Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ялан батырҙары һынатмай
Ялан батырҙары һынатмай Быйыл ҡыш ҡар күп яуҙы, шуға ла ауыл эшсәндәре етерлек күләмдә дымланған ерҙә иген шаулап үҫер, көҙөн уңыш мул һәм тос булыр тип өмөтләнә. Етмәһә, сәсеү эштәре башланыуға тәбиғәт үҙенең йылы ямғыры менән ялан-ҡырҙарҙы, киләһе уңышҡа нигеҙ һалынған баҫыуҙарҙы тағы бер ҡат туйындырҙы. Бөгөн республика хужалыҡтарында һабан эштәренең ҡыҙған мәле, күп урындарҙа сәсеү тамамланыуға ла бара. Краснокама районы игенселәре лә йылдағыса, миҙгел эштәренә бөтөн көсөн һалып, ихлас тотонған.
– Хужалыҡтарҙа барлыҡ техникаға ремонт ваҡытында үткәрелде, орлоҡ та етерлек күләмдә хәстәрләнде, – ти район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Динис Хәмис улы Биков. – Һабанға ҙур ихласлыҡ менән дәррәү тотондо уңғандарыбыҙ. Әле баҫыуҙарҙа көноҙоно эш тынмай. Тәбиғәт тә хеҙмәткә ҡеүәт-дәрт өҫтәгәндәй, сағыу көндәре менән ҡыуандыра, йылы ямғырҙарын да йәлләмәй.

Ысынлап та, ауыл эшсәндәренең кәйефе күтәренке. Киләһе уңышҡа нигеҙ һалыу өсөн бар тырышлығын һала улар. Төбәктең алдынғы хужалыҡтарынан һаналған “Мир” ауыл хужалығы кооперативы баҫыуҙарында ҡыҙыу осор: игенселәр һоло, арпа, борсаҡ, бойҙай сәсеүҙе теүәлләп, бөгөн кукуруз, судан үләне сәсеү менән мәшғүл.
Хужалыҡтың биш меңдән ашыу гектар һөрөнтө ере бар. Быйылғы баҫыу эштәренә дүрт агрегат йәлеп ителгән. Техника паркына иртә яҙҙан уҡ әҙерлек үткәрелгән, шуға әле бер ниндәй тотҡарлыҡтар һиҙелмәй, һәр береһе төҙөк. Парк йыл һайын Рәсәйҙә етештерелгән ҡеүәтле һәм заманса машиналар менән яңыртыла. Мәҫәлән, һуңғы өс йылда йәмғиәт ун миллион һумлыҡ техникаға эйә булған. Был кәмендә ете-һигеҙ яңы трактор, башҡа ауыл хужалығы инвентары тигән һүҙ. Әле “Агратор” тип аталған сәсеү агрегаты һатып алғандар, уның хаҡы 1,2 миллион һум. Шуныһы мөһим: иҫкергән трактор-машиналарҙы, агрегаттарҙы кәрәге сыҡҡан тип ташлап ҡуймайҙар, киреһенсә, ремонтлап, яңынан эшкә ҡушалар.
Ялан батырҙары һынатмай– Яңыһы янына ярап ҡала ул. Һәр нәмәнең ҡәҙерен белергә кәрәк, – ти хужалыҡ рәйесе Геннадий Баймырҙин. – Беҙҙе ашатҡан да, эшле иткән дә шул техника бит.
Баҫыу батырҙары көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителгән. Яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ юҡ. Бынан тыш, минераль ашламалар ҙа тейешле күләмдә әҙерләнгән. Сифатлы орлоҡ мәсьәләһе лә киҫкен тормай. Үҙҙәренән артып ҡалғанын һатып, йәмғиәт ҡаҙнаһын бер аҙ аҡса менән байытҡандар.
– Һауа шарттары боҙолоп, агротехник талаптарға зыян килмәһә, һабан эштәрен тиҙ арала тамамларға ниәтләйбеҙ. Көс тә, дәрт тә етерлек үҙебеҙҙә, – ти көр күңелле ир-ат. Етәкселек сәсеүҙә уңғанлыҡ күрһәткән механизаторҙар Алексей Калиевты, Алексей Шәйҙуллинды, водитель Евгений Иҫәнбаевты һәр яҡлап маҡтап телгә алды.
Хужалыҡта алты ауылдан 45 кеше мәшғүл, хаҡлы ялға сыҡҡандарҙы алмаштырырлыҡ йәштәрҙең күплеге етәкселекте айырыуса һөйөндөрә. Шул уҡ ваҡытта пенсионерҙар ҙа дөйөм хеҙмәттән ситтә ҡалмай. Ҡыш, мәҫәлән, техниканы ремонтлауҙа ихлас ҡатнаша улар. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс, етәкселек тарафынан иғтибар һәм ихтирам булғас, йәштәр һуңғы осорҙа ситкә китергә ашыҡмай. Шәхси ихатаһында мал аҫрағандар һалам, бесән менән бушлай тәьмин ителә, ашлыҡ та бүленә.
– Баш агроном менән мин генә пенсия йәшендәбеҙ, хужалыҡта эшләүселәрҙең уртаса йәше 40-тан артмай, – ти Геннадий Баймырҙин. – Малсылыҡты күҙ уңында тотоп әйтәм. Әллә Себер яҡтарында түләмәй башланылар, һуңғы ваҡытта “оҙон аҡса” эҙләп сит тарафтарға китеүселәр туҡтаны. Ауылда ла хәҙер 15-17 мең һумдан ҡалмайҙар. Себерҙән ай аралаш эшләп, 40 мең һум менән ҡайтыусыларға ҡарағанда, ауылда үҙ йортоңда ғаилә менән йәшәп донъя көткәндәр бәхетлерәк түгелме?
Геннадий Ямырҙа улы оҙаҡ йылдар рәйес булып эшләгәс, һәр ихатаның нисек йәшәүен, хеҙмәткәрҙәренең тын алышын яҡшы аңлай, тоя. Етәксе ауылдың социаль тормошо менән дә хәбәрҙар, ауыл хакимиәте менән яҡшы мөнәсәбәт булдырылған, һәр эште бергә теүәлләргә күнеккәндәр бында.
“Мир” хужалығында 350 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның 80-ен һауалар. Бер тоннанан ашыу әҙер продукцияны “Илешмолоко” һөт заводына оҙаталар. Көтөү йыл һайын тоҡомло йәш таналар менән тулылана, былтыр, мәҫәлән, 43 баш һатып алғандар. Әйткәндәй, яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған, Зинаида Тимербаева был эштә оҫталарҙан һанала. Бөгөн малдар йәйге лагерҙа тотола. Алдынғы малсылар Валентина Субботина, Андрей Иштубаев, зоотехник Олег Тимербаев малсылыҡ тармағын артабан да үҫтереү өсөн бар көсөн һала.
Ялан батырҙары һынатмай– Халыҡ беҙҙә матур йәшәй. Шул ҡәҙәр тырыш, сәмсел үҙҙәре. Яңы йорт һалып сыҡҡандар йылдан-йыл арта бара, һәр ихатала — еңел автомобиль, трактор. Балаларҙың күбәйеүе айырыуса һөйөнөслө. Алмаш үҫә икән, ауыл да гөрләйәсәк, тимәк.
Һәр саҡ алдынғы сафта килгән “Раздолье” ауыл хужалығы баҫыу-ҡырҙа­рында ла эш ҡайнай. Йәмғиәт етәксеһе Зәфил Нурлыев белдереүенсә, һәр йылдағыса яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек ҡыш дауамында барған, һәр техниканың торошо етди тикшереү үткән. Шулай уҡ элиталы орлоҡ та алдан хәстәрләнгән, минераль ашлама һатып алынған. Ауыл эшсәндәре төбәктә тәүгеләрҙән булып һабанға төшөп, әле байтаҡ эш башҡарып та өлгөргән. 2300 гектар тәшкил иткән һөрөнтө ерҙәр тәрбиәле, бер генә буш ятҡан баҫыуҙарҙы осратмаҫһың. Арыш баҫыуҙары ла матур ҡышлаған, ҡабаттан сәсмәйәсәктәр. Бөгөнгә ауыл эшсәндәре 100 гектарҙа һоло, 150 гектарҙа арпа, 600 гектарға яҡын майҙанда яҙғы бойҙай сәскән дә инде. Бынан тыш, кукуруз, бер йыллыҡ үләндәр, борсаҡ, арпа сәсеү бурысы тора.
– Һәр минуттың, сәғәттең ҡәҙерен белергә тырышабыҙ, – ти йәмғиәт рәйесе Зәфил Миңлехан улы. – Егеттәр 10-15 көн эсендә эште теүәлләргә ниәтләй. Бындай уңғандар менән, һис шикһеҙ, барыһын да йырып сығырбыҙ.
Кооператив баҫыуҙарын заманса ауыл хужалығы техникаһы иңләй, ҡеүәтле йөк машиналары игенселәрҙе сифатлы орлоҡ менән тәьмин итә. Баҫыуҙар минераль ашлама менән байытылған. Етәкселек механиза­торҙарҙың эше көйлө, тотҡарлыҡһыҙ барһын өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Көнөнә ике тапҡыр йылы аш ҡаралған, ашнаҡсы Галина Иванованың ихлас күңелдән бешергән ризығын һәр кем яратып ашай. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Әйткәндәй, дәртләндереү саралары ла бар, шуға ла игенселәр һөҙөмтәле һәм, иң мөһиме, сифатлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Һабан батырҙары Эрик Ильясов, Венер Ғәлиуллин, Ринат Сафиуллин, Альберт Әхмәдишин, Александр Беляев көндө төнгә ялғап, ялан-ҡырҙарҙан ҡайтып инмәй.
Малсылыҡта, үҫемлекселектә өс ауылдан барлығы 30-ға яҡын кеше эшләй. Ҡыҙыу миҙгелдә уларҙың һаны бермә-бер арта икән. Хужалыҡҡа эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр бар, әлбиттә. Уларҙың һәр береһен үҙҙәрендә ҡалды­рырға тырыша етәкселек. Йәш ғаилә­ләргә ярҙам күрһәтелә, йорт төҙөргә теләүселәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Кооператив киләсәктә ер участоктары алып, бер нисә йорт та төҙөп ултыртырға хыяллана. Ул осраҡта ауылды йәштәр ҙә ташлап китмәйәсәк. Ғөмүмән, йәштәр проблемаһы бында киҫкен тормай, ололарға алмаш етерлек. Белемле белгестәргә лә ҡытлыҡ һиҙелмәй хужалыҡта. Ферма мөдире Жанат Асырбаев – һәр кемдең яҡын кәңәшсеһе, яҡлаусыһы. Нәҡ уның бөтмөрлөгө һәм уңғанлығы арҡаһында йәмғиәт һөт етештереү буйынса төбәктә алдынғылар иҫәбендә.
600-гә яҡын ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы заманса йыһазлан­ды­рылған фермала тотола, элекке кеүек ҡул көсө малсыларға әллә ни “тәтемәй”, сөнки һөт, һыу үткәргестәр бар, ҡеүәтле һыуытҡыстар урынлаштырылған, заманса ҡорамалдар ҡул көсөн алыштыра. Бында һөтсөлөк фермаларын яңыртыу дауам итә, ҡайһы бер урындарҙа биналарға ремонт талап ителә икән. Көтөү йыл һайын йәш таналар менән тулылана. Былтыр, мәҫәлән, Киров өлкәһенән 32 баш һатып алғандар. Әле 200 баш һыйырҙан бер мең тоннанан ашыу һөт һауылып, продукцияны көн һайын “Илешмолоко” һөт заводы ҡабул итә. Бөгөн йәмғиәт малдары йәйге йәйләүҙә тотола.
Кооперативтың тағы ла 20 баш йылҡы малы бар. Йәй шифалы ҡымыҙ етештереп, малсылыҡта һәм үҫемлекселектә тир түккәндәргә бирелә икән. Малсылар Элина һәм Эльвира Ирдубаевалар, Зинаида Петрова, Олег Дмитриев менән Андрей Яковлев хужалыҡ данын йыраҡтарға таратыусыларҙан һанала.
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Рәзиф Миңнулла улы Гәрәев етәкселегендәге “Заря” хужалығы игенселәре лә бөгөн баҫыуҙарҙан ҡайтып инмәй. Биш меңгә яҡын гектарҙа улар һабан эштәрен алып бара. Баҫыуҙарҙа ҡеүәтле сәсеү агрегаттары эшләй. 400 гектарҙы биләгән арыш баҫыуҙары йәм-йәшел келәмдәй булып йәйрәп ята, тимәк, ҡышҡы һыуыҡтар уларға ҡамасау булмаған.
Ялан батырҙары һынатмайЙәмғиәт игенселәре бер мең гектарҙан ашыу майҙанда бойҙай, бынан тыш кукуруз, техник культуралар сәскән дә инде. “Техниканың төҙөк һәм яңы булыуы баҫыу эштәрен тотҡарламай, – ти механизаторҙар, яңы техникаға һөйөнөп. – Беҙҙә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек көҙҙән үк башлана, ҡыш та туҡтамай”. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа кооператив 20 миллион һумлыҡ төрлө ауыл хужалығы техникаһы, машина, ҡорамалдар һатып алыуға өлгәшкән. Бынан тыш, һөтсөлөк фермаларына ремонт үткәргәндәр. Паркты яңыртыу эше бында бер ваҡытта ла туҡтамай.
Сифатлы орлоҡ, минераль ашламалар алдан хәстәрләнгән, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ, ул көҙгө уңышты йыйып алыуға ла етә икән.
Баш инженер Виктор Ғәзизов белдереүенсә, сәсеүҙә механизаторҙар Игорь Иленбаев, Альберт Әликәев, Михаил Михайлов менән Вадим Вәликәев ҙур ихласлыҡ күрһәтә. “Бындай егеттәрҙән эш ҡурҡып тора”, – ти ул шаяртып.
“Заря” – районда көслө хужалыҡ­тарҙың береһе. Төрлө осор ниндәй генә һынау ҡуймаһын, был кооператив һәр саҡ алдынғылар рәтендә.
Йәмғиәттең икенсе тармағы — малсылыҡ. Мең ярым баш һыйыр малы булһа, шуның 300-гә яҡыны һауыла. Өс меңгә яҡын һөттө көн һайын Стәрлетамаҡтың “Аллат” һөт заводына тапшыралар. Һатыуҙан килгән табыш фәҡәт эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләүгә, ваҡ ремонт эштәренә тотонола икән. Тағы ла техника һатып алыуға ла китә был аҡса. Бөгөн ишле мал йәйге йәйләүҙә, “һәүкәштәрҙең шифалы үлән ашағандан һуң һөттәре артты”, ти һауынсылар. Малсылар Алевтина Николаева, Любовь Йәркәева, Марина Вәликәева, Вячеслав Степанов, Владислав Изибаев тармаҡты үҫтереүгә ҙур көс һала.
Белемле белгестәр етерлек. Әммә йәмғиәт етәкселеге, йәштәрҙең аҙ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, уларҙың ҡаланы түгел, ә ауылды һайлауына өмөтләнә. Өлкәндәрҙе алмаштырырҙай быуын йәмғиәткә бик кәрәк, сөнки йәштәр кооперативтың киләсәге бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 505

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705