Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Иҡтисад өлкәһендәге ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр
Мексикандар бойҙай эҙләй
Һуңғы осорҙа Америка хакимиәте тарафынан ҡаты һөжүмгә дусар ителгән Мексика баҙарҙа алыш-биреш итеү өсөн яңы дуҫтар эҙләй.
Ошо көндәрҙә илдең ауыл хужалығы министры беҙҙән иген аласағын белдерҙе. Уның урынына мексикандар Рәсәйгә 200 – 400 мең тонна самаһы ит һатырға планлаштыра.


“Пау Тисан”дар килә
Көрсөк һәм һумдың осһоҙланыуы сәбәпле, Рәсәйгә сәйәхәткә килеүселәр ағымы арта. Беҙҙе айырыуса ҡытайҙар үҙ итә. Былтыр Санкт-Петербург һәм “Алтын ҡулса” маршрутына ингән ҡалаларға бығаса күрелмәгән күләмдә туристар ағымы – 1,2 миллион кеше килгән.

Әлбиттә, сәйәхәтселәрҙең күңелен күтәрер өсөн төрлө үҙенсәлекле программалар уйлап табырға тура килә. Мәҫәлән, “Ҡыҙыл Петроградта ҡытай иптәштәр”, “Ҡыҙыл командир Пау Тисан” кеүек турист маршруттары ҡунаҡтарҙың күңелендә матур хәтирә булып ҡалырҙай итеп ойошторолған.
“Ростуризм” мәғлүмәттәре буйынса, былтыр беҙҙең илде күрергә теләгәндәр һаны һигеҙ процентҡа үҫкән. Рәсәйгә бөтәһе 20 миллион турист килгән. Тәүге урында ҡытайҙар булһа, икенселә – финдар (1,05 миллион). Әйткәндәй, төньяҡ баш ҡалаға улар күптән йыш йөрөй. Поляктар – 900 мең, немецтар – 500 мең кеше. Шуныһы ҡыҙыҡ: былтыр Монголиянан 440 мең, АҠШ-тан – 220 мең, Көньяҡ Кореянан 140 мең сәйәхәтсе килгән.


Рәсәйгә нисек барып етергә?
Алыҫ Көнсығышта низағ ҡупты. Сәбәбе – Курил утрауҙары халҡының күптән көткән өмөтө аҡланманы – Кореянан ҡаҙна аҡсаһына һатып алынған “Поларис” теплоходы емерек булып сыҡҡан.

Хәҙер Итуруптан, Кунаширҙан Оло ергә һәм Сахалинға бары вертолетта йәки берҙән-бер теплоходта барып етергә мөмкин. Әлбиттә, һауа транспорты ҡыйбат, бөтә кешенең дә вертолетта осоу мөмкинлеге юҡ. Ә “Игорь Фәрхетдинов” теплоходы юлға һирәк сыға, тап шуға ла пассажирҙарға билеттар етмәй. Өҫтәүенә шторм арҡаһында йыш ҡына рейстар туҡтатыла. Әйткәндәй, судно юлда барлығы 19 сәғәт була, билет хаҡы бер яҡҡа 10 мең һум тора. Йәнә 550 һум порт иғәнәһе лә бар.
Утрауҙа тормош еңелдән түгел. Халыҡты был мәшәҡәттән ҡотҡарыу өсөн 2013 йылда өлкә етәкселеге һауа шарттары насар булғанда ла йөрөй алырлыҡ икенсе судно алыу өсөн 140 миллион һум аҡса таба. Төбәктең Транспорт министрлығы чиновниктары Көньяҡ Кореянан 1968 йылда төҙөлгән “Поларис” теплоходын һатып ала. Яңы килтерелгән транспорттың шунда уҡ двигателе сафтан сыға, ул тиҙҙән ҡабаттан Кореяға оҙатыла. Бында уға экспертиза яһағандан һуң, карап менән һаҡһыҙ эш иткәндәр, уны ҡарамағандар, корпусында етди боҙоҡлоҡ бар тигән һығымтаға килгәндәр. Судноны ремонтлау өсөн тағы өлкә ҡаҙнаһынан 200 миллион һум аҡса тотонолған да инде. Әммә “Поларис” һаман эшләмәй. Хәҙер прокуратура ғәйеплеләрҙе асыҡлау менән шөғөлләнә, әммә Курилда транспорт мәсьәләһе һаман хәл ителмәгән.



Табындарҙа – уҡбалыҡ
Һуңғы йылдарҙа ил хөкүмәте, ниһайәт, балыҡ үрсетеү тармағына иғтибар бирә башланы. Һамар өлкәһендә суртан һәм уҡбалыҡ үрсетеү буйынса яңы дәүләт предприятиеһы сафҡа ебәрелде. Белгестәр, бындай хәлдең 15 йыл буйы күҙәтелгәне юҡ ине, ти.

Волга буйында уҡбалыҡ запасын тергеҙеүгә ныҡлап тотондолар. Бикре (осетр) ғаиләһенә ҡараған был балыҡтың ауырлығы 16 килограмға тиклем етә. Ғәҙәттә, ул күпкә бәләкәйерәк. Өлкәнерәктәре 40 – 60 сантиметр булып, ауырлығы 0,5 – 2 килограмм тарта. Һирәкләп алты-ете килограмлылары ла осрай. Яңы завод Безенчук районындағы Екатериновка ауылында төҙөлгән. Барлыҡ проект документтары һигеҙ йыл элек үк әҙерләнгән. Шулай ҙа төрлө ҡатмарлыҡтар арҡаһында эш тотҡарлана килгән. Предприятие Һарытау һыу һаҡлағысындағы балыҡ запас­тарын һаҡлау һәм тергеҙеү менән шөғөлләнәсәк. Хужалыҡ заманса автоматлаштырылған ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Әлегә бындай ҡеүәтле ойошма бөтә Волга бассейнында юҡ. Ул йылына ике миллион уҡбалыҡ, 3,6 миллион суртан селбәрәһе үрсетеү ҡеүәтенә эйә.


Алтынға тиң быяла
Рәсәй юғары технологиялы быяла етештереү буйынса донъя баҙарының ете процентын биләй. Сеймал оптика өлкәһендә юғары сифатлы телескоптар, микроскоптар һәм фотообъективтар эшләүгә тотонола.

Хәҙерге ҙур телескоптар үтә ҡыйбат тора, һәм уны етештереү күп илдәрҙең хәленән килмәй. Мәҫәлән, ҙур азимуталь телескопҡа алты метрлы көҙгө эшләү өсөн Лыткарин заводында мейестә тәүҙә алты сәғәт буйы быяла әҙерләмәһе ҡойорға, аҙаҡ уны электр мейесендә ике йыл буйы ҡыҙҙырырға кәрәк. Унан һуң көҙгө өҫтөн эшкәртеүгә йыл ярым ваҡыт үтә. Бынан тыш, тағы бихисап үтә мәшәҡәтле операциялар бар. Тап шуға ла бөгөн Германияла телескоптар етештергәндә Рәсәй продукцияһы файҙаланыла.
Беҙҙең оптик быялалар экспортҡа күпләп оҙатыла. Быйыл февралдә Һиндостан менән сираттағы ҙур килешеү төҙөлдө. Мумбай ғилми лабораторияһы Лыткарин заводынан 40 тонна оптик быяла һатып алды, ул радиофармакология өсөн ҡорамалдар эшләүҙә ҡулланыла.


Ҡытайҙар беҙҙең сәйгә ҡыҙыға
Ҡытайҙа үткән Халыҡ-ара сәй күргәҙмәһендә урындағы халыҡ Рәсәй продукцияһы менән ҡыҙыҡһынды. Был яңылыҡ тәү ҡарауға ғәжәп тә тойола – Ҡытай үҙе сәй иле булараҡ билдәле, сөнки бөтә донъя халҡы был эсемлекте ҡулланыу мәҙәниәтен тап уларҙан өйрәнгән.

Бөгөн Ҡытай донъяла сәй етештереү күләменең сиректән күберәк өлөшөн биләй. Унда йәшел, ҡара һәм хатта аҡ, һары сәйҙәр ҙә үҫтерелә. Ә инде Рәсәйҙең күптән түгел Ханчжоу ҡалаһында күргәҙмәлә ҡатнашыуы һәм иғтибарҙы йәлеп итеүе был тармаҡҡа донъя баҙарына сығыу өсөн үҙенсәлекле ваҡиға булды. Бөгөн беҙҙең ил Ҡытайға йылына ни бары 30 тонна сәй һата. Әммә Рәсәй етештереүселәре был ил баҙарын мөһим тип һанай һәм унда юғары сифатлы продукция оҙатырға әҙер.
Әйткәндәй, илдәр араһындағы бәйләнеш нығынғандан-нығый. Былтыр ике аралағы тауар әйләнеше, шаҡтай йыл­дар һүлпәнләнеп торғандан һуң, 11 процентҡа күтә­релгән. Быйыл ғинуар–апрель айҙарында тағы 4,4 про­центҡа күбәйгән.
Беҙҙең сәйҙе ҡытайҙар нилектән оҡшата һуң? Баҡһаң, хуш еҫле эсемлектең экологик йәһәттән таҙа ерҙә үҫеүе һәм традицион технологияларҙы һаҡлау уларҙың күңелен әсир иткән. Бөгөн бындай сәй Краснодар крайының Сочи ҡалаһы янында етештерелә.


Автор: Венер ИСХАКОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 1

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә