Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҫтерәйек борсаҡ...
Үҫтерәйек борсаҡ...Һуңғы осорҙа ҡуҙаҡлы культуралар хаҡында йыш һөйләйҙәр. Мәҫәлән, 2016 йыл Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан Халыҡ-ара ҡуҙаҡлы культуралар йылы тип иғлан ителгәйне. Уның төп маҡсаты – был төр йәшелсәнең организм өсөн ҙур әһәмиәтен, файҙаһын халыҡҡа аңлатыу, иғтибарҙы арттырыу.
Мәғлүм булыуынса, фасоль, борсаҡ, нут, яҫмыҡ кеүек культуралар файҙалы аминокислоталарға һәм үҫемлек аҡһымына бай. Уларҙы һимереүгә ҡаршы аҙыҡ рационында ҡулланыу тәҡдим ителә. Шулай уҡ ҡуҙаҡлы культуралар яман шеш, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау процесына ыңғай йоғонто яһай. Йәнә хайуандарға үҫемлек аҡһымы өсөн сығанаҡ та булып тора, ерҙең уңдырышлылығын арттыра. Ҡуҙаҡлылар йылы ошо төр үҫемлектәр майҙанын күбәйтеүгә лә этәргес биргән.
Сәсеү урындарының артыуына ҡуҙаҡ­лыларға баҙарҙа ихтыяждың үҫә, сауҙа хаҡының ҡыйбатлана барыуы ла сәбәпсе.
Әйткәндәй, һуңғы осорҙа ер эшсәндәренең уңышы йылдан-йыл ҡыуандыра. Былтыр, мәҫәлән, бойҙай 18 процентҡа (61, 8 миллион тоннанан 73 миллион тоннаға) күберәк йыйылды. Ә арыш менән ҡарабойҙай унан да арттырып, 25 – 30 процент самаһына үҫте. Сөгөлдөр менән сорго 50 процентҡа күтәрелде. Әммә улар араһында ҡуҙаҡлылар уңышы буйынса күрһәткес айырыуса юғары.
Әлбиттә, аграр тармаҡта йыл уңышлы килгән осорҙа ла бөтәһе лә шыма ғына бармауы бәхәсһеҙ. Теге йәки был культура буйынса уңыш хаҡында һөйләгәндә, әллә ни яҡшы һөҙөмтә бирмәгәндәре хаҡында ла иҫтән сығарырға ярамай. Һыра һәм арпа ярмаһы етештереү өсөн төп ингредиент һаналған арпа былтыр ни бары 17,9 миллион тонна йыйылған. Ә 2014 йылда – 20,5 миллион, 1990 йылда 27,2 миллион тонна уңыш алынған.
Күрһәткестең кәмей барыуының сәбәбе нимәлә һуң? Һыра һемергәндәр һәм һаулыҡҡа насар тәьҫир иткән эсемлектәр менән мауыҡҡандар һаны кәмегәнме? Белгестәр әйтеүенсә, бында сәрхүштәрҙең бер ғәйебе лә юҡ. Ысынбарлыҡта Рәсәйҙә етештерелгән арпаның дүрттән өс өлөшө мал аҙығына оҙатыла. Ул – иң сифатлыларҙың береһе. Нимә тиһәк тә, баҫыуҙар сикһеҙ түгел, өҫтәүенә һуңғы өс йылда арпа сәсеүлектәре һиҙелерлек кәмегән. Етен менән һарымһаҡ та бер урында “тапана”. Башлы һуған, ҡабаҡ, рапс майҙандары ла аҙайған.
Былтыр ҡуҙаҡлы культуралар ҙур уңыш менән ҡыуандырҙы. Дүрт йыл элек кенә ни бары дүрт миллион тонна самаһы борсаҡ, яҫмыҡ, соя йыйһаҡ, былтыр алты миллион тоннанан ашыу борсаҡ алып, донъяла был юҫыҡта лайыҡлы рәүештә өсөнсө урынды биләйбеҙ. Ә яҫмыҡтан – унынсылабыҙ. Соя буйынса хатта Совет осорондағы иң яҡшы күрһәткестән биш тапҡырға арттырҙыҡ.
Әлбиттә, бәғзеләр былтыр йыл уңай килде тип әйтер. Әммә сәбәп унда ғына түгел. Әйтәйек, 2015 йыл әллә ни ҡыуандырманы, шулай ҙа был ҡуҙаҡлыларға булған мөхәббәтте үҙгәртә алманы. Крәҫтиән бойҙай, кукуруз, бәрәңгене, сөгөлдөрҙө күп йыйҙы.
Ҡуҙаҡлылар темаһы айырыуса иғтибарға лайыҡ. Был төр культуралар өсөн 2011 йыл һынылыш осоро булды – бер йылда ике тапҡырҙан күберәк уңыш алынды ( 1,37 миллион тоннанан 2,45 миллион тоннағаса). Сояны һанамай ғына әле, сөнки уның бүленеше башҡа. Һуңғы биш йылда уны етештереү иһә өс тапҡырға артып, былтыр 3,14 миллион тоннаға еткән. Әлбиттә, ер эшсәндәре башҡа төр культураларҙы ла онотмай. Шул уҡ борсаҡ халыҡ араһында әүәлгесә үтә данлыҡлы. Ауырлығы буйынса иҫәпкә алғанда, уны ҡарабойҙайҙан ике тапҡырға күберәк файҙала­налар, шул уҡ күләмдә кишерҙе, һуғанды ҡулланалар. Әйткәндәй, ҡуҙаҡлылар һуғандан да, кишерҙән дә ике-өс мәртәбәгә туҡлыҡ­лы­раҡ, йәғни халыҡ уларҙы шаҡтай күп ҡуллана.
Ҡуҙаҡлыларҙан былтыр борсаҡ ике миллион тоннанан күберәк йыйылған. Был аҙ түгел, донъялағы иң яҡшы рекорд кимәленә тиң. Уны йылдан-йыл күберәк алыуыбыҙ – ҡыуаныслы күренеш. Мәҫәлән, 1999 йылда илдә ҡуҙаҡлылар былтырғыға ҡарағанда 2,7 тапҡырға аҙыраҡ йыйылған. Ул саҡта көскә 900 мең тонна уңыш келәткә һалынған. Борсаҡ ул йылдарҙа ни бары 597 мең тонна булһа, соя – 300 мең тонна. Хәҙер иһә соя етештереүҙе 12 тапҡырға арттырғанбыҙ.
Эксперттар билдәләүенсә, ҡуҙаҡлылар сәселгән майҙандың биштән дүрт өлөшө борсаҡҡа тура килә. Әйткәндәй, йылдан-йыл был культура үҙенең ғәжәп уңышы менән һөйөндөрә. Бары Ростов өлкәһендә генә һуңғы дүрт йылда борсаҡ баҫыуы 40 меңдән 110 мең гектарға етте.
Был сама борсаҡты нимә эшләтәбеҙ һуң? Ҡасандыр унан башлыса он етештерә инек. Шулай уҡ ярмаһы ла сығарылды, әммә уны халыҡ әллә ни һөйһөнөп бөтмәне. Статистика буйынса, Рәсәйҙә файҙаланылған ярманың ни бары дүрт проценты ғына борсаҡҡа тура килә. Һөҙөмтәлә уны саҡ ашламаға оҙатманылар. Көньяҡ райондарҙа үҙен ужым алдынан сәсер булдылар, сөнки унан һуң тупраҡта файҙалы матдәләр ҡала, гектарына 15 – 20 тонна самаһы ашлама эквиваленты бирә. Әйткәндәй, был осраҡта борсаҡ уңышы үҙе өҫтәмә уңыш бирерҙәй культура булараҡ ҡына файҙаланылды, ул башлыса мал-тыуарға аҙыҡ итеп ҡулланылды.
Әлбиттә, ул саҡтан бирле хәл үҙгәрҙе. Нимә генә тимә, борсаҡ аҡһымға бай, яҡшы сорттарында шәкәр, каротин һәм башҡа файҙалы матдәләр күп. Был культура менән малды һыйлау һыйырҙы ҡара ыуылдырыҡ менән туҡландырыуға тиң. Әйткәндәй, борсаҡтың хаҡы ла насар түгел – былтыр уның тоннаһы күмәртә хаҡ менән 20 – 25 мең һум тәшкил итте.
Һуңғы осорҙа бойҙайҙың хаҡы төшөп, ер эшсәндәренең кәйефе кителһә, борсаҡ был йәһәттән ҡыуандыра. Уны кемгә һатырға икән тигән һорау тормай. 2010 йылда Рәсәй борсаҡ үҫтереү буйынса донъя лидеры Канаданы ҡыуып етте. Хәҙер беҙҙең ашлыҡты сит илдәр ҙур теләк менән ала. Мәҫәлән, 2010 йылда 365 мең тонна борсаҡты ситкә оҙатһаҡ, 2011-ҙә был күрһәткес 460 мең тоннаға етте. Ә 2012 йылда – 587 мең тоннаға. Хәҙер экспорт 700 мең тонна тәшкил итә.
Беҙҙең борсаҡты башлыса Һиндостан ала. Рәсәй аграрийҙары үҙебеҙҙең ҡулайлы хаҡ арҡаһында был илгә ашлығын һатҡан Канаданы, Австралияны баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Сифаты йәһәтенән беҙҙеке диңгеҙ аръяғындағы ҡәрҙәшенән ҡайтыш булмауы менән һөйөндөрә. Заман һәм алдынғы илдәр менән йәнәш барыу өсөн селекция эшмәкәрлеге лә онотолмай. “Ямал” һәм “аксайский усатый” тигән сорттар донъя ауыл хужалығы күргәҙмәләрендә бихисап бүләктәргә лайыҡ булды. Күптән түгел Орел Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтында иң яҡшы Европа сорттарын тикшереүҙәр ваҡытында беҙҙекеләрҙең һис ҡайтыш булмауы билдәләнгән. Илебеҙҙең “ фараон”, “спартак”, “таловец” сорттарының уңыш биреүе, төрлө ауырыуҙарға бирешеп бармауы менән сит сорттарҙан өҫтөнлөгө асыҡланған.
Ҡуҙаҡлыларҙан фасоль һәм яҫмыҡтың да һуңғы йылдарҙа бәҫе күтәрелде. Нисек кенә ғәжәп булмаһын, тәүгеһе бығаса Рәсәйҙә бөтөнләй үҫтерелмәне тиерлек. Сәсеүлектәр 2,5 мең гектарҙан артманы, уңыш йылына ни бары өс-биш мең тонна самаһы булды. Әлбиттә, был юҫыҡта, 1920 йылдарҙан фасоль сорттарын өйрәнеү һәм үҙләштереү буйынса бай тәжрибә туплаған ил булараҡ, ғәжәп уңыш менән ҡыуандыра ала инек.
Хәҙер сәсеүлектәр 4,2 мең гектарға етте, ете мең тонна самаһы уңыш алына. Әлбиттә, был да аҙ, сөнки эре хужалыҡтар фасоль етештереү менән шөғөлләнмәй, ул башлыса Краснодар крайында һәм Дағстанда шәхси ихаталарҙа үҫтерелә. Бында гектарынан уртаса 17 – 18 тонна ашлыҡ алыу менән сикләнәләр. Ә Төркиәлә гектарынан 60 – 200 тонна йыйып алалар. Әлегәсә был ил менән Ҡырғыҙстан Рәсәйгә иң күп фасоль оҙатыусылар булды. Беҙ ул культураны йыл һайын 24 мең тонна күләмдә һатып алабыҙ. Бер ҡараһаң, аҡсаға әйләндергәндә йылына 25 миллион доллар аграр импорттың дөйөм күрһәткесендә әллә ни күп түгел һымаҡ. Әммә хәҙер төрөк фасоле беҙгә килмәй. Тимәк, үҙебеҙгә етештереүҙе кинәт арттырыу мөһим.
Яҫмыҡты ла күптән түгел генә “Ҡыҙыл китап”ҡа индерә яҙҙыҡ. 1917 йылға тиклем уны Рәсәйҙең ситкә күпләп һатҡан дәүләттәрҙең береһе булыуын иҫкә төшөрһәк, оят, әлбиттә. Йыл һайын ҡырға дүрт миллион бот, йәки барлыҡ донъялағы яҫмыҡтың 85 процентын экспортҡа оҙатҡанбыҙ. Әммә 1990 йылдар аҙағына сәсеүлектәр майҙаны үтә бәләкәйләнеп, ҙур баҡсасылыҡ ширҡәте самаһы ғына тороп ҡала – ни бары ике мең гектар тирәһе тәшкил итә. Ул йылдарҙан бирле баҫыуҙар күләме дүрт-биш тапҡырға артты. Әммә уңышы менән әллә ни маҡтанып булмай: яҡшы сорттар етешмәй.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй аграрийҙары беҙҙең өсөн экзотик культура һаналған нутты үҫтереүгә етди тотондо. Ул – һарыҡ борсағы. Элек уны башлыса милли аҙыҡ әҙерләү өсөн ҡулланһаҡ, хәҙер, тоннаһы 36 мең һумға еткәс, үҫтереүселәр күбәйҙе. 2011 йылда Рәсәйҙә 150 мең тонна нут йыйып алынһа, былтыр 300 меңгә етте. Уның өстән бер өлөшө экспортҡа оҙатыла.
Был йәһәттән республикала хәлдәр нисек тора һуң? Борсаҡты ни саҡлы үҙ итәбеҙ? Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов үҙ сығышында йыш ҡына беҙҙең климатҡа ярашлы һәм файҙа килте­рерҙәй культураларға өҫтөнлөк биреү мөһимлеге хаҡында иҫкәртә. “Табыш килтермәгән культураны үҫтереүҙән файҙа юҡ, – ти ул. – Мәҫәлән, күп хужалыҡтар өсөн иген баҙар шарттарында килемһеҙ булып ҡала. Предприятие һөҙөмтәле эшләргә тейеш. Тап шуға ла борсаҡ, нут кеүек ҡуҙаҡлы культураларҙы үҫтереүгә етди тотонорға кәрәк. Ведомство был эш менән шөғөлләнгәндәрҙе дәртләндереү йәһәтенән субсидиялар биреүҙе көйләргә йыйына. Юғары һөҙөмтәле культураға эске һәм тышҡы баҙарҙа ла ихтыяж ҙур. Уларға хаҡ төшә ҡалһа, уңышты малсылыҡ тармағына йүнәлтеп, һөт һәм ит етештереп алырға мөмкин. Йәнә ҡуҙаҡлылар тупраҡты ашландырыуға ыңғай тәьҫир итә”.
Республика баҫыуҙарында ла ҡуҙаҡлы культуралар сәсеүлектәре майҙаны арта. Быйыл улар 36 мең гектар майҙанды биләһә, артабан был һанды 170 мең гектарға еткереү көтөлә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704