Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Телмәрселәр түгел, һөнәрмәндәр хәл итә
Һәр илдең, һәр төбәктең үҫеш кимәлен кадрҙар сәйәсәте билдәләй. Был һәр заманда ла шулай булды, ләкин бөгөн мәсьәлә көнүҙәклеген көсәйтте, уның буйынса эшмәкәрлек аныҡлана төштө. Шуны иҫәпкә алып, Башҡортостанда Хеҙмәт ресурстарына идара итеү буйынса 2025 йылғаса иҫәпләнгән концепция ҡабул ителгәйне. Әлеге мәлдә кадрҙар сәйәсәтенә ниндәй баһа бирергә мөмкин?

Башҡортостанда ла, тотош Рәсәй буйынса ла халыҡтың хеҙмәт йәшенән өлкәнерәк булған өлөшө арта барыуы мәғлүм. Был иһә эшләгән халыҡҡа “йөк”тө лә арттыра, сөнки пенсия йәшендәгеләрҙе ҡарау торған һайын ауырая барасаҡ. Беҙҙең республикала халыҡтың иҡтисади әүҙем ҡатламы Рәсәй һәм Волга буйы федераль округының уртаса кимәлдәренән түбәнерәк – быға йәш структураһының үҙенсәлектәре сәбәпсе. Үҙ шәхси хужалығында шөғөлләнгән ауыл халҡының һәм ҡала ерендә баҡсасылыҡтың үҫеүе лә рәсми иҡтисади әүҙемлек күрһәткесен түбәнәйтә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең төбәктә ауыл кешеләрен бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү аша ошо әүҙемлекте күтәреү өсөн резерв та етерлек, ләкин ауылда эш урындарының етешмәүе, социаль инфраструктураның насар үҫешеүе һәм шуның арҡаһында йәшәү кимәленең дә, ҡала менән сағыштырғанда, ныҡ ҡына ҡалышыуы халыҡтың ауылдан күпләп китеүенә сәбәпсе булып тора. Һөҙөмтәлә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү ҙә ҡыйынлаша. Белеүебеҙсә, ауылдан ҡалаға эшкә килгән халыҡ, ҡағиҙә булараҡ, түбән квалификациялы хеҙмәт көсөн тәшкил итә, ә был өлкәлә килем әллә ни маҡтанырлыҡ түгел. Шуға бик күптәр “оҙон аҡса” артынан Мәскәү һәм башҡа тарафтарға юллана, республиканың хеҙмәт ресурстары ла кәмей. Етештереүсәнлекте күтәреү һәм шул нигеҙҙә килемде лә арттырыу йүнәлешендә был ресурстарҙың сифатын яҡшыртыу мәсьәләһе торған һайын ҡырҡыуыраҡ була бара.
Концепцияны бер нисә этапҡа бүлеп тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр. Тәүге өлөшө төп сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика һәм муниципаль кимәлдәрҙә хоҡуҡи-норматив база булдырыуҙы күҙ уңында тота. Икенсе этап (2018 – 2023 йылдар) был сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡануниәттең мәшғүллек һәм хеҙмәт ресурстарына идара итеүҙәге ҡулланылышына йомғаҡ яһауға арналасаҡ. Өсөнсө этапта (2024 – 2025 йылдар) был сәйәсәтте тормошҡа атҡарыуҙың йоғонтоло булыу-булмауына баһа биреләсәк.
Был документтың өҫтөнлөклө йүнә­лештәрен уңышлы үтәү 2025 йылға республиканың хеҙмәт ресурстарын, шул иҫәптән пенсия йәшендәгеләрҙең, инва­лидтарҙың һәм бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ҡатындарҙың эш көсөн файҙаланыуҙың йоғонтололоғон арттырырға, иҡтисади әүҙем халыҡтың мәшғүллеген киңәйтергә, шулай уҡ квалификациялы мигранттарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
– Республиканың хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән тәҡдим бер-береһенә тура килеп бөтмәй, – ти Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Л. Хәлитова. – Юғары белемле егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ йыл һайын арта бара, ләкин уларҙың күбеһе хеҙмәт баҙарында талап ителмәй. Статистикаға ярашлы, эшһеҙҙәрҙең 25 проценты – юғары белемле кешеләр, 23,8 проценты – урта махсус профессиональ белемгә эйә булған яҡташ­тарыбыҙ, 17,2 проценты – урта белемлеләр.
Шул уҡ ваҡытта предприятиеларҙа эшсе һөнәрҙәренә ихтыяж ҙур. Әммә йәштәр заводтарға барырға ашҡынып тормай, сөнки эшсе булыу абруйлы түгел.
Ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән һөнәрҙәрҙең абруйы ла һуңғы бер-ике тиҫтә йылда ныҡ ҡына төштө. Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлағандарҙың 69 проценты үҙ профиле буйынса китмәй. Һөҙөмтәлә һөнәре буйынса эшләгәндәр ҙә биләгән урынына ҡарата конкурентлыҡ тоймай.
Бынан һигеҙ йыл элек үк республика Хөкүмәте агросәнәғәт комплексы кадрҙарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Уға ярашлы, юғары уҡыу йортон тамамлап ауыл хужалығына эшкә барған йәш белгескә өс йыл буйы етешәр мең һум өҫтәмә эш хаҡы түләү ҡаралғайны. Урта махсус белемгә эйә булғандар өсөн был сумма дүртәр мең һум тәшкил итте, ләкин был сара йәштәрҙе ауыл еренә ылыҡтыра алманы. Аграр өлкә эш хаҡы кимәле буйынса, ҡала менән сағыштырғанда, барыбер отола, ауыл предприятиеһының етештереү һәм социаль инфраструкту­раһының насарайыуы ла йәш белгестең ҡалаға китеү теләген көсәйтә генә.
Беҙҙә йәштәрҙең киләсәк һөнәрен асыҡ ҡына күҙ алдына килтергән һәм уға эйә булыуға ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәткән өлөшө ҙур тип булмай, йәғни профессиональ йүнәлеш биреү эше аҡһай. Шул сәбәпле, белгестәр уҡыу йортона маҡсатлы контракт нигеҙендә алыу ҡулайлыраҡ буласаҡ тип иҫәпләй. Ул өс яҡ – абитуриент, уҡыу йорто һәм киләсәктә эш урыны биреүсе – араһында төҙөлөргә тейеш. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, буласаҡ белгес тәғәйен предприятиеның билдәле һөнәре йәки хатта эш урыны талаптары нигеҙендә әҙерләнәсәк. Уҡыу йорто студент өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға һәм теоретик белем бирергә, ә эш урыны менән тәьмин итәсәк ойошма практик күнекмәләр вәғәҙә итә. Ҡулына диплом алған белгес күпмелер ваҡыт ошо предприятиела эшләргә, унда шунса йылға ҡалырға риза булмаған хәлдә уҡыу сығымдарын ҡапларға тейеш буласаҡ. Был шарт өс яҡ өсөн дә яуаплылыҡты тейешле кимәлгә ҡуясаҡ, тип өмөт итәләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә