Рәсәй Федерацияһы Ер кодексының 65-се статьяһына ярашлы, ерҙе ҡулланыу түләүле булыуын онотмаҫҡа кәрәк. Баҡсасылыҡ ширҡәтендәге ағзалыҡ иғәнәләрен иҫәпләү һәм түләү, шулай уҡ ҡуртым түләүҙәрен йыйыу мәсьәләһе һалым органдарының бурысына кермәй.Баҡсасылар һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәре араһында мөнәсәбәттәрҙе 1998 йылдың 15 апрелендә ҡабул ителгән “Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ һәм дача ширҡәттәре” федераль законы көйләй. Унда баҡсасылыҡ ойошмаһы ағзаларының законда һәм ойошманың уставында ҡаралған ағзалыҡ һәм башҡа төр иғәнәләрҙе түләргә тейешлеге яҙылған.
Әгәр баҡса өсөн ҡулланылған ер участкаһы кешенең милке булһа йә ул ғүмерлеккә мираҫ биләмәһе һаналһа, уның хужаһы ер һалымын һалым органы ебәргән квитанция буйынса түләй.
Граждандың милек һалымы түләргә тейешле объекттары иҫәбенә баҡсаһында урынлашҡан күсемһеҙ милке лә инә. 2015 йылдың 1 ғинуарынан баҡса эсендәге йорттар торлаҡҡа тиңләштерелгән, һәм баҡса йорттарының 50 квадрат метр майҙаны һалымды һанағанда иҫәпкә алынмай. Өй ошонан бәләкәйерәк булһа, һалым түләнмәй. Йорттоң майҙаны 50 квадрат метрҙан артһа, һалым ошо күләмдән артҡан майҙан өсөн генә һалына. Әгәр кеше милек һалымы буйынса ташламаға хоҡуҡлы булһа, ул баҡса йорттары өсөн дә ҡулланыла.
Баҡсасылыҡ ширҡәттәре, ойошма булараҡ, милектә булған ер участкалары өсөн һалымды үҙаллы иҫәпләй һәм түләй. Кешенең милек һалымын баҡсасылыҡ ширҡәте кассаһы аша түләү законда ҡаралмаған.
Ер һәм милек һалымдары урындағы һалымдарға ҡарай, һәр муниципалитет күләмен һәм ташламаларҙы үҙе билдәләргә хоҡуҡлы. Милек һалымы буйынса ташламаларға хоҡуҡлылар исемлеге ҙур. Уларға Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандары, инвалидтар, чернобылселәр, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм башҡалар инә. Өфө ҡалаһында шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм сабыйҙар, 18 йәшкә тиклемге өс һәм унан күберәк балаһы булған ата-әсәләр торлаҡҡа һалымдан азат ителгән.
Һалым буйынса ставкалар һәм ташламалар тураһында мәғлүмәтте Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (www.nalog.ru) “Справочная информация о ставках и льготах по имущественным налогам” электрон сервисы аша таба алаһығыҙ.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығының
матбуғат хеҙмәте.