Йәкшәмбе. Ауыл халҡы ҡаланан ҡайтҡан балалары, туған-тыумасаһы ярҙамында эш ыратып ҡалырға тырыша. Кемдер картуф ултырта, бәғзеләр өй ҡыйығы алмаштыра, ҡойо ҡаҙый, бура бурай…Ошо мәлдә ауыл ситендәге яланда телгә алған мәшәҡәттәргә хас булмаған тауыш сыға – баҫыуҙа “Т-150” тракторы геүләй. Шулай, ялан батырҙары өсөн ал да юҡ, ял да юҡ инде. Көн барҙа баҫыу эштәрен тамамларға ашығалар.
Ҡанаҡай ауылынан Әхмәт Ғәлин ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләй. Тракторсы ла, комбайнсы ла була, фермала ла хеҙмәт урыны таба. Бөгөн ул йәнә рулдә. “Едих” крәҫтиән (фермер) хужалығында механизатор.
Әхтәм ағайҙың баҫыу тырмалаған сағы ине. “Ял тип тормай, яланда тир түгәһегеҙ, хаҡы сығамы һуң?” тигән һорауға механизатор ҙа һорау менән яуап бирҙе. Әйтергә кәрәк, һорауы ла, фекере лә мәғәнәле:
— Ер кешеһе тыуған еренән китәме һуң? Сит тарафтарҙа, бәлки, юғары эш хаҡы түләнгән хеҙмәт урындары барҙыр, әммә миңә үҙ төйәгемдә эшләү оҡшай. Лайыҡлы хеҙмәт урыны булһа, шул етә инде… — тине ҡәнәғәт рәүештә тракторсы.
Был теләктәргә тырышып эшләр өсөн лайыҡлы хеҙмәткә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ла өҫтәлһен, тиергә генә ҡалалыр. Тыуасаҡ көнөбөҙ уларға – ялан батырҙарына ла – бәйле бит. Кем әйтмешләй, икмәк булһа, йыр ҙа булыр.