Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ғаилә министрлығы булырмы?
Бөтәһенә лә өлгөрөргә тырышыуҙан тормош ҡуласаһында зыр әйләнеп, балаларыбыҙға ысын мәғәнәһендә иғтибар бүлеп еткермәйбеҙ. Шуға күрә бөгөн заман үҙе үк алдыбыҙға балалар тәрбиәләү мәсьәләһен көн ҡаҙағына сығарҙы. Үҫеп килгән быуынға нисек дөрөҫ юл күрһәтергә, рухи ҡиммәттәргә өйрәтергә, күңелдәрендә тыуған ергә һөйөү уятырға? Күптән түгел уҙған I республика ата-әсәләр форумында ошо мәсьәләләргә яуап эҙләнде.
Ғаилә проблемалары тотош илебеҙҙә йәмәғәтселек иңенә һалынған. Ләкин, күреүебеҙсә, был ғына етмәй. Бала хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт власы органдарының бер төптән булыуы, балалар, үҫмер­ҙәр проблемаларын иҫкәртеү һәм асыҡлауға йүнәлтелгән эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыу, ата-әсәләрҙе әүҙемләштереү мөһим. Башҡор­тостан Башлығы башланғысы менән ойошторолған форум бына ошоларҙы маҡсат итеп ҡуйҙы һәм республика төбәктәренән йәмәғәт­селек вәкилдәрен йыйҙы.
— Баҙар шарттары ата-әсә менән балалар араһындағы рухи бәйлә­неште ҡаҡшата. Ғаиләне матди яҡ­тан тәьмин итеү өсөн өлкәндәр күп ваҡытын эшкә бүлергә мәжбүр. Өҫтәмә белем биреү, спорт секциялары, түңә­рәктәр түләүлегә әйләнә бара. Ҡайҙа һуғылырға белмәгән бала Интернетҡа әүрәй. Уны виртуаль донъянан йолоп алып, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр ниге­ҙен­дә тәрбиәләү, күңелендә Ватанға ҡарата һөйөү уятыу зарур. Демография мәсьәләһе лә киҫкенләшә. Бөгөн әсәлек, балалыҡ, ғаилә мөнә­сәбәттәре проблемалары Мәғариф, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү министр­лыҡтарына, башҡа ведомстволар ҡарамағына бирел­гән. Беҙгә көн һайын был мәсьә­ләләрҙе хәл итеү менән шөғөл­ләнгән махсус дәүләт структураһы кәрәк. Ғаилә министр­лығын булдырыуға яҡынайҙыҡ, ул балаларҙы уҡытыу, өйрәтеү, тәрбиә­ләү кеүек бурыстарҙы башҡарырға тейеш, – тине йыйында Рөстәм Зәки улы.
Сараның пленар өлөшөндә Рәсәй Президенты ҡарама­ғындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова, Федерация Сове­тының Фән, мәғариф, һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рә­йесе урынба­ҫары Лилиә Ғүмә­рова, “Ғаиләгә социаль ярҙам итеү һәм ғаилә ҡиммәт­тәрен һаҡлау милли ата-әсәләр ассоци­ацияһы” Рәсәй йәмәғәт ойош­маһы директоры Лариса Санатовская сығыш яһаны.
Форум сиктәрендә “Сәләмәт быуын”, “Балаларҙы хоҡуҡи яҡлау”, “Ата-әсәләр тәжрибәһе. Хәҙерге заман ата-әсәләре нимә белергә тейеш?”, “Интернетта балаларҙың медиахәүефһеҙлеге” темалары буйынса аралашыу майҙансыҡтары эшләне.


Автор: Салауат ӘБҮЗӘР.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә