Ғаилә министрлығы булырмы?20.06.2017
Бөтәһенә лә өлгөрөргә тырышыуҙан тормош ҡуласаһында зыр әйләнеп, балаларыбыҙға ысын мәғәнәһендә иғтибар бүлеп еткермәйбеҙ. Шуға күрә бөгөн заман үҙе үк алдыбыҙға балалар тәрбиәләү мәсьәләһен көн ҡаҙағына сығарҙы. Үҫеп килгән быуынға нисек дөрөҫ юл күрһәтергә, рухи ҡиммәттәргә өйрәтергә, күңелдәрендә тыуған ергә һөйөү уятырға? Күптән түгел уҙған I республика ата-әсәләр форумында ошо мәсьәләләргә яуап эҙләнде.
Ғаилә проблемалары тотош илебеҙҙә йәмәғәтселек иңенә һалынған. Ләкин, күреүебеҙсә, был ғына етмәй. Бала хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт власы органдарының бер төптән булыуы, балалар, үҫмерҙәр проблемаларын иҫкәртеү һәм асыҡлауға йүнәлтелгән эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыу, ата-әсәләрҙе әүҙемләштереү мөһим. Башҡортостан Башлығы башланғысы менән ойошторолған форум бына ошоларҙы маҡсат итеп ҡуйҙы һәм республика төбәктәренән йәмәғәтселек вәкилдәрен йыйҙы.
— Баҙар шарттары ата-әсә менән балалар араһындағы рухи бәйләнеште ҡаҡшата. Ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеү өсөн өлкәндәр күп ваҡытын эшкә бүлергә мәжбүр. Өҫтәмә белем биреү, спорт секциялары, түңәрәктәр түләүлегә әйләнә бара. Ҡайҙа һуғылырға белмәгән бала Интернетҡа әүрәй. Уны виртуаль донъянан йолоп алып, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр нигеҙендә тәрбиәләү, күңелендә Ватанға ҡарата һөйөү уятыу зарур. Демография мәсьәләһе лә киҫкенләшә. Бөгөн әсәлек, балалыҡ, ғаилә мөнәсәбәттәре проблемалары Мәғариф, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү министрлыҡтарына, башҡа ведомстволар ҡарамағына бирелгән. Беҙгә көн һайын был мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнгән махсус дәүләт структураһы кәрәк. Ғаилә министрлығын булдырыуға яҡынайҙыҡ, ул балаларҙы уҡытыу, өйрәтеү, тәрбиәләү кеүек бурыстарҙы башҡарырға тейеш, – тине йыйында Рөстәм Зәки улы.
Сараның пленар өлөшөндә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова, Федерация Советының Фән, мәғариф, һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, “Ғаиләгә социаль ярҙам итеү һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау милли ата-әсәләр ассоциацияһы” Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы директоры Лариса Санатовская сығыш яһаны.
Форум сиктәрендә “Сәләмәт быуын”, “Балаларҙы хоҡуҡи яҡлау”, “Ата-әсәләр тәжрибәһе. Хәҙерге заман ата-әсәләре нимә белергә тейеш?”, “Интернетта балаларҙың медиахәүефһеҙлеге” темалары буйынса аралашыу майҙансыҡтары эшләне.