Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ер кешеһе тыуған еренән китәме?
Ер кешеһе тыуған еренән китәме? Йәкшәмбе. Ауыл халҡы ҡаланан ҡайтҡан балалары, туған-тыумасаһы ярҙамында эш ыратып ҡалырға тырыша. Кемдер картуф ултырта, бәғзеләр өй ҡыйығы алмаштыра, ҡойо ҡаҙый, бура бурай…
Ошо мәлдә ауыл ситендәге яланда телгә алған мәшәҡәттәргә хас булмаған тауыш сыға – баҫыуҙа “Т-150” тракторы геүләй. Шулай, ялан батырҙары өсөн ал да юҡ, ял да юҡ инде. Көн барҙа баҫыу эштәрен тамамларға ашығалар.
Ҡанаҡай ауылынан Әхмәт Ғәлин ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләй. Тракторсы ла, комбайнсы ла була, фермала ла хеҙмәт урыны таба. Бөгөн ул йәнә рулдә. “Едих” крәҫтиән (фермер) хужалығында механизатор.
Әхтәм ағайҙың баҫыу тырмалаған сағы ине. “Ял тип тормай, яланда тир түгәһегеҙ, хаҡы сығамы һуң?” тигән һорауға механизатор ҙа һорау менән яуап бирҙе. Әйтергә кәрәк, һорауы ла, фекере лә мәғәнәле:
— Ер кешеһе тыуған еренән китәме һуң? Сит тарафтарҙа, бәлки, юғары эш хаҡы түләнгән хеҙмәт урындары барҙыр, әммә миңә үҙ төйәгемдә эшләү оҡшай. Лайыҡлы хеҙмәт урыны булһа, шул етә инде… — тине ҡәнәғәт рәүештә тракторсы.
Был теләктәргә тырышып эшләр өсөн лайыҡлы хеҙмәткә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ла өҫтәлһен, тиергә генә ҡалалыр. Тыуа­саҡ көнөбөҙ уларға – ялан батырҙарына ла – бәйле бит. Кем әйтмешләй, икмәк булһа, йыр ҙа булыр.


Автор: Р. ӘРМЕТОВ. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә