Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Мал аҙығы әҙерләүгә ямғыр ҡамасаулаймы? Яңы ысул ҡуллан
Билдәле булыуынса, ауыл хужалығында үлән, ҡуҙаҡлы, башаҡлы культураларҙан сенаж, силос әҙерләү элек-электән киң ҡулланыла. Бер яҡтан, был ысулдарҙы файҙаланғанда юғалтыуҙар аҙ була, аҙыҡтың туҡлыҡлылығы ла яҡшыраҡ һаҡлана. Ләкин әҙерләгәнең ағыуға әйләнмәһен, файҙалы матдәләр яҡшыраҡ һаҡланһын өсөн технологияларҙы теүәл үтәү мөһим.
Әйтәйек, силос әҙерләгәндә сеймалдың дымлылығы 70–75 процентҡа тиклем рөхсәт ителһә, сенаж етештергәндә ул 45–50-нән артмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, үләнде тейешенсә ваҡлау (дымлыраҡ булған һайын эрерәк итеп – биш-алты сантиметрға тиклем), тығыҙлау, консервация өсөн химик һәм биологик әсеткестәрҙе дөрөҫ ҡулланыу һ.б. кәрәк.
Был ике аҙыҡ төрөн етештергәндә өҫтөнлөк, әлбиттә, сенажға бирелә, сөнки уны теләһә ниндәй үләндән дә эшләргә була, үҙендә туҡлыҡлы матдәләр яҡшыраҡ һаҡлана. Иң мөһиме – шәкәр юғары – 60–70 процентҡа тиклем етә. Шулай итеп, биологик сифаты буйынса сенаж силостан өҫтөнөрәк. Өҫтәүенә протеинға бай кәзә үләне, клевер, люцерна кеүек үләндәрҙән юғары сифатлы бесән, силос әҙерләп булмай. Ә бына уларҙы сенаж итеп эшләгәндә, шәп мал аҙығы килеп сығасаҡ. Ләкин... Бөтә бәлә шунда: был төр мал аҙығын үләнде ныҡ ҡына киптереп (45–50 процент дымлылыҡҡа тиклем) әҙерләргә кәрәк. Әммә, билдәле булыуынса, һауа шарттары беҙгә гел генә йөҙ менән боролоп тормай: йә ҡоролоғо менән ҡаҡшата, быйыл иһә ямғыр йөҙәтә. Бына ошондай шарттарҙа сенаж өсөн үләнде нисек һулытырға, бер аҙ киптерергә мөмкин? Ғәмәлдә бер нисек тә тейешле кимәлгә еткереп елләтеп булмай. Һөҙөмтәлә малды сенажһыҙ ҡалдырырғамы ни? Баҡтиһәң, сит илдәрҙә, Рәсәйҙең дә күп кенә хужалыҡтарында сенажды алмаштырған яңы төр мал аҙығы әҙерләүгә күсәләр икән. Быйылғы кеүек яуынлы, ара-тирә генә ҡояш йылмайған йылда был ифрат ҡулайлы. Һулыған үләндән эшләнгән силос (провяленый силос) тип атала ул.
Был төр мал аҙығын әҙерләү технологияһы силос менән сенаждыҡы кеүек үк. Тик күп йыллыҡ үләндәрҙең дымлылығы 60–65 проценттан артмаҫҡа, ҡоро матдә 35–40 процент самаһы тәшкил итергә тейеш. Ошондай шарт тыуҙырылған хәлдә, һөт кислотаһы бактерияларының үрсеүенә юл асыла, һәм әүҙем рәүештә әсеү процесы башлана. Бында кислород булырға тейеш түгел (анаэроб ысул). Һөҙөмтәгә йәшел массаны даими рәүештә ауыр трактор менән тапап, тығыҙлап тороп өлгәшелә. Ошо талаптар үтәлгәндә зарарлы бактериялар һәләк була, һәм мал аҙығы боҙолмай, туҡлыҡлы матдәләре оҙаҡ ваҡыт һаҡлана.
Йәнә шуны билдәләргә кәрәк: һөт кислотаһы бактериялары ярҙамында консервациялау өсөн силосҡа тигән сеймалда шәкәрҙең дә булыуы мөһим. Баҡтиһәң, үләнде һулытыу үҙе үк ундағы шәкәр концентрацияһын арттырыуға килтерә икән. Силос дөрөҫ әсеһен тиһәң, йәшел массала шәкәр өс проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш. Ә һулыған үләндә ул 3,9 процентҡа етә.
Ә инде ҡуҙаҡлы культураларҙы елләтеп силослауға килгәндә, уларҙағы шәкәр миҡдарын тейешле кимәлгә еткереү өсөн бер тонна йәшел массаға биш-алты килограмм крахмал шәрбәте ҡушырға мөмкин.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: силос әҙерләй торған массаның дымлылығы 60–65 проценттан ашмаҫҡа тейеш. Кире осраҡ үҫемлек һутының, уның менән бергә туҡлыҡлы матдәләрҙең күпләп юғалыуына килтерә. Ә дымлылыҡ 60 проценттан кәм икән, масса насар тығыҙланасаҡ. Һулыған үләндең силос әҙерләгәндә әсеү процесын химик һәм биологик әсетмәләр ярҙамында тиҙләтеп була.
Үләнде, тиҙерәк кипһен өсөн, йәйеп сабыу отошлораҡ. Шулай иткәндә, күп йыллыҡтар 3–15 сәғәт арауығында тейешле дымлылыҡҡа (60%) тиклем елләй. Бынан тыш, ротор, үләнде иҙеп сапҡан сапҡыстар файҙаланғанда, силос өсөн сеймал күпкә тиҙерәк кибә.
Ошо талаптарҙы теүәл үтәгәндә, ҡатмарлы һауа шарттарында ла үҙҡиммәте түбән, юғары сифатлы, туҡлыҡлы матдәләргә бай мал аҙығы әҙерләп була. Һулыған үләндән яһалған силостың төп өҫтөнлөгө бына шул.


Автор: Вәкил ШИРӘЕВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә