Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күмәк ҡулға эш түҙмәй
Күмәк ҡулға эш түҙмәйБыйылғы ямғырлы йәй ауыл хужалығы эшсәндәре алдына ҙур һынау ҡуйҙы. Бындай шарттарҙа өмөттө аҡларлыҡ уңыш үҫтереп алыу, ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы туплау өсөн игенсенән икеләтә тырышлыҡ талап ителә. Көйөргәҙе районы ауыл эшсәндәре лә бирешмәй, тәүгеләрҙән булып ураҡҡа төштө.

Төбәктә әле ураҡтың ҡыҙған мәле. Һоло, арпа, арыш уңышын йыйыу дауам итә, бойҙай баҫыуҙа­рында ла иген­селәр тир түгә. Унан һуң ҡара­бойҙай урыуға төшәсәктәр. Бер үк ваҡытта киләһе йылға сифатлы орлоҡ һалыу хәстәрлеге лә күрелә. “Уңыш йылына ҡарата ҡәнәғәтләнерлек. Ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, ер ярылып ята, барыбер дым етмәй. Шуға ла ямғыр беҙгә һис ҡамасау түгел”, – ти игенселәр.
“Искра” кооперативы эшсәндәренең кәйефе яҡшы: баҫыуҙар юғары уңышы менән ҡыуандыра. Хужалыҡ етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Мостафин быйыл ерҙең дымға мул туйыныуына һөйөнөүен йәшермәй. Сирек быуат тыуған еренең ҡотон һаҡлап етәкселек иткән игенсенең күңеле көр.
– Ураҡ эштәренә тәүгеләрҙән булып төштөк. Шөкөр, нисә йылдар инде ҡо­ролоҡтан интеккән ерҙәр быйыл һыуға туйынды. Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар күп кенә урындарҙа артыҡ булһа, беҙ­ҙең өсөн бик ҡулай. Ә иң мөһиме – хужалыҡ миҙгел эштәренә етди әҙер­лек менән килде. Заманса техника, төрлө ауыл хужалығы ҡора­малдары һатып алыуға 100 миллион һум аҡса китте, – ти Рәмил Ғиниәт улы.
Малсылыҡ, игенселек тармаҡтары икеһе лә берҙәй уңышлы алып барыла. Хужалыҡтың 16 мең гектар һөрөнтө ере бар, быйыл шуның 13 мең гектарҙан ашыуында сәсеү эштәре башҡарғандар. Бесәнлектәре — 1167, көтөүлектәре туғыҙ мең гектар майҙанды биләй. Ырымбур яғынан ҡыуан елдәр иҫеп, һуңғы биш йылда ҡоролоҡ бәкәлгә һуҡһа ла, заманса технологияларға таянып, мул уңыш үҫтерәләр. Көнбағыш быйыл, мәҫәлән, дүрт мең гектарҙан ашыу майҙанда сәселгән. “Бизнес-культура”ларға өҫтөнлөк бирелә: рыжик, нут, етен, сорго үҫтереп тә һата хужалыҡ. Әле йәмғиәт игенселәре 341 гектарҙа бойҙай йыйып алғандар, уңыш ҡеүәте яҡшы — гектарынан 24 центнер. 234 гектарҙа рыжик урып алғандар.
Малсылыҡтағы уңыштары менән дә тотош республикаға өлгө “Искра”. “500 ферма” программаһына ярашлы алты комплекс заманса төҫ алған. Әле ху­жалыҡта 5 320 баш симменталь то­ҡом­ло һыйыр малы иҫәпләнһә, шулар­ҙың меңгә яҡыны – һауын һыйырҙары. Көн дә 15 тоннаға ҡәҙәр һөт етеш­терәләр. Әҙер продукцияны Бәләбәй һөт комбинатына тапшыралар. “500 ферма” программаһы буйынса үҙгәртеп ҡоролған фермаларҙа хеҙмәткәрҙәр өсөн ашхана ла, йыуыныу бүлмәһе лә бар. Барлыҡ төр эштәр заманса ҡорамалдар ярҙамында атҡарыла.
Хужалыҡ иртәгәһен ҡайғыртып, күп сығымды төҙөлөшкә йүнәлтә. Мәҫәлән, көнбағыш һаҡлағыс, иген киптергес төҙөп ултыртҡандар. Тимәк, йыйылған уңыш сифатлы һаҡланасаҡ. Ҡатнаш аҙыҡ заводы, орлоҡ айырыу ҡоролмаһы ла уңышлы эшләй. Малҡайҙар йәйен йәшел үлән утлаһа, ҡышын төрлө витаминлы аҙыҡтан өҙөлмәй. Ә был етештереү­сәнлекте арттыра. Үҙҙәре сөй, гидравлик шланг етештереүҙе көйләгән. “Искра” хужалығында төҙөлөш эштә­рен атҡарыу өсөн экскаватор һәм башҡа кәрәкле техника ла етерлек, ситтән кеше эҙләмәйҙәр.
Тәжрибә туплау маҡсатында сит та­рафтарға юлланыу бик файҙалы. Рәмил Ғиниәт улы Ырымбурҙағы, Татарстандағы алдынғы хужалыҡ­тарҙың эшмәкәрлеге менән таныш, хатта Израилдәге юғары кимәлдәге агросәнәғәт эшен күҙәтеп ҡайтҡан.

“Искра” ауыл хужалығы кооперативы 12 ауылды берләштерә. Заманында яҡын-тирәләге хужа­лыҡтарҙы тарҡа­лыуҙан, бөлгөн­лөккә төшөүҙән һаҡлау өсөн үҙ ҡанаты аҫтына алған уларҙы. Һөҙөмтәлә 500-гә яҡын кешенең даими эш урыны бар, улар социаль яҡтан яҡланған, ниндәй киҫкен мәсьәлә тыуһа ла, кооперативҡа таяналар. Яҡшембәт, Ҡотлоюл, Көйөргәҙе, Абдул, Яҡуп, Түбәнге Баба бригадалары бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәк халҡы бик егәрле – күпләп мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай. Хужалыҡ иһә хеҙмәтсәндәргә игенде, мал аҙығын эш хаҡы иҫәбенә лә, һатып та биреп тора.
– 90-сы йылдарҙан алып ауыл­дарҙа мәктәптәр, социаль объекттар төҙөнөк, белгестәр өсөн йорттар һалдыҡ. Шуға ла эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ юҡ. Хәҙер һыу, газ бар, урамда – асфальт юл. Ауылда һис тә башҡаларҙан кәм йәшәмәйҙәр, тик эшлә, тырыш ҡына, – ти етәксе.
Киров исемендәге ауыл хужа­лығы кооперативы игенселәре лә бөгөн аяҙ көндөң һәр минутын, һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша. Хужалыҡтың һөрөнтө ерҙәре генә лә 16 мең 700 гектар. Был иһә элгәрге өс-дүрт колхоздыҡы һымаҡ тигән һүҙ. Яҙ улар иген культуралары, 3 мең 500 гектарҙа көнбағыш, бер меңдән ашыуында кукуруз сәскәндәр, техник культуралар ҙа үҫтерәләр. Һәр береһенә туҡталып тормайынса, шуны әйтке килә: ҡоролоҡ йыш ҡабатланған төбәктә хужалыҡты алып барырлыҡ ниндәй культура уңыш бирә, барыһы ла үҫтерелә. Әле йәмғиәт эшсәндәре 66 гектарҙа бойҙай урыу менән мәшғүл, гектарынан улар 20 центнер уңыш алыуға өлгәшкәндәр. Тағы ла 100 гектарға яҡын майҙанда арыш урып, 172 гектарында ер һөрәләр. Бынан тыш, игенселәр алдында тритикале, арыш, бойҙай, һоло уңышын йыйып алыу бурысы тора. Сенажға кукуруз һаласаҡтар, орлоҡҡа кукурузды урасаҡтар. Етендән дә мул уңышҡа өмөт итәләр. Хужа­лыҡ баҫыуҙарын әле 11 комбайн, ҡеүәтле йөк машиналары иңләй.
Бында мал да ишле, әле йәйге лагерҙа ике меңдән ашыу һыйыр малы тотола, шуның 580-ен һауалар. Көн һайын ун тонна аҡты Көйөргәҙе, Магнитогорск һөт комбинаттарына оҙатып, йәмғиәт ҡаҙнаһына байтаҡ ҡына аҡса күсерәләр. Һатыуҙан килгән табыш, нигеҙҙә, эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләүгә, ремонтҡа тотонола. Әйткәндәй, ремонт эштәре бында бер ваҡытта ла туҡтағаны юҡ. Әле лә фермалар ҡышҡылыҡҡа ремонтлана, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Хужа­лыҡ эшсәндәре ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителгән. Әле эш ике сменала ойош­торолған.
Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Рәмил Ғиләж улы Туҡаев белдереүенсә, мал аҫрауҙың ҡыйынлыҡтары күп, шул уҡ ваҡытта халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә роле баһалап бөткөһөҙ.
— Беҙҙә механизаторҙар, комбайнсылар йәй көнө яланда эшләй, ҡышын малсылыҡҡа килә. Был иһә 300-гә яҡын кешене даими эш менән тәьмин итергә мөм­кинлек бирә, — ти Рәмил Ғиләж улы. — Ҡатын-ҡыҙ ҙа фермала үҙ урынын таба. Беҙ — ошо ауылда тыуып үҫкән белгестәр, етәкселәр. Шуға күрә береһенә лә битараф ҡала алмайбыҙ. Кеше эшләргә, хеҙмәт хаҡын алырға, пенсияға сығып, ял итергә тейеш.
Халыҡ бында тырыш, һәр өлкәлә белгестәр етә. Рәйес әйт­мешләй, сират тормаһалар ҙа, эш урындары тулы. Ололарға алмашҡа йәштәр ҙә бар, уларҙың һәр береһен эш урыны менән тәьмин итергә тырышалар. Етәк­селек эш шарттарын ойоштороуға ла күп көс һала, бында бөгөн күп нәмәне техника башҡара, ҡул көсөн яйлап техника алмаштыра бара.
Уртаса эш хаҡы ун меңдән ашыу, шәхси ярҙамсы хужалығын алып барырға ярҙам итәләр, теләгәндәр өсөн эш хаҡы иҫәбенә быҙауҙар бирәләр, иген, һалам-бесә­нен йәлләмәйҙәр. Әле халыҡҡа ике мең тоннаға яҡын бесән әҙерләп таратҡандар, хужалыҡ ихатаһына ла ҡышҡылыҡҡа дүрт мең ярым тонна мал аҙығы ҡайтарғандар, алты мең тоннанан ашыу сенаж соҡорҙарға һалынған.
— Халыҡ та эшкә ихлас йөрөй, премиялар ҡаралған, төрлө социаль яҡлауҙар бар. Бар эштәрҙе үҙебеҙҙең көс менән башҡарырға тырышабыҙ. Былай тормошҡа оптимистик ҡараштабыҙ: эҙләнәбеҙ, тапҡанын тормошҡа ашырабыҙ, отошло яҡтарын барлап, артабан тағы эҙләнәбеҙ, — ти йәмғиәт рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Ғиләж улы.
Шулай булмаһа, эштәре лә бармаҫ ине. Һауа торошона ҡара­майынса, ауыл эшсәндәре һәр ер­ҙә уңғанлыҡ күрһәтә. Раил Төхфәтуллин, Альфред Хисиков, Рәмил Исхаҡов, Руслан Мәҡсүтов, Рәмил Таңатаров һәм башҡалар һымаҡ тырыш механизатор, комбайнсылар, водителдәр хужа­лыҡтың данын йыраҡтарға тарата ла инде. Йәмғиәт рәйесе Рәмил Туҡаев та ваҡытында бөлгөнлөккә төшкән колхозды ҡулына алып, матур ғына итеп эшмәкәрлеген алып бара. Бөгөн уның тырыш­лығын ун ауыл халҡы күреп, хужалыҡты баҙар диңгеҙенә алып сығып, елкән киргән ир-уҙамандың оҙаҡ йылдар эшләүенә өмөт ҡылып йәшәй һәм эшләй.

Көйөргәҙе районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә

Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә 13.11.2025 // Иҡтисад

Бизнес-инициатива райондың «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә тикшерелде....

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты 02.09.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдың 30 сентябренә тиклем хеҙмәт вәкәләттәрен арттырыуҙа...

Тотош уҡырға 16

Республикала бензин ҡиммәтләнгән

Республикала бензин ҡиммәтләнгән 02.09.2025 // Иҡтисад

Республикала бензин ҡиммәтләнгән...

Тотош уҡырға 11

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара 29.08.2025 // Иҡтисад

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды 29.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды...

Тотош уҡырға 37

Рәсәйҙә уртаса хеҙмәт хаҡын иҫәпләү тәртибе үҙгәрә
Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк 26.08.2025 // Иҡтисад

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк...

Тотош уҡырға 43

Республиканың 5 муниципалитетына төҙөкләндереү өсөн 500 миллион һум йүнәлтелә

Республиканың 5 муниципалитетына төҙөкләндереү өсөн 500 миллион һум йүнәлтелә 25.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың биш муниципалитетының Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала...

Тотош уҡырға 62

Башҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиле эш башланы

Башҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиле эш башланы 25.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиле эш башланы...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне 21.08.2025 // Иҡтисад

Ҡалтасы районынан Дилара Низаметдинова һигеҙенсе йыл башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә....

Тотош уҡырға 55

Башҡортостан дәүләт ерҙәрен ҡуртымға алыуҙа әүҙемлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде

Башҡортостан дәүләт ерҙәрен ҡуртымға алыуҙа әүҙемлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде 21.08.2025 // Иҡтисад

Сервистарҙың уңайлы булыуы һәм бизнесҡа бирелгән льготалар һөҙөмтәһендә ошондай динамикаға...

Тотош уҡырға 66

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр 19.08.2025 // Иҡтисад

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә кәмендә бер тоннаға яҡын шифалы ҡымыҙ килтерелә, тип хәбәр иттеләр...

Тотош уҡырға 62