Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Кемдең ашы тәмле? Мөслимәнеке!
Кемдең ашы тәмле? Мөслимәнеке!Ауыл хужалығы һәм эшҡыуарлыҡ. Бөгөн теләһә ҡайһы төбәктең үҫешен, иҡтисади тотороҡлолоғон башлыса ошо ике тармаҡ билдәләй. 90-сы йылдарҙа илдә колхоз һәм совхоздарҙы “килемһеҙ” мөһөрө һуғып юҡҡа сығарыу башланғас, беҙҙә, киреһенсә, нисек тә һаҡлап ҡалыу яйын күрҙеләр. Һөҙөмтәлә бөгөн ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ төбәк үҫешенә тос өлөш индергән тармаҡтарҙың береһе һанала. Әлбиттә, республика кимәлендәге ярҙамды ла билдәләмәй ярамай. Хөкүмәттең тотош системаны нығытыуға көйләнгән сәйәси аҙымы иғтибарға лайыҡ.


Ҡыйғы районы ла был йәһәттән иҫкәрмә түгел. Төбәктә эшҡыуарҙарға ла, ауыл хужалығы предприятиеларына ла ҡолас йәйеп эшләрлек мөмкинлектәр бар. Мөслимә Әлбәева, мәҫәлән, заманында Ҡазан кооператив техникумын тамамлаған. Стәрлебаш районында тыуып үҫһә лә, йүнәлтмә буйынса Ҡыйғы яҡтарына ебәрелә. Егерме йыл дауамында райпола эшләй. Үҙгәртеп ҡороу осоронда көсөн һынап ҡарамаҡсы була – үҙаллы эшләй башлай. Тәүҙә алып-һатыу тарма­ғын үҙләштерә – бәләкәй генә киоскыһында аҙыҡ-түлек һата. Тора-бара бизнесын киңәйтеп ебәрә, ҙур ғына магазин аса. Әммә бизнес бер урында ғына тапанған­дарҙы яратмай. Мөслимә Әбдрәхим ҡыҙы ла 2011 йылда “Ҡыйғыр” ҡунаҡханаһы базаһында эшләп килгән кафены һатып ала. Ә бер йылдан ҡунаҡхананың үҙен дә арендалай.
– Йүнселлеккә йөрьәт итеү ауыр булманымы? – тип һорайбыҙ Мөслимә ханымдан.
– Эштең ауыры, еңеле юҡ. Иң мөһиме – яуаплылыҡ. Бөгөн район үҙәгендә барлығы 15 кафе бар. Тәү ҡарашҡа 15 конкурент тигән һүҙ. Ә бит төптән уйлап ҡараһаң, уларҙың һәр ҡайһыһы сифаттың, тәртиптең нигеҙен тәшкил итә. Бер-береңдән күреү, өйрәнеү, ниндәйҙер кимәлдә хатта күпкә яҡшыраҡ эшләү һинең ризыҡ­тарыңды ла тәмлерәк һәм сифатлыраҡ итә, — ти ул. Кемдең ашы тәмле? Мөслимәнеке!
— Тимәк, конкуренттар һеҙҙе сәмләндерә генә?
— Сәмләндерә, дәртләндерә һәм яңы үрҙәргә әйҙәй.
Бөгөн “Иҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ике магазины, бер кафеһы бар. Туғыҙ кеше эш менән тәьмин ителгән. Ашнаҡсылар, официанттар барыһы ла тәжрибәле, махсус белемле. Бында бөтә нәмә сифат менән билдәләнә тигәйнек инде. Әлбәеваның кафеһында ризыҡтар экологик йәһәттән таҙа, сифатлы. Йәшелсәне лә үҙҙәре үҫтерәләр.
Эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған Мөслимә Әбдрәхим ҡыҙы. Тормош иптәше Фәнил Рауил улы менән ике балаға ғүмер биргәндәр. Бөгөн ейәнсәрҙәренә яғымлы өләсәй һәм олатай ҙа улар.
Хушлашҡанда геройымдан эшҡыуарлыҡҡа ҡағылышлы проблемалар менән дә ҡыҙыҡһынмай булдыра алманым.
— Сит ил эшҡыуарҙары менән аралашам. Уларҙың эш алымдары һоҡландыра. Мәҫәлән, Ҡытайға инвестиция индерәм тиһәң, улар һине үҙҙәре самолет менән килеп ала. Ә беҙҙә эш башлау өсөн документтарҙы ғына айҙар дауамында теркәйҙәр. Хатта сит ил кешеһенә виза өс ай буйы әҙерләнә. Үҙебеҙҙең йүнселдәр ҙә эш башлағанда ҙур административ кәртә аша үтергә мәжбүр. Бына ошо ҡатмар­лыҡ­тарҙы алып таш­лағанда, эшҡы­уар­лыҡ еңелерәк тын алып ҡалыр ине, — тине ул.



Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА. Район: Ҡыйғы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә