Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Күктә йылмайһа ҡояш, үҫер көнбағыш
Күктә йылмайһа ҡояш, үҫер көнбағышЯлан батырҙары мәж килә. Рәил Исхаҡов сәскескә орлоҡ бушата, Дамир Ҡыҙрасов тракторҙы көйләй. Егеттәрҙе дәртләндереп, баҫыуҙы уҫал елдән ҡурсалаған ағас һыҙаттарында ҡоштар һайрай. Их, күктәге ҡояш ҡына “йәшенмәк уйнамаһын” ине...
Мырҙаш ауылында фермерлыҡ менән шөғөлләнгән Илдар Буранғоловтың хужа­лығына барып туҡталғанда, эштең иң ҡыҙыу сағы ине. Ерҙе эшкәртергә кәрәк, алдан әҙерләнгән орлоҡто баҫыуға килтерергә. Мәшәҡәт бының менән генә тамамланһа икән, техниканың да үҙ туҡһаны туҡһан шул, ғөмүмән, барыһына ла эш етерлек.
— Әле 213 гектар ерҙә көнбағыш сәсеү менән шөғөлләнәбеҙ. Быйыл Алтайҙан был культураның яңы төрөн ҡайтарттым, сөнки уға көҙөн хаҡ ябай көнбағыштыҡынан күпкә юғарыраҡ — тоннаһына 50 мең һум, — тип ҙур өмөттәре хаҡында бәйән итә етәксе.
Хужалыҡта 800 гектарҙан ашыу ер иҫәпләнә. Баҫыуҙарға көҙҙән сәселгән иген дә бар, яҙын да ер ҡуйынына орлоҡ индерергә кәрәк. Әлбиттә, ул тиклем уңышты һатыуға ғына сығармай Илдар. Фермер хужалығында 84 һауын һыйыры иҫәпләнә, башлыса улар өсөн аҙыҡ әҙерләнә.
…Май аҙағына тиклем йүнле көн вәғәҙә итмәй синоптиктар. Әммә һауа торошо ла, башҡа ҡатмарлыҡтар ҙа фермер Буран­ғоловҡа сәсеү эштәрен ваҡытында һәм сифатлы тамамларға ҡамасауламаҫ һымаҡ. Һәр хәлдә, хужалыҡтың йылдан-йыл үҫешә барыуы булдыҡлылыҡҡа ишара, минеңсә.


Автор: Р. ҒӘБДРӘШИТОВ. Район: Стәрлетамаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә