Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Баҡсасылар һалымды нисек түләргә тейеш?
Баҡсасылар һалымды нисек түләргә тейеш?Рәсәй Федерацияһы Ер кодексының 65-се статьяһына ярашлы, ерҙе ҡулланыу түләүле булыуын онотмаҫҡа кәрәк. Баҡсасылыҡ ширҡәтендәге ағзалыҡ иғәнәләрен иҫәпләү һәм түләү, шулай уҡ ҡуртым түләүҙәрен йыйыу мәсьәләһе һалым органдарының бурысына кермәй.
Баҡсасылар һәм баҡ­сасылыҡ ширҡәттәре ара­һында мөнәсә­бәттәрҙе 1998 йылдың 15 апрелен­дә ҡабул ителгән “Ком­мерцияға ҡара­маған баҡ­сасылыҡ һәм дача шир­ҡәттәре” федераль законы көйләй. Унда баҡсасылыҡ ойошмаһы ағза­ларының законда һәм ойош­маның уставында ҡаралған ағзалыҡ һәм башҡа төр иғәнәләрҙе түләргә тейешлеге яҙылған.
Әгәр баҡса өсөн ҡул­ланылған ер участкаһы кешенең милке булһа йә ул ғүмерлеккә мираҫ би­ләмәһе һаналһа, уның ху­жаһы ер һалымын һалым органы ебәргән квитанция буйынса түләй.
Граждандың милек һалы­мы түләргә тейешле объекттары иҫәбе­нә баҡ­саһында урынлашҡан кү­сем­һеҙ милке лә инә. 2015 йылдың 1 ғинуа­рынан баҡса эсендәге йорттар торлаҡҡа тиңләш­терелгән, һәм баҡса йорт­тарының 50 квадрат метр майҙаны һалымды һана­ғанда иҫәпкә алынмай. Өй ошонан бәләкәйерәк бул­һа, һалым түләнмәй. Йорт­тоң майҙаны 50 квадрат метрҙан артһа, һалым ошо күләмдән артҡан майҙан өсөн генә һалына. Әгәр кеше милек һалымы буйынса ташламаға хо­ҡуҡлы булһа, ул баҡса йорттары өсөн дә ҡулланыла.
Баҡсасылыҡ ширҡәт­тәре, ойошма булараҡ, милектә булған ер участкалары өсөн һалымды үҙаллы иҫәпләй һәм түләй. Кешенең милек һалымын баҡсасылыҡ ширҡәте кас­саһы аша түләү законда ҡаралмаған.
Ер һәм милек һалым­дары урын­дағы һалым­дарға ҡарай, һәр муниципалитет күләмен һәм таш­лама­ларҙы үҙе билдәләргә хоҡуҡлы. Милек һалымы буйынса ташламаларға хоҡуҡлылар исемлеге ҙур. Уларға Бөйөк Ватан һуғы­шы һәм хеҙмәт ветерандары, инвалидтар, черно­был­селәр, хәрби хеҙмәт­кәрҙәр һәм башҡалар инә. Өфө ҡалаһында шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр, етем һәм ата-әсә ҡара­уынан мәхрүм сабыйҙар, 18 йәшкә тиклемге өс һәм унан күберәк бала­һы булған ата-әсәләр торлаҡҡа һалымдан азат ителгән.
Һалым буйынса ставкалар һәм ташламалар тураһында мәғлүмәтте Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (www.nalog.ru) “Справочная информация о ставках и льготах по имущест­венным налогам” электрон сервисы аша таба алаһығыҙ.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығының
матбуғат хеҙмәте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә