Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Австрия технологиялары башҡорт ерендә: үҫтерергә ярамай туҡтатырға”. Өтөрҙө ҡайҙа ҡуйырға?
“Австрия технологиялары башҡорт ерендә: үҫтерергә ярамай туҡтатырға”. Өтөрҙө ҡайҙа ҡуйырға? Республика халҡына “Ласселсбергер” компанияһы “Өфө–Аэропорт” юлындағы рус һәм инглиз телдәрендә неон хәрефтәр менән яҙылған һүҙҙәр аша ғына таныш ине. Һәм ошондай уҡ атама аҫтында сыҡҡан керамик плитка ла күптәргә билдәле. Бер йыл элек концерн етәкселеге Башҡортостанда ҙур инвестиция пландарын тормошҡа ашырырға ниәтләүе хаҡында белдергәйне. Сәйәхәтсе Алексей Валерьянов юлъяҙмаларында ла ошо пландар, Рәсәйҙә һәм Көнбайыш Европала “Ласселсбергер” холдингы эшмәкәрлеген үҫтереү тураһында бәйән итә. Ике ай элек Өфө аэропортында Мәскәүгә самолет көткәндә (ҙур булмаған бизнес буйынса баш ҡалаға даими осорға тура килә) класташымды осраттым. Азаматты мәктәпте тамамлағандан алып күргәнем юҡ ине. Әле ул Австрияның “Ласселсбергер” холдингы менән берлектәге проекттар буйынса эш алып бара икән.
Компания хаҡында белмәй ҙә инем тиерлек. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡунаҡтарын Өфөгә ингән ерҙә заманса етештереү биналары, рус һәм инглиз телдәрендә эре хәрефтәр менән үҙенсәлекле итеп яҙылған атамаһы менән тап ошо компания заводтарының береһе ҡаршылай. Әйткәндәй, әлеге заводта бер ҡасан да әллә ни ҙур әүҙемлек тойғаным булманы. Хатта завод эшләмәгән кеүек тәьҫир ҡала ине.
Интернет селтәрендә компанияның Урал аръяғында аҡ цемент һәм ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары сығарыу буйынса завод асырға теләүе тураһындағы мәғлүмәтте күреп, аптырап ҡалдым. Шул уҡ ваҡытта был мәҡәләләр ҙур шау-шыу менән оҙатылды, ә проект хаҡында ентекле белешмә юҡ ине.
Азамат “Әллә завод эшләмәйме?” тигән һорауҙы ишеткәс, йылмайып ҡуйҙы һәм бер тынала әллә күпме дәлилдәр, һандар килтереп өлгөрҙө. Асыҡланыуынса, Өфө заводы йылына 6 миллион квадрат метр самаһы керамик плитка сығарыу ҡеүәтенә эйә икән. Холдинг Рәсәй баҙарындағы продукцияның 20 проценттан ашыуын етештерә. Предприятиеның ҡорамалдары ла – заманса һәм экологик яҡтан зыянһыҙҙарҙың береһе икән. Дөйөм алғанда, “Ласселсбергер” – 100 йыллыҡ тарихы булған һәм егерменән ашыу илдә, тәү сиратта Көнсығыш һәм Көнбайыш Европала, Рәсәйҙә, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла етмешкә яҡын заводты берләштергән халыҡ-ара концерн. Ул керамик плитка, ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары, каолин, башҡа минераль материалдар сығара. Продукцияһы “Rako” һәм “Cemix” брендтары аҫтында билдәле. Күп һанлы производстволарының эшмәкәрлеге иң юғары Европа корпоративтары һәм тәбиғәтте һаҡлау стандарттарына яуап бирә.
Әңгәмәлә Азамат яҡын арала холдингтың Чехиялағы һәм Австриялағы предприятиеларына юлланасағы хаҡында һөйләне. Берлектәге проекттар буйынса ҡайһы бер мәсьәләләрҙе партнерҙар менән тикшерергә кәрәк. Ә минең иһә Чехия компаниялары вәкилдәре менән осрашаһым бар ине. “Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшы” тигән әйтемде иҫтә тотоп, сәфәргә бергә сығырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Бер нисә көн үткәс, Мәскәүҙән ҡайтыу менән юлға әҙерләнә башланым.

Беренсе көн:
Вена – асыҡ һауалағы музей һәм сәнәғәт үҙәге


Өфө беҙҙе оҙайлы ямғырҙар менән оҙатып ҡалды. Июлдең беренсе декадаһында Венаға килеп еттек. Австрияның баш ҡалаһы, эстафетаны Өфөнән ҡабул иткәндәй, беҙҙе ҡара болоттары, ямғыры һәм бер үк ваҡытта 30 градуслы эҫеһе менән ҡаршыланы. Таксист Йозеф Хубер (такси хеҙмәтенә махсус мобиль сервис аша Мәскәүҙә үк заказ биргәйнек) рус телен ярайһы уҡ яҡшы белә, өҫтәүенә гид та булып сыҡты.
“Швехат” аэропортынан Венаға табан юлда ул беҙгә ысын экскурсия ойошторҙо. Ун алты саҡрымлыҡ оло юл буйындағы биләмә сәнәғәт зонаһын тәшкил итә икән. Бер нисә километр алыҫлыҡтан нефть эшкәртеү заводының ректификация колонналары күренә. Венаға ингән ерҙә генә сүп-сар яндырыу заводы торбалары хасил булды (әйткәндәй, беҙҙең республикала бындай завод әлегә тиклем төҙөлмәгән, шул уҡ ваҡытта Япония, Австрия, Германияның төрлө проекттары тәҡдим ителгәйне. Әммә улар ҡиммәт булыуы, халыҡтың ҡаршы сығыуы арҡаһында тормошҡа ашырылманы. Властың ошоға ихтыяжды аңлауы һәм төрлө проекттарҙың мөмкинлектәрен өйрәнеүе яҡшыға өмөтләндерә). Машина тәҙрәһенән башҡа сәнәғәт биналары, бик күп төҙөлөш майҙансыҡтары бер-береһен алмаштыра торҙо. Үҙебеҙҙең аэропорт юлын иҫкә төшөрҙөм. Юл буйында “Электр заводы” һәм “Ласселсбергер керамикс” компаниялары бар. Сәнәғәт объекттары күп түгел. Производстволарҙы халыҡ йәшәгән биләмәләргә яҡын йәки ошондай биләмәләрҙә үк күпләп урынлаштырыуға бәйле экологик мәсьәләне ҡуҙғатҡас, Йозеф әлеге хәлдең Австрия, хатта тотош Көнбайыш Европа өсөн ябай күренеш булыуын белдерҙе. Экологик талаптар ҡәтғи үтәлгән осраҡта был проблема түгел икән. Австрия бизнесы уларҙы тайпылышһыҙ башҡара. Күҙәтеү һәм контроль органдары ла һәр саҡ уяу.
Беҙ Вена дәүләт операһы эргәһендәге ҙур булмаған отелдә урынлаштыҡ. Ҡаланың үҙәге архитектураһы, бина­лар­ҙың скульптур биҙәлеше, заманса, шул уҡ ваҡытта тарихи интерьерға оҫта яраҡ­лашҡан Вена трамвайҙары һоҡлан­дырмай ҡалманы, әлбиттә. Урамдың машиналар йөрөй торған өлөшө киң түгел. Шуға күрә йәйәүлеләр ҙә, велосипедсылар ҙа үҙҙәрен ярайһы уҡ иркен тоя. Һуңғылары айырыуса күп, әммә улар айырым юлдарҙан ғына йөрөй. Урамдар тар тойолһа ла, ҡала халҡына, күп һанлы туристарға, ҡасаҡ­тарға, автомобилдәргә, трамвайҙарға, автобустарға, хатта атлы экипаждарға урын етә. Ҡала власы тар ғына урамлы тарихи биләмәләрҙе лә һаҡлап ҡалған, үҙәкте лә йәшәү өсөн уңайлы, туристар өсөн ылыҡтырғыс итә алған.
Венала, Берлиндағы кеүек үк, Австрияны фашизмдан азат иткәндә һәләк булған Совет Армияһы яугирҙәренә һәйкәл бар. Ул 1945 йылдың 19 авгусында асылған. Һәйкәл Шварценбергплац майҙанында урынлашҡан. Австриялылар, Союз һәм Варшава договоры ойошмаһы буйынса күптән түгелге күршеләребеҙҙән айырмалы, үҙҙәренең тарихынан ситләшмәй. Мемориал һәр саҡ тәртиптә, ул иң танылған иҫтәлекле урындарҙың береһен тәшкил итә. Беҙ ҙә унда барҙыҡ, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға ихтирамыбыҙҙы белдерҙек.

Икенсе көн:
Чехия – холдингтың
минераль “йөрәге”


Иртәнге сәғәт 6-ла Венанан ҡуҙғалдыҡ. Чехияның Пльзень ҡалаһына дүрт сәғәтлек юл көтә. “Ласселсбергер керамикс” заводының офисы һәм “Rako” коммерция маркаһы аҫтында керамик плитка етештергән предприятиеһы тап шунда урынлашҡан. Был сауҙа тамғаһы 120 йыл элек уйлап табылған. Бер яҡтан ул әүәл-әүәлдән керамик заводтар урынлашҡан Раковник тигән биләмәнең ҡыҫҡа атамаһы булһа, икенсе яҡтан “рако” – Британия музейында һаҡланған Ассирия барелье­фындағы император Ашшурнасирпал II ҡулына тотҡан керамик йәйкә.
Бында завод директоры Роман менән осраштыҡ. Техник үҙенсәлектәр әллә ни ҡыҙыҡ түгел ине, шуға күрә күберәк тирә-яғымды байҡаным. Плитканы һайлау, уның текстураһы, һүрәттәре, форматы – иҫ киткес. Һанлы баҫма технологияһы айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте. Әйткәндәй, ул Өфө заводында ла ҡулланыла.
Иң элек махсус мольбертта һайланған материалдарҙан плитканың күләменә торошло текстура рельефы һалына, мәҫәлән, йылғалағы ваҡ таштан. Артабан сканер уның өс яҫылыҡтағы һүрәтен яһай һәм плиткаға күсерә. Ошо рәүешле төрлө биҙәлештәге (ағас, таш) плитка сығарыла.
Артабан бәләкәй генә Хлумчаны тигән ҡалаға киттек. Холдингтың иң боронғо заводтарының береһе ошо ҡала эргәһендә генә. Уға 140 йылдан ашыу. 20 йыл элек холдинг заводты һатып алған һәм әле уны яңыртыу менән шөғөлләнә. Предприятиела автоматлаштырыу дәрәжәһе бик юғары. Ташыу, төрөү һәм башҡа производство процестарына сәнәғәт роботтары йәлеп ителгән. Әйткәндәй, Өфөләге ошондай уҡ завод уның менән сағыштырғанда байтаҡҡа өҫтөнөрәк һәм замансараҡ. Автоматлаштырыу кимәле үҫә барыуға ҡарамаҫтан, бында 500-ләп кеше эшләй. Логистикаға ҙур иғтибар бирелә. Завод бөтә Көнбайыш Европаны тиерлек хеҙмәтләндерә. Күптән түгел төҙөлгән келәт биналарының майҙаны ғына 30 мең квадрат метрҙан ашыу.
Етештереүҙе ойоштороуҙың экологик аспекттары ла ҡыҙыҡлы. Плитка сығарыу өсөн һыу күп кәрәк. Һыу ярҙамында каолин менән башҡа минераль өҫтәмәләрҙән торған ҡатнашма иретелә һәм артабан унан плитка яһала. Махсус мейестә плитканы киптергәндән һуң, һыуҙың 80 проценты тиерлек быуға әйләнә. Һыуға ихтыяж ҙур булыу арҡаһында сәнәғәт предприятиеһының эшкәртеүҙән ҡалған һыуҙары юҡ. Хатта ямғыр һыуы ла резервуарға йыйыла һәм етештереү барышында файҙаланыла. Һауаға зарарлы матдәләр сығарылмай тиерлек. Производство биналары фильтрҙар менән йыһаз­ландырылған. Уның аша үткән ваҡ туҙан фракцияһы етештереүҙә ҡайтанан ҡулланыла. Торлаҡ йорттар заводтан бер саҡрым алыҫлыҡта ғына. Урындағы халыҡты был әллә ни борсомай ҙа кеүек.
Сәфәребеҙҙең киләһе пункты – Казнеев ҡалаһындағы (Чехия) карьер. Ул холдинг заводтарын ғына түгел, башҡа байтаҡ төҙөлөш компанияларын да сеймал менән тәьмин итә. Карьерҙа керамик плитканың төп компоненты булған каолин, ҡыр шпаты, ҡырсынташ, ҡом сығарыла. Карьер тиҫтәләрсә йылдар дауамында эшкәртелә. Эргәлә генә, 400-500 метр алыҫлыҡта, торлаҡ йорт урынлашҡан. Был бер ҙә ғәжәп түгел, сөнки Евросоюзда ярайһы уҡ ҡәтғи талаптар ҡуйған берҙәм экология ҡануниәте эш итә.
Кискә ҡарай Пльзенгә ҡайттыҡ. Ул – Чехияла ҙурлығы буйынса дүртенсе ҡала. 700 йыл элек нигеҙ һалынған ҡалала 170 мең самаһы кеше йәшәй. Иҫтәлекле урындарының күбеһе, мәҫәлән, готика стилендәге собор, байҙарҙың йорттары үҙәктә урынлашҡан. Көнсығыш Европа­лағы иң ҙур синагога ла ошонда. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Икенсе донъя һуғышынан һуң унда йөрөүселәр һаны күпкә кәмегән.
Урындағы риүәйәткә ҡарағанда, үҙәктәге йорттарҙың һәр береһендә үҙенә генә хас һыра ҡайнатҡандар. 1842 йылда урындағы халыҡ Бавариянан һыра ҡайнатыусыны саҡырған. Ул иһә “Пилснер Урквелл” тигән тоноҡ һыра рецебын уйлап тапҡан. Шул осорҙан алып Пльзень донъяла иң тәмле һәм популяр тоноҡ һыра етештерелгән ҡалаға әүерелгән. Һырахана аҫтында күбекле эсемлекте һаҡлау өсөн 20 метр тәрәнлектә туғыҙ саҡрымлыҡ ер аҫты галереялары ҡаҙылған.
1799 йылдың декабрендә Пльзендәге йорттарҙың береһендә генералиссимус Александр Васильевич Суворов туҡталған. Мемориаль таҡтаташта “Еңеү килтергән итальян походынан һуң Чехия аша тыуған илгә ҡайтҡанда” тигән яҙыу ҙа бар хатта.

Өсөнсө көн:
Чехия һәм Австрия – сәнәғәт-пастораль пейзаж


Өсөнсө көн иртән Прагалағы бизнес-партнерҙар менән мәсьәләләрҙе хәл иткәс, Чехиялағы Халамки ҡаласығына юлландым. Тап шунда Азамат менән осрашырға һүҙ ҡуйышҡайныҡ.
Халамкиҙа холдингтың тағы ла бер заводы урынлашҡан. Уға 20 йыл самаһы. Сифатлы итальян һәм немец ҡорамалдары менән йыһазландырылған завод “Цемикс” маркаһы аҫтында 40 төрлө ҡоро төҙөлөш ҡатнашмаһы сығара. Кәрәкле сеймал алынған карьер ике километр алыҫлыҡта ғына. Унан минераль сеймал элеватор буйлап етештереү цехтарына килтерелә.
Ҡатнашмалар етештереү өсөн төп элемент – көлһыу төҫтәге цемент. Етештереү барышында экологик талаптарҙы ҡәтғи үтәүгә ҙур баҫым яһала. Етештереү биналары һауала туҙан миҡдарын контролдә тотҡан махсус ҡулайламалар, туҙан тотҡостар менән йыһазландырылған. Бысраҡ сәнәғәт һыуҙары юҡ. Завод биләмәһендәге ямғыр һәм ҡар һыуы резервуарға йыйыла һәм муниципаль канализацияға ебәрелә. Заводтың йәшен иҫәпкә алғанда, туҙандың булмауы аптыратты. Тирә-яҡта йәшеллек. Ҙур производстволар һәм объекттар биләмәһенән айырмалы, бындағы ағас, ҡыуаҡтарға ла туҙан ҡунмаған. Яҡында ғына, 300 метр арауыҡта –торлаҡ йорттар, фермалар. Уларҙың береһендә хатта болан үрсетәләр.
Сәфәребеҙҙең киләһе нөктәһе – Дунай ярында бейек булмаған тауҙар ҡосағында урынлашҡан Пехларн ҡалаһы (Австрия). Түбәнге Австриялағы Вахау тигән ер шарап яһау төбәге булараҡ танылыу яулаған. Бында үҫтерелгән виноград сорттарынан “Рислинг” һәм “Грюнер Вельтринер” шараптары етештерелә. “Ласселсбергер” холдингының штаб-фатиры һәм ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары сығарыу буйынса сираттағы завод тап ошонда. Башта – завод хаҡында. Ул Халамкиҙағынан ҙурыраҡ һәм замансараҡ. Цемент нигеҙендә төрлө ҡатнашмалар етештерә. Ул Пехларндың үҙендә, ауыл хужалығы ерҙәре, фермалар һәм торлаҡ йорттар янында урынлашҡан. Пастораль ауыл пейзажы, виноград баҡсалары менән туҙанлы производствоны берләштереүгә ҡағылышлы һорауыма холдинг етәксеһе һәм милексеһе Йозеф Ласселсбергер әфәнде: “Предприятие Европа экологик стандарттарына ярашлы төҙөлгән, – тип яуапланы. – Шуға күрә туҙан да, башҡа зарарлы матдәләр ҙә, бысраҡ сәнәғәт һыуҙары ла юҡ бында”. Әйткәндәй, баҫыуҙарға, тирә-яҡтағы гүзәл тәбиғәткә ҡараһаң да тап ошондай фекер тыуа.
Бер аҙҙан холдингтың штаб-фатирында Башҡортостандың Әбйәлил районында ла ошондай уҡ завод проектын тормошҡа ашырыуға бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Әйтергә кәрәк: проектты ғәмәлгә ашырыу тураһындағы мәғлүмәтте ҡайһы берәүҙәр ҡабул итмәне, интернет селтәрендә тәнҡитле мәҡәләләр һәм комментарийҙар донъя күрҙе. Шул уҡ ваҡытта проекттың асылына аныҡ төшөнмәйенсә ашығыс фекер йөрөтөү дөрөҫ түгел, минеңсә. Әлеге сығыштарҙың, мәҡәләләрҙең йыш ҡабатланыуы һәм көсөргәнешлелеге, шулай уҡ уларҙы күптәр хуплай тип күрһәтергә маташыу республикала ошондай проекттарҙың тормошҡа ашыуын теләмәгән ниндәйҙер ялланма көстәрҙең эш итеүе хаҡында һөйләй. Сәбәптәрҙең төрлө булыуы ихтимал – конкуренттарҙың аҫтыртын ғәмәлдәре, сәйәси уйындар, шантаж, байығыу. Әммә халыҡтың борсолоуын да иҫәптән төшөрөргә ярамай. Кешеләргә проекттың әһәмиәтен, уның зыянлы булыу-булмауын, быны уларға ниндәй юҫыҡта еткерергә маташыуҙарын, бөтә эштең Евросоюзда билдәләнгән ҡәтғи экологик нормаларға, технологияларға һәм тәжрибәгә таянып башҡарыласағын аңлатырға кәрәк.
Башҡортостан Республикаһында, атап әйткәндә, Әбйәлил районында аҡ цемент нигеҙендә ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары сығарыу буйынса завод асыу күҙаллана. Көлһыу төҫтәге традицион цемент етештереүҙең ҡайһы бер экологик етешһеҙлектәре бар, әлбиттә. Ғөмүмән, цемент производствоһын беҙ ҡараңғы, туҙанлы предприятиелар тип ҡабул итәбеҙ, сөнки беҙҙәге заводтар иҫкергән. Әле көлһыу, шулай уҡ аҡ цемент өсөн заманса етештереү базаһында бөтөнләй икенсе технологик ҡарарҙар ҡабул ителә. Төҙөлөш ҡатнашмалары өсөн нигеҙ ҡоро ысул менән яһаласаҡ. Төп сеймал – эзбизташ, каолин, кварц ҡомо, икенсе төрлө әйткәндә – дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар.
Азаматтың бындай производствоның зыяны булыу-булмау тураһындағы фекеренә яуап итеп, Йозеф Ласселсбергер: “Ҡатнашмалар химик өҫтәмәләр ҡулланмайынса, инерт минераль сеймал нигеҙендә етештерелә”, – тине. Инерт – тимәк, һыу һәм һауа менән ҡушылғанда ниндәй ҙә булһа реакция тыуҙырмай. Ысынлап та, балаһын ҡомло майҙансыҡҡа уйнарға сығарғанда ата-әсә: “Сабыйым зарарлы быуҙан йәки ҡомдан ағыуланып ҡуймаһын”, – тип борсолмаһа ла була. Эзбизташ менән каолин тап ошо категорияға ҡарай. Өҫтәүенә, тәҡдим ителгән технологияла ағыулы сәнәғәт һыуҙары, зарарлы матдәләр ҡулланылмай. Әлеге сәфәр барышында беҙ Чехия һәм Австрия проекттарын тормошҡа ашырыу тәжрибәһен өйрәндек. Улар экологик яҡтан зыянһыҙлығы, уңышлылығы менән отошло.

Дүртенсе көн:
Һаумы, Өфө!


“Ласселсбергер” холдингы предприятиелары буйлап өс көнлөк сәфәр тамам. Беҙ Пехларнды ҡалдырып, Мәскәү аша Өфөгә ҡайттыҡ. Был юлы баш ҡала беҙҙе “Барыһы ла яҡшы буласаҡ!” тигәндәй, ҡояшлы аяҙ көнө менән ҡаршыланы. “Ласселсбергер” компанияһы тәҡдим иткән берлектәге проекттарға ҡағылышлы һорауға ла ыңғай яуап биреү теләге тыуҙы. Европа бизнесы тәжрибәһен, уның юғары корпоратив һәм экологик стандарттарын өйрәнергә кәрәк. Бындай мөмкинлек бик һирәк тыуа.
Экологияға килгәндә. Сәнәғәт инфра­структураһы тығыҙ, тәбиғәтте һаҡлау нормалары юғары булған шул уҡ Австрияның миҫалы өлгө булырлыҡ. Беҙҙең экология ҡануниәте йыш ҡына ҡәтғиерәк тә. Производствоны проектлау, төҙөү, уның эшмәкәрлеген ойоштороу барышында ҡануниәттең үтәлешен тәьмин итеү – дәүләттең бурысы. Республиканы үҫте­реүгә күпләп аҡса йүнәлткән Австрия инвесторы, тәбиғәтте һаҡлау нормаларын үтәмәйенсә, ҡыйын хәлдә ҡалырға итә тигән фекер, кәмендә, нигеҙһеҙ. Шуға күрә мәҡәләнең атамаһындағы өтөрҙө “үҫте­рергә” тигән һүҙҙән һуң ҡуйырға кәрәк!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 703