Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда “Хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына һәм ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫешенә дәүләт ярҙамы” III Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә Рәсәйҙең 60-ҡа яҡын төбәгенән 400-ҙән ашыу вәкил ҡатнашты. Улар тәүге көндә Илеш, Дүртөйлө, Бүздәк райондары ауылдары менән танышһа, иртәгәһенә Өфөлә Конгресс-холда ойошторолған пленар ултырышта ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше программаһын тикшерҙе.– Башҡортостан “2014 – 2017 йылдарҙа һәм 2020 йылдарға ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу өҫтөндә әүҙем эш алып бара, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, ултырышты асып. – Ауыл халҡы республикала йәшәгән бар халыҡтың 38 процентын тәшкил итә, беҙҙең ауыл хужалығы төрлө тауар етештереүе менән киң билдәле.
Премьер-министр билдәләүенсә, ауыл биләмәләре тотороҡло үҫешһен өсөн республика ҡаҙнаһынан байтаҡ аҡса бүленә, бынан тыш федераль субсидиялар ҙа бар. Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа ауылдарға газ үткәрелә, улар сифатлы һыу менән тәьмин ителә, шуға ла ауыл ерен үҙ итеүселәр һаны арта. Әлбиттә, был тәңгәлдә республика Хөкүмәтенең тырышлығы бөгөн Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә өлгө булып тора.
Федераль маҡсатлы программаны тормошҡа ашырыу башланғандан алып республиканың 23 районында 170 километр самаһы газ үткәргес һалынған, 28 районда иһә 390 километр тирәһе һыу үткәргес сафҡа индерелгән. Биш район халҡы бөгөн 12 фельдшер-акушерлыҡ пункты менән файҙалана. 159 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа инеп, 1827 ғаилә ошо мөһим мәсьәләне хәл итеүгә өлгәшкән. Быйыл 456 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алһа, 2020 йылда уларҙың һаны өс меңгә етәсәк.
Былтырғы йомғаҡтар буйынса, республика фермерҙары игендән, көнбағыштан, шәкәр сөгөлдөрөнән, йәшелсәнән мул уңыш алыуға ирешкән. Ит, һөт етештереүҙә лә юғары күрһәткестәр күҙәтелә. Бөгөн республика фермерҙары продукция етештереү күләме буйынса Рәсәйҙә 11-се, ә Волга буйы федераль округында 4-се урынды биләй. Башҡортостанда 610 мең шәхси хужалыҡ теркәлгән һәм күпләп ауыл хужалығы тауары етештерелә.
– “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” маҡсатлы программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла, был тәңгәлдә эш дауам итәсәк. Өс йылға ҡәҙәр бюджет сығымдары һалынған, был бөтә төбәктәр, райондар, ауыл биләмәләре өсөн бик мөһим, – тине Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Ауыл биләмәләре үҫеше департаменты директоры Владимир Свеженец. – Әле көнүҙәк мәсьәлә – йәштәр ауылды һайлап, шунда ғаилә ҡорһон ине. Төйәген ташлап ҡалаға китмәй, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, тыуған яғында эшмәкәрлек алып барһындар. Ауыл йәшәһә, төбәктәр ҙә үҫешәсәк бит.
Владимир Свеженец үҙ сиратында ауылда эш башлаусыларға дәүләт тарафынан һәр яҡлап ярҙам һәм яҡлау буласағын белдерҙе.
Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, кәңәшмәлә сығыш яһап, “Ауылды социаль үҫтереү” программаһы сиктәрендә республикала 2016 йылда 1,2 миллиард һум аҡса үҙләштерелеп, шуның яртыһы республика, ҡалған яртыһы иһә федераль бюджеттан бүленеүен билдәләне.
– Быйыл 1,9 миллиард һум аҡса ҡаралған. Туғыҙ йүнәлештең етеһендә ҡатнашасаҡбыҙ. Киләһе йыл тағы бер йүнәлеште һайлаясаҡбыҙ, ул ауыл мәҙәниәт йорттарына ҡағыласаҡ, – тине Илшат Фәзрахманов. – Әле йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләйбеҙ. Ауылда 1,1 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа инә, һәр йортто газ, һыу, юл, электр уты менән тәьмин итеү – бөгөнгө бурысыбыҙ. Ауыл халҡы ҡаланыҡынан кәм шарттарҙа йәшәргә тейеш түгел.