Ауыл эшсәндәре өсөн ҡыҙыу, тынғыһыҙ мәл башланды: һәр кем мал-тыуарға ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ әҙерләп ҡалырға тырыша. Көнгә бик ышаныс булмағас, аяҙ торған һәр сәғәтте тулыһынса файҙаланып ҡалырға тырышып эшләйҙәр.Ленин исемендәге колхозда ла бесән эшен күптән теүәлләп, сенажға төшкәндәр.
– 720 тонна бесәнде ферма ихатаһына ташып, япма аҫтына һалып ҡуйҙыҡ та инде, – ти Яңғыҙҡайын һөтсөлөк фермаһы мөдире Шамил Шәмсетдинов. – Сенаж һалыусылар ҙа ырамлы ғына эшләй. Бер сенаж соҡорон тултырып, бер-ике көн элек кенә икенсеһен башлағайнылар, аҙна аҙағына уныһын да ҡаплап ҡуйырҙар, моғайын.
Сенаж әҙерләү менән мәшғүл механизаторҙарҙы беҙ люцерна сәселгән баҫыуҙа тап иттек. Тракторына ете метрлыҡ араны иңләгән сапҡыс таҡҡан Илдус Ғәлиев тә махсус сәселгән көнбағыш баҫыуындағы эшен тамамлап, бесәнгә тип ҡалдырылған үләнде сабыуға төшөп кенә тора ине. Ә яландың икенсе өлөшөндә Ҡырмыҫҡалы МТС-ынан ярҙамға килгән “Полесье” комбайны күптән бакуйға һалынып, елләп кипкән үләнде йыя. Йәшел массаны ферма йәнәшәһендәге сенаж соҡорона ташыусы Зиннур Хәсәнов та бында.
– Үлән тығыҙ, масса ҡалын. Шунлыҡтан ауырыраҡҡа тура килә, – ти комбайнсы Илфат Аҙнағолов. – Баҫыуҙың бер осонан икенсеһенә сыҡҡансы дүрт-биш машина тула ла ҡуя.
Комбайндан сенаж соҡорона үлән ташыуға биш берәмек техника йәлеп ителгән. Зиннур Хәсәнов менән Илдус Дәүләтшин “КамАЗ” машиналарында, Илдус Вәлишин менән Денис Мөьминов – “МТЗ”, ә Альберт Мәхмүтов “Т-150” тракторында елдәй елеп йөрөп, комбайндың эштән туҡтап тороуына юл ҡуймайҙар.
Ә инде соҡорға һалынған үләнде тығыҙлап тапатыу хужалыҡтың алмаштырғыһыҙ механизаторы Әнүр ағай Кәлимуллинға йөкмәтелгән.
– Унһыҙ эш бармай бит. “Т-170”-те ышанып тапшырырлыҡ башҡа механизатор ҙа юҡ, – ти Шамил Шәмсетдинов. – Әнүр ағай маладис инде ул, йәштәргә алмаштырғыһыҙ. 69 йәшлек уҙаман тип кем әйтер, емертеп эшләп йөрөй.
– 16 йәштән тракторҙан төшкән юҡ бит. Ҡыҙыу ваҡытта өйҙә ултырып түҙә лә алмайым. Икенсенән, колхоз етәкселеге малға етерлек бесәнен дә, ашлығын да бирә. Беләктә көс булғанда тырышырға кәрәк, – тип Әнүр ағай тракторын ҡабыҙып, машиналар бер-бер артлы бушатып киткән үләнде тапата ла башланы.
– Бөгөнгө көнгә барлығы 2400 тонна сенаж һалынды инде. Беҙҙең хужалыҡта элек-электән ҡышын малға аҙыҡ ҡытлығы кисерелгәне юҡ. Быйыл да шулай буласаҡ, кәмендә йыл ярымлыҡ аҙыҡ запасы туплаясаҡбыҙ, – тип хушлашты беҙҙең менән ферма мөдире.
Ғафури районы.