Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов үткәргән Хөкүмәт ултырышында “Башҡортостан Республикаһында фәнде һәм технологияларҙы үҫтереү буйынса дәүләт программаһы” ҡабул ителде. – Башҡортостан уйлап табыуҙарҙы теркәүгә бирелгән заявкалар һәм алынған патенттар буйынса беренсе тиҫтә лидер төбәктәр исемлегенә инде. Рәсәй фундаменталь тикшереүҙәр фонды (РФФИ) һәм Рәсәй ғилми фонды (РНФ) менән бәйләнештәр нығына. Быйыл РФФИ ойошторған конкурста республиканан 278 проект ҡатнашып, уларҙың яртыһынан күберәге хупланды, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Фондтар менән хеҙмәттәшлек йылдарында проекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме 235 миллион һумға етеп, сумманың теүәл яртыһын – 117,5 миллион һумды федераль ресурстар тәшкил итә.
Тикшеренеүҙәр күләмен арттырыу өсөн, әлбиттә, күпкә ҙурыраҡ суммалар талап ителә. Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге инвестицияларҙы арттырыу буйынса эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә тейеш.
Дәүләт программаһы 2023 йылға тиклем иҫәпләнеп, уның дөйөм бюджеты 3,102 миллиард һум тәшкил итә. Сумманың 40 проценты – федераль һәм республика бюджеттарынан, ҡалған 60 проценты бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан туплана.
Республиканың ярайһы уҡ ҙур фәнни потенциалы әлегә тейешле кимәлдә ҡулланылмай. Патенттар, перспективалы тикшеренеүҙәр күп, әммә эш уларҙы коммерциялаштырыуға тиклем еткерелмәй. Уҙған йылда, мәҫәлән, 737 патент алынған, әммә әҙер продукция етештереү кимәленә тиклем ете патент ҡына еткерелгән, ҡалғандары лабораторияларҙан ары китә алмаған.
Республикала Сәнәғәтте үҫтереү фонды ойошторола. Уның төп тәғәйенләнеше – юғары технологияларға нигеҙләнгән яңы етештереү тармаҡтарын үҫтереү. Фондтан субсидиялар алырға теләгәндәргә талаптар артасаҡ. Мәҫәлән, иҫкергән проекттарҙың үтеүенә ҡаршы гарантиялар ҡулланыласаҡ.
Инновациялар өлкәһендә хәҙер яңы ориентирҙар ҡуйыла. Мәҫәлән, Санкт-Петербургта уҙғарылған һуңғы иҡтисади форумда Президент Владимир Путин “Һанлы иҡтисад” тип исемләнгән масштаблы программа төҙөлөүе тураһында белдерҙе. Программаға ярашлы, илдә нейротехнологиялар, квант технологиялары, сәнәғәт Интернеты, робот техникаһы һәм башҡа иң алдынғы йүнәлештәрҙә тиҫтәнән ашыу эре компания ойошторола. Башҡортостан был мөһим йүнәлештәрҙә әүҙем эшләй ала һәм эшләргә тейеш.