Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡаланы маҡта ла, ауылда тор
Ҡаланы маҡта ла, ауылда тор Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда “Хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына һәм ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫешенә дәүләт ярҙамы” III Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә Рәсәйҙең 60-ҡа яҡын төбәгенән 400-ҙән ашыу вәкил ҡатнашты. Улар тәүге көндә Илеш, Дүртөйлө, Бүздәк райондары ауылдары менән танышһа, иртәгәһенә Өфөлә Конгресс-холда ойошторолған пленар ултырышта ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше программаһын тикшерҙе.

– Башҡортостан “2014 – 2017 йылдарҙа һәм 2020 йылдарға ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу өҫтөндә әүҙем эш алып бара, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, ултырышты асып. – Ауыл халҡы республикала йәшәгән бар халыҡтың 38 процентын тәшкил итә, беҙҙең ауыл хужалығы төрлө тауар етештереүе менән киң билдәле.
Премьер-министр билдәләүенсә, ауыл биләмәләре тотороҡло үҫешһен өсөн республика ҡаҙнаһынан байтаҡ аҡса бүленә, бынан тыш федераль субсидиялар ҙа бар. Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа ауылдарға газ үткәрелә, улар сифатлы һыу менән тәьмин ителә, шуға ла ауыл ерен үҙ итеүселәр һаны арта. Әлбиттә, был тәңгәлдә республика Хөкүмәтенең тырышлығы бөгөн Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә өлгө булып тора.
Федераль маҡсатлы программаны тормошҡа ашырыу башланғандан алып республиканың 23 районында 170 километр самаһы газ үткәргес һалынған, 28 районда иһә 390 километр тирәһе һыу үткәргес сафҡа индерелгән. Биш район халҡы бөгөн 12 фельдшер-акушерлыҡ пункты менән файҙалана. 159 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа инеп, 1827 ғаилә ошо мөһим мәсьәләне хәл итеүгә өлгәшкән. Быйыл 456 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алһа, 2020 йылда уларҙың һаны өс меңгә етәсәк.
Былтырғы йомғаҡтар буйынса, республика фермерҙары игендән, көнбағыштан, шәкәр сөгөлдөрөнән, йәшелсәнән мул уңыш алыуға ирешкән. Ит, һөт етештереүҙә лә юғары күрһәткестәр күҙәтелә. Бөгөн республика фермерҙары продукция етештереү күләме буйынса Рәсәйҙә 11-се, ә Волга буйы федераль округында 4-се урынды биләй. Башҡортостанда 610 мең шәхси хужалыҡ теркәлгән һәм күпләп ауыл хужалығы тауары етештерелә.
– “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” маҡсатлы программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла, был тәңгәлдә эш дауам итәсәк. Өс йылға ҡәҙәр бюджет сығымдары һалынған, был бөтә төбәктәр, райондар, ауыл биләмә­ләре өсөн бик мөһим, – тине Рәсәй Феде­рацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Ауыл биләмәләре үҫеше департаменты директоры Владимир Свеженец. – Әле көнүҙәк мәсьәлә – йәштәр ауылды һайлап, шунда ғаилә ҡорһон ине. Төйәген ташлап ҡалаға китмәй, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, тыуған яғында эшмәкәрлек алып барһындар. Ауыл йәшәһә, төбәктәр ҙә үҫешәсәк бит.
Владимир Свеженец үҙ сиратында ауылда эш башлаусыларға дәүләт тарафынан һәр яҡлап ярҙам һәм яҡлау буласағын белдерҙе.
Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, кәңәшмәлә сығыш яһап, “Ауылды социаль үҫтереү” программаһы сиктәрендә республикала 2016 йылда 1,2 миллиард һум аҡса үҙләштерелеп, шуның яртыһы республика, ҡалған яртыһы иһә федераль бюджеттан бүленеүен билдәләне.
– Быйыл 1,9 миллиард һум аҡса ҡаралған. Туғыҙ йүнәлештең етеһендә ҡатнашасаҡбыҙ. Киләһе йыл тағы бер йүнәлеште һайлаясаҡбыҙ, ул ауыл мәҙәниәт йорттарына ҡағыласаҡ, – тине Илшат Фәзрахманов. – Әле йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләйбеҙ. Ауылда 1,1 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа инә, һәр йортто газ, һыу, юл, электр уты менән тәьмин итеү – бө­гөнгө бурысыбыҙ. Ауыл халҡы ҡаланыҡы­нан кәм шарттарҙа йәшәргә тейеш түгел.


Автор: Самат ҒӘЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә