Ауыл хужалығы һәм эшҡыуарлыҡ. Бөгөн теләһә ҡайһы төбәктең үҫешен, иҡтисади тотороҡлолоғон башлыса ошо ике тармаҡ билдәләй. 90-сы йылдарҙа илдә колхоз һәм совхоздарҙы “килемһеҙ” мөһөрө һуғып юҡҡа сығарыу башланғас, беҙҙә, киреһенсә, нисек тә һаҡлап ҡалыу яйын күрҙеләр. Һөҙөмтәлә бөгөн ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ төбәк үҫешенә тос өлөш индергән тармаҡтарҙың береһе һанала. Әлбиттә, республика кимәлендәге ярҙамды ла билдәләмәй ярамай. Хөкүмәттең тотош системаны нығытыуға көйләнгән сәйәси аҙымы иғтибарға лайыҡ. Ҡыйғы районы ла был йәһәттән иҫкәрмә түгел. Төбәктә эшҡыуарҙарға ла, ауыл хужалығы предприятиеларына ла ҡолас йәйеп эшләрлек мөмкинлектәр бар. Мөслимә Әлбәева, мәҫәлән, заманында Ҡазан кооператив техникумын тамамлаған. Стәрлебаш районында тыуып үҫһә лә, йүнәлтмә буйынса Ҡыйғы яҡтарына ебәрелә. Егерме йыл дауамында райпола эшләй. Үҙгәртеп ҡороу осоронда көсөн һынап ҡарамаҡсы була – үҙаллы эшләй башлай. Тәүҙә алып-һатыу тармағын үҙләштерә – бәләкәй генә киоскыһында аҙыҡ-түлек һата. Тора-бара бизнесын киңәйтеп ебәрә, ҙур ғына магазин аса. Әммә бизнес бер урында ғына тапанғандарҙы яратмай. Мөслимә Әбдрәхим ҡыҙы ла 2011 йылда “Ҡыйғыр” ҡунаҡханаһы базаһында эшләп килгән кафены һатып ала. Ә бер йылдан ҡунаҡхананың үҙен дә арендалай.
– Йүнселлеккә йөрьәт итеү ауыр булманымы? – тип һорайбыҙ Мөслимә ханымдан.
– Эштең ауыры, еңеле юҡ. Иң мөһиме – яуаплылыҡ. Бөгөн район үҙәгендә барлығы 15 кафе бар. Тәү ҡарашҡа 15 конкурент тигән һүҙ. Ә бит төптән уйлап ҡараһаң, уларҙың һәр ҡайһыһы сифаттың, тәртиптең нигеҙен тәшкил итә. Бер-береңдән күреү, өйрәнеү, ниндәйҙер кимәлдә хатта күпкә яҡшыраҡ эшләү һинең ризыҡтарыңды ла тәмлерәк һәм сифатлыраҡ итә, — ти ул.
— Тимәк, конкуренттар һеҙҙе сәмләндерә генә?
— Сәмләндерә, дәртләндерә һәм яңы үрҙәргә әйҙәй.
Бөгөн “Иҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ике магазины, бер кафеһы бар. Туғыҙ кеше эш менән тәьмин ителгән. Ашнаҡсылар, официанттар барыһы ла тәжрибәле, махсус белемле. Бында бөтә нәмә сифат менән билдәләнә тигәйнек инде. Әлбәеваның кафеһында ризыҡтар экологик йәһәттән таҙа, сифатлы. Йәшелсәне лә үҙҙәре үҫтерәләр.
Эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған Мөслимә Әбдрәхим ҡыҙы. Тормош иптәше Фәнил Рауил улы менән ике балаға ғүмер биргәндәр. Бөгөн ейәнсәрҙәренә яғымлы өләсәй һәм олатай ҙа улар.
Хушлашҡанда геройымдан эшҡыуарлыҡҡа ҡағылышлы проблемалар менән дә ҡыҙыҡһынмай булдыра алманым.
— Сит ил эшҡыуарҙары менән аралашам. Уларҙың эш алымдары һоҡландыра. Мәҫәлән, Ҡытайға инвестиция индерәм тиһәң, улар һине үҙҙәре самолет менән килеп ала. Ә беҙҙә эш башлау өсөн документтарҙы ғына айҙар дауамында теркәйҙәр. Хатта сит ил кешеһенә виза өс ай буйы әҙерләнә. Үҙебеҙҙең йүнселдәр ҙә эш башлағанда ҙур административ кәртә аша үтергә мәжбүр. Бына ошо ҡатмарлыҡтарҙы алып ташлағанда, эшҡыуарлыҡ еңелерәк тын алып ҡалыр ине, — тине ул.