Әнүр ағай Кәлимуллинға йөкмәтелгән.
– Унһыҙ эш бармай бит. “Т-170”-те ышанып тапшырырлыҡ башҡа механизатор ҙа юҡ, – ти Шамил Шәмсетдинов. – Әнүр ағай маладис инде ул, йәштәргә алмаштырғыһыҙ. 69 йәшлек уҙаман тип кем әйтер, емертеп эшләп йөрөй.
– 16 йәштән тракторҙан төшкән юҡ бит. Ҡыҙыу ваҡытта өйҙә ултырып түҙә лә алмайым. Икенсенән, колхоз етәкселеге малға етерлек бесәнен дә, ашлығын да бирә. Беләктә көс булғанда тырышырға кәрәк, – тип Әнүр ағай тракторын ҡабыҙып, машиналар бер-бер артлы бушатып киткән үләнде тапата ла башланы.
– Бөгөнгө көнгә барлығы 2400 тонна сенаж һалынды инде. Беҙҙең хужалыҡта элек-электән ҡышын малға аҙыҡ ҡытлығы кисерелгәне юҡ. Быйыл да шулай буласаҡ, кәмендә йыл ярымлыҡ аҙыҡ запасы туплаясаҡбыҙ, – тип хушлашты беҙҙең менән ферма мөдире.

Ғафури районы.


Автор: М. МӘМӘТҠОЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә