Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Квант технологиялары? Булдырабыҙ!
Квант технологиялары? Булдырабыҙ!Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов үткәргән Хөкүмәт ултырышында “Башҡортостан Республикаһында фәнде һәм технологияларҙы үҫтереү буйынса дәүләт программаһы” ҡабул ителде.
– Башҡортостан уйлап табыуҙарҙы теркәүгә бирелгән заявкалар һәм алынған патенттар буйынса беренсе тиҫтә лидер төбәктәр исемлегенә инде. Рәсәй фундаменталь тикшереү­ҙәр фонды (РФФИ) һәм Рәсәй ғилми фонды (РНФ) менән бәйләнештәр нығына. Быйыл РФФИ ойошторған конкурста республиканан 278 проект ҡатнашып, уларҙың яртыһынан күберәге хупланды, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Фондтар менән хеҙмәттәшлек йылдарында проект­тарҙы финанслауҙың дөйөм күләме 235 миллион һумға етеп, сумманың теүәл яртыһын – 117,5 миллион һумды федераль ресурстар тәшкил итә.
Тикшеренеүҙәр күләмен арттырыу өсөн, әлбиттә, күпкә ҙурыраҡ суммалар талап ителә. Башҡортостан Фәндәр ака­демияһы һәм Рәсәй Фәндәр ака­демияһы Өфө ғилми үҙәге инвес­тицияларҙы арттырыу буйынса эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә тейеш.
Дәүләт программаһы 2023 йылға тиклем иҫәпләнеп, уның дөйөм бюджеты 3,102 миллиард һум тәшкил итә. Сумманың 40 проценты – федераль һәм республика бюджеттарынан, ҡалған 60 проценты бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан туплана.
Республиканың ярайһы уҡ ҙур фәнни потенциалы әлегә тейешле кимәлдә ҡулланылмай. Патенттар, перспективалы тикшеренеүҙәр күп, әммә эш уларҙы коммерциялаштырыуға тиклем еткерелмәй. Уҙған йылда, мәҫәлән, 737 патент алынған, әммә әҙер продукция етештереү кимәленә тиклем ете патент ҡына еткерелгән, ҡалғандары лабораторияларҙан ары китә алмаған.
Республикала Сәнәғәтте үҫтереү фонды ойошторола. Уның төп тәғә­йенләнеше – юғары технологияларға нигеҙләнгән яңы етештереү тармаҡ­тарын үҫтереү. Фондтан субсидиялар алырға теләгәндәргә талаптар артасаҡ. Мәҫәлән, иҫкергән проекттарҙың үте­үенә ҡаршы гарантиялар ҡулланы­ласаҡ.
Инновациялар өлкәһендә хәҙер яңы ориентирҙар ҡуйыла. Мәҫәлән, Санкт-Петербургта уҙғарылған һуңғы иҡти­сади форумда Президент Владимир Путин “Һанлы иҡтисад” тип исемләнгән масштаблы программа төҙөлөүе тураһында белдерҙе. Программаға ярашлы, илдә нейротехнологиялар, квант технологиялары, сәнәғәт Интернеты, робот техникаһы һәм башҡа иң алдынғы йүнәлештәрҙә тиҫтәнән ашыу эре компания ойошторола. Баш­ҡортостан был мөһим йүнәлештәрҙә әүҙем эшләй ала һәм эшләргә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә